+15 °С
Облачно
Яңылыҡтар
1 Июля , 11:35

Салауатта махсус хәрби операция ветерандары өсөн яңы үҙәк асылды

Радий Хәбиров Салауат ҡалаһында махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам үҙәген ҡарап сыҡты. «Газпром нефтехим Салауат» ярҙамы менән бинала 12 миллион һумлыҡ капиталь ремонт үткәрелгән, муниципалитет йыһаздар һатып алған. Бында «Ватанды һаҡлаусылар» фонды, МХО ветерандары ассоциацияһы һәм һәләк булыусыларҙың ғаиләләре ойошмаһы берләшкән.

Салауатта махсус хәрби операция ветерандары өсөн яңы үҙәк асылдыСалауатта махсус хәрби операция ветерандары өсөн яңы үҙәк асылды
Салауатта махсус хәрби операция ветерандары өсөн яңы үҙәк асылды

Етәксе конференц-зал, психолог кабинеты, релаксация бүлмәһе һәм ветерандар тырышлығы менән булдырылған музейҙы байҡаны. Ул әсәләр менән осрашып, уларҙың ярҙамын билдәләне, ә салауаттарҙы хәстәрлекле эше өсөн маҡтаны.

«4 меңдән ашыу яугир әйләнеп ҡайтты, уларҙы лайыҡлы шарттарҙа ҡаршыларға тейешбеҙ. Бындай үҙәк Салауат өсөн айырыуса мөһим», – тине Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас