+25 °С
Ясно
Яңылыҡтар
27 Июля , 14:50

Райондарҙа хәлде яйлайһы бар әле...

Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә барған брифингта Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы хәлдәр барланды. Бөгөн, 27 июлдә  тура эфирҙа халыҡтың һорауҙарына Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин яуап бирҙе. Иң элек ул ял көндәрендә республикабыҙҙа яғыулыҡ буйынса хәл-торошҡа күҙәтеү яһаны.

Райондарҙа хәлде яйлайһы бар әле...Райондарҙа хәлде яйлайһы бар әле...
Райондарҙа хәлде яйлайһы бар әле...

- Башҡортостандың оператив штабы ялһыҙ эшләне. Хәл ҡатмарлы ҡалһа ла, контролдә тотола. Көндәр эҫе торҙо, юлда йөрөүселәр ҙә күп. Шуға ла райондар һәм Өфө буйынса көсөргәнеште дөрөҫ итеп бүлергә кәрәк ине. Ҙур нефть компаниялары беҙгә был йәһәттән ярҙам күрһәтте.

“Ҡыҙыл зоналар” ҙа булды. Быға шәмбе көнөндәге пилотһыҙ осоу аппараттарының хәүефе лә йоғонто яһаны. 22 муниципалитетта яғыулыҡ ашығыс хеҙмәттәр өсөн генә ҡалғайны. Һуңынан был райондарҙың һаны 10-ға тиклем кәмене. Өфөлә һуңғы көндәрҙә иң ҡыҫҡа сираттар күҙәтелде, 300 машинанан саҡ ҡына күберәк ине. Унан алдағы ял көндәрендә машиналар сираты бер меңдән артып киткәйне, – тип һөйләне министр урынбаҫары.

Райондарҙан һорауҙар ҙа яуып ҡына торҙо. Күмертауҙа сираттың ни өсөн бер нисә километрға һуҙылыуына борсолоу белдерҙеләр.

Бензовоздың ваҡытында барып етмәүе ошондай ҡатмарлыҡтар тыуҙырыуы тураһында әйтелде.

“Бензовоз килеп етмәгән осраҡта нимә эшләнә?” тигән һорауға ла асыҡлыҡ индерелде.

- Яғыулыҡты поставкалаусылар менән властар һәр ваҡыт бәйләнештә. Оператив штаб проблемалы зоналарҙы күрә, поставкалаусылар ҙа мәсьәләне тиҙ хәл итергә тырыша, - тиелде.

Район, ҡалаларҙағы хәлде күҙ уңында тотоу өсөн төбәктәрҙән көн һайын тура бәйләнешкә сығалар. Был юлы Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәновты тыңланыҡ.

- 26 заправканың 10-нда бензин бар. Хәлде яҡшыртыу өсөн урындағы властар сара күреп, яғыулыҡ кәрәк булған коммуналь хеҙмәттәр автомобилдәренең исемлеген булдырҙы. Бынан тыш, канистрҙа бензин һаҡлау менән бәйле  янғын хәүефен булдырмау маҡсатында баҡсалар буйлап рейдтар ҙа ойошторола. Урындағы халыҡ барыһын да аңлап ҡабул итә. Уртаса алғанда, сират 70-тән 120 машинаға тиклем етә, көтөү ваҡыты яҡынса ике сәғәт. Тағы ла бер ауырлыҡ бар – ҡалала бер нисә заправкала планлы рәүештә яңыртыу эштәре башланды. Ике заправка “Лукойл”дыҡы һәм береһе “Газпром”дыҡы, - тип һөйләне ул.

Бер заправкаһы булған райондар ҙа бар. Брифингта ул райондарҙың исемлеге аталды. Хәл ҡатмарлашмаһын, бензин менән халыҡты тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булмаһын  өсөн властар ҙур предприятиелар менән һөйләшеүҙәр алып бара.

Приют, Бөрө, Стәрлебаш, Балтас райондарынан, Салауат ҡалаһынан һорау биреүселәр ҙә тура эфирҙа яуап алды.

Резеда Шәнгәрәева.

https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2026-07-27/f-l-benzin-a-sirat-k-mey-4764442
 
Автор:
Читайте нас