

Тәүге тапшырыуҙың сығарылышы 11 сентябрҙә «Рәсәй» телеканалында күрһәтелде. Заһир Зәйнетдинов йөҙ эксперт составына инде һәм Сергей Лазарев, Zivert, T-КILLAH кеүек йондоҙҙар менән бергә йәш таланттарҙың сығыштарын баһаланы.
«Минең өсөн ҡыҙыҡлы тәжрибә, был минең ижадыма федераль кимәлдә лә иғтибар итеүҙәре тураһында һөйләй. Күренекле артистар һәм эксперттар менән жюриҙа ултырыу минең өсөн ҙур мәртәбә», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Заһир Зәйнетдинов.
https://bash.bashinform.ru/news/