+21 °С
Облачно
Яңылыҡтар
28 Июля , 19:45

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензины менән мәсьәлә хәл ителде тиерлек, тине сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған бирфингта. Уның һүҙҙәренсә, яғыулыҡтың ошо төрөн етештереү күләме көндән-көн арта. Күп кенә АЗС-тарҙа яғыулыҡтың бөтә төрҙәре лә бар. Шуға ҡарамаҫтан, 30 литрлыҡ заправка лимиты әлегә ғәмәлдән сығарылмай.

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме артаБашҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта
Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта
«Яғыулыҡ баҙары нормалләшә, әммә республикала хәл әле тотороҡло кимәлгә етмәгән. Шуға күрә яғыулыҡ һатыуҙа ғәмәлдәге сикләүҙәр һаҡлана», — тип аңлатма бирҙе Эдуард Мостафин.

Брифингҡа Стәрлетамаҡ агломерацияһынан байтаҡ һорауҙар килде. Хәлде тотороҡландырыу өсөн Стәрлетамаҡҡа өҫтәмә бензовоздар ебәрелде, улар бөгөн килеп етергә тейеш, тип яуап бирҙе министр урынбаҫары. Салауатҡа яғыулыҡ урындағы базаларҙан килтерелмәй, логистика ҡатмарлыраҡ, шуға күрә ташыуҙа тотҡарлыҡтар булыуы ихтимал. Стәрлебаш районы бер заправка эшләгән муниципалитеттар иҫәбендә – яғыулыҡ ебәреүҙе арттырыу планлаштырыла, тине спикер.

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2026-07-28/bash-ortostanda-ai-95-benzinyn-eteshtere-k-l-me-arta-4660098
 
Автор:
Читайте нас