+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
24 Августа , 11:50

Һөт эсергә килегез!

Был шәмбелә, 29 августа, «Ҡашҡаҙдан» мәҙәниәт һәм ял паркында 14-се тапҡыр «Һөт иле» ғаилә фестивале үтәсәк. 2026 йылда сара Ҙур татыу ғаилә йылы эгидаһы аҫтында үтә. 2011 йылдан бирле үткәрелгән фестиваль ҡунаҡсыллыҡ, һөт продукцияһына һөйөү һәм ауыл хужалығы етештереүселәренең хеҙмәтенә хөрмәт символы статусын нығытты.

Һөт эсергә килегез!Һөт эсергә килегез!
Һөт эсергә килегез!

Традиция буйынса һәр ҡунаҡ байрам менән танышыуҙы төп партнер – «Росмол» дәүләт корпорацияһының Стәрлетамаҡ филиалы («Первый вкус») биргән сәләмләү стаканынан башлаясаҡ. Быйыл ойоштороусылар һөт йәрминкәһе, фермерҙар баҙары, сыр кибете, баллы майҙансыҡтар, «ҡымыҙ ауылы» һәм «Экоауыл» ғына түгел, бер нисә яңылыҡ та әҙерләгән.

Фестивалдә тәүге тапҡыр Ғаилә труппаһы сығыштары менән «Һөт циркы» тәҡдим ителәсәк, шулай уҡ 1,5 йәштән 4 йәшкә тиклемге иң бәләкәй ҡунаҡтар өсөн ҡабартылған һыйырҙар менән «быҙау уҙыштары» интерактив зонаһы ойоштороласаҡ. Бынан тыш, бөтә теләүселәрҙе «Зарар өсөн һөт» акцияһы көтә: 14 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем «Спутник ФМ» радиоһының мобиль студияһында һаулыҡ өсөн зарарлы продукттарҙы (фастфуд, тәм-томдар, газлы һыуҙар һ.б.) файҙалы һөткә алмаштырырға мөмкин буласаҡ.

Балалар һәм өлкәндәр өсөн интерактив зоналар, мастер-кластар һәм концерт майҙансыҡтары эшләйәсәк. Сараға инеү ирекле. Башлана 10:00 сәғәттә. Үткәреү урыны үҙгәрешһеҙ ҡала – «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы. Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын был көндө күңелле, тәмле һәм ғаиләләр өсөн файҙалы итеп үткәрергә саҡырабыҙ!

 

Автор:
Читайте нас