

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы 6-9 июлдә Екатеринбургта «Иннопром-2026» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Республиканың машиналар эшләү, химия сәнәғәте, импортты алмаштырыу өлкәһендәге ҡаҙаныштары күрһәтелә, шулай уҡ 2025 йылда сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелегенә йомғаҡ яһала, тип белдерҙе Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Былтыр «Иннопром-2025» күргәҙмәһе йомғаҡтары буйынса Башҡортостан дөйөм суммаһы яҡынса 5,5 миллиард һумлыҡ бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылған.
https://bash.bashinform.ru/news/economy/2026-07-06/respublika-delegatsiya-y-innoprom-2026-k-rg-m-end-atnasha-4658530