

— Абхазия — Рәсәй Федерацияһының стратегик союзнигы, ә Башҡортостан өсөн беҙҙе бик йылы мөнәсәбәттәр бәйләгән туғандаш республика һәм ышаныслы партнер, — тине Радий Хәбиров. — Май айында Өфө менән Сухум араһында тура рейс астыҡ. Был туристик өлкә үҫеше өсөн дә, эшлекле бәйләнештәр өсөн дә мөһим этәргес. Туризмдан тыш, беҙ сауҙа-иҡтисади, гуманитар һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте нығытабыҙ.
Башҡортостан делегацияһының сәфәре барышында Радий Хәбировтың Абхазия президенты Бадра Гунба менән осрашыуы көтөлә. Республикалар яңы килешеүгә ҡул ҡуясаҡ — Өфө менән Сухум туғандаш ҡалалар булып китәсәк.