+27 °С
Облачно
Яңылыҡтар
20 Августа , 05:55

Алдағы ялдарҙа эҫе була, ти

Ҡыҫҡа ваҡытлы һыуыҡтарҙан һуң республикаға йәйге йылы ҡайта. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә һауа температураһының яйлап күтәрелеүе менән ҡоро һәм уңайлы һауа торошо көтөлә. Бөгөн, 20 августа, көндөҙ һауа +23, +28 градусҡаса йылына. Өфөлә яуым-төшөмһөҙ аяҙлы-болотло була.

Алдағы ялдарҙа эҫе була, тиАлдағы ялдарҙа эҫе була, ти
Алдағы ялдарҙа эҫе була, ти

Иртәгә, 21 августа, йылы һәм ҡоро һауа торошо һаҡланасаҡ. Һауа температураһы төндә +10, +15, көндөҙ +22, +27 градус.

Ял көндәрендә, 22-23 августа, яуым-төшөм көтөлмәй. Төндәр бер аҙ һалҡынайта +10, +12°, көндөҙ термометр бағанаһы +25, +28 градусҡа тиклем күтәрелә.

Автор:
Читайте нас