

«Рөстәм — сикһеҙ батыр, һынмаҫ ихтыяр көслө кеше. Омск ҡалаһында казарма ишелгәндә үлем тырнағынан саҡ ҡотолдо, ике аяғын юғалтты, тиҫтәләгән ҡатмарлы операция кисерҙе. Әммә яҙмыштың аяуһыҙ һынауҙарына бирешмәй, тормошҡа яңынан ныҡлы аяҡ баҫты», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Шуныһы ла билдәле: Рөстәм Нәбиев күптән түгел «Яңы кешеләр» партияһы сафына баҫты. Партия вәкилдәре әйтеүенсә, ул хәҙер инклюзия, йәғни мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тулы тормошҡа әйләнеп ҡайтыуы мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк.
2015 йылдағы фажиғәнән һуң Рөстәм үҙе лә бер мәл тормоштоң мәғәнәһен юғалта яҙғанын йәшермәй. Әммә рухи тарҡалыуҙы еңеп, ул спорт менән шөғөлләнә башлай. Һөҙөмтәлә бер-бер артлы һигеҙ ғорур ҡаяларҙы яуланы. Улар араһында донъяның иң бейек түбәһе - Эверест. Был бейеклектәргә илткән юлда уның иң тоғро терәге — өс бала тәрбиәләгән тормош юлдашы булды. Миҙалды тапшырыу тантанаһында ул ҡыҙы менән барған. Был ғаилә берҙәмлегенең һәм һөйөүҙең сикһеҙ көсөн тағы бер тапҡыр иҫбат итте.
Фото: скриншот