

Иң ҙур үҙгәрештәрҙең береһе әсәлек капиталына ҡағыла. Әгәр ғаилә беренсе бала өсөн әсәлек капиталы алмаған булһа, 2027 йылда икенсе бала тыуғас, уның күләме 1 миллион 29 мең һум тәшкил итәсәк. Беренсе бала өсөн иһә 778,5 мең һум түләү ҡаралған.
Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 2027 йылда 1,1 миллион һумға етәсәк.
Бала тыуғас бирелә торған бер тапҡыр түләү 30,4 мең һум тәшкил итәсәк.
Үҙгәрештәр ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеларға ла ҡағыла. Һигеҙ йыл һәм унан күберәк хеҙмәт стажы булған граждандар өсөн уның максималь күләме 2027 йылда айына 239 мең һумға етәсәк. Хәҙер был күрһәткес 207,6 мең һум тәшкил итә.
Шулай итеп, киләһе йылда ғаиләләргә һәм эшләүсе граждандарға бирелә торған төп социаль түләүҙәрҙең күләме һиҙелерлек артасаҡ.
Фото: ЯИ