+7 °С
Ясно
Яңылыҡтар
25 Сентября , 16:07

"Дягилев" балетының гастролдәре үтәсәк

"Башҡортостан" дәүләт концерт залында 3 һәм 4 октябрҙә тәүге тапҡыр "Дягилев" балетының гастролдәре үтәсәк.

"Дягилев" балетының гастролдәре үтәсәк"Дягилев" балетының гастролдәре үтәсәк
"Дягилев" балетының гастролдәре үтәсәк

"Дягилев" - XX быуат башындағы гениаль күренеш. Ул үткән быуаттың бөйөк рус импресариоһы Сергей Дягилев тураһында һөйләй.

Төп ролдәрҙә - Ҙур театрҙың премьерҙары һәм прима-балериналары, шул иҫәптән Денис Родькин, Элеонора Севенард, Вячеслав Лопатин, Семен Чудин һәм Денис Савин кеүек донъя йондоҙҙары. Балеттың ҡуйыусы рәссамы - билдәле дизайнер Игорь Чапурин. Спектакль бер антракт менән бара һәм заманса хореографияны, визуаль ҡарарҙарҙы һәм мәҙәни мираҫты яңыса төшөнөүҙе берләштерә.

"Беҙгә Дягилев кәрәк" мәҙәни фестиваленә нигеҙ һалыусы Сергей Шитьков: "Дягилев" - документаль хроника һәм биографик һүрәтләү генә түгел, ә художестволы интерпретация, ваҡиғалар сәхнә артында, "Дафнис һәм Хлоя" спектакленең репетициялары ваҡытында бара. Беҙ Сергей Дягилевтың шедеврҙар ижад итеү һәм композитор Морис Равель, рәссам Лев Бакст, бейеүселәр Михаил Фокин, Вацлав Нижинский һәм Тамара Карсавина кеүек бер-береһенә оҡшаш булмаған һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы сәнғәт титандарын бергә йыйыу таланты тураһында һөйләйбеҙ. Дягилев тураһында "балетта балет" ҡуйыу идеяһы Денис Родькинға килә. Уның стандарт булмаған ҡарашы һәм ҡыйыулығы башта ныҡ ғәжәпләндерҙе, ә һуңынан бөтә командабыҙҙы рухландырҙы һәм ижади энергия менән һуғарҙы", - ти.

Денис Родькин, Ҙур театр премьеры, Сергей Дягилев ролен башҡарыусы: "Рус миҙгелдәре" бөтә донъяла рус балетына, рус музыканттарына, рус рәссамдарына һөйөү уятырға булышлыҡ итә. Дягилев - сәнғәт менән идара иткән һәм бер проектта иҫ киткес талантлы артистарҙы берләштереү һәләтенә эйә булған кеше. Сергей Дягилевтың характерының төрлө яҡтарын балет пластикаһы ярҙамында күрһәтеү — ҡатмарлы, әммә бик ҡыҙыҡлы эш. Был тамаша беҙҙең ижади экспериментыбыҙ: балет неоклассикаһы һәм заманса бейеү ҡушыла, уны беҙ йәш хореограф Алессандро Каггеджи менән бергә тормошҡа ашырҙыҡ".

Элеонора Севенард, Ҙур театрҙың прима-балеринаһы, Тамара Карсавина ролен башҡарыусы: "Минең өсөн проектта ҡатнашыу бары бейеү партияһын башҡарыу түгел: сәхнәлә дәүер рухын тыуҙырырға һәм XX быуат башындағы бөйөк шәхестәрҙең нисек үҙ-ара эш итеүен аңларға тырыштым. Тамара Карсавина - рус балетында легендар фигура: ул һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтыла, уны ижади процесс тулыһынса солғап ала, һәм был уларҙы Сергей Дягилев менән туғанлаштыра", - тип бердерә.

Спектаклдең премьераһы Мәскәүҙә Ҙур театрҙың яңы сәхнәһендә үтә, һуңынан Санкт-Петербургтың Мария театрында һәм Түбәнге Новгород опера һәм балет театрында аншлагтар менән уҙа, ә октябрҙә "Дягилев" Өфөлә фурор тыуҙырырға әҙерләнә.

Денис Шумов фотоһы.

 

Гөлдәр Бүләкбаева.
 
 
Автор:
Читайте нас