

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы йыл һайын ойошторған экспозиция илдең иң ҙур тармаҡ сараларының береһе булып тора. Быйыл ул 7-10 октябрҙә "Тимирязев үҙәге" күргәҙмә комплексында үтә.
«Алтын көҙ»ҙөң дөйөм майҙаны - 14 мең квадрат метр. Унда 60 мең самаһы ҡунаҡтың килеүе көтөлә.
Башҡортостан делегацияһының эш программаһында - тематик "түңәрәк өҫтәл"дәрҙә һәм панель дискуссияларҙа ҡатнашыу, тармаҡ предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре менән эшлекле осрашыуҙар, шулай уҡ агросәнәғәт комплексында төбәк мөмкинлектәре менән таныштырыу.
Республика стендында малсылыҡ, үҫемлекселек һәм биотехнологиялар өлкәһендә фәнни-технологик проекттар, шулай уҡ төбәктең аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендәге алдынғы предприятиелары продукцияһы тәҡдим ителгән.
- Башҡортостан - ғәҙәттәгесә көслө ауыл хужалығы төбәге. Беҙ һәр ваҡыт «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә ҡатнашабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бөгөн агросәнәғәт комплексы фәнһеҙ һөҙөмтәле үҫешә алмай. Алдынғы проекттарҙы тормошҡа ашырыу хужалыҡтарҙы, белем биреү һәм фәнни эшмәкәрлекте берләштергәндә мөмкин. Тап ошондай алымды тармаҡта ҡулланырға тырышабыҙ.