-11 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Апрель 2025, 10:20
1

«Ҡыҙыл ҡәнәфер» акцияһына ҡушылығыҙ!

«Ҡыҙыл ҡәнәфер» ветерандарға ярҙам акцияһы 10 апрелдән 22 июнгә тиклем дауам итә. Һеҙ ҙә унда ҡатнаша алаһығыҙ. Ул Рәсәйҙә иң ҙур хәйриә акцияларының береһе. Уны «Быуындар хәтере» хәйриә фонды үткәрә. Йыйылған аҡса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына медицина ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелә.

«Ҡыҙыл ҡәнәфер» акцияһына ҡушылығыҙ!
«Ҡыҙыл ҡәнәфер» акцияһына ҡушылығыҙ!

Быйыл «Ҡыҙыл ҡәнәфер»гә илдең 83 төбәге ҡушыла. Улар иҫәбендә Башҡортостан да бар. Апрелдән июнгә тиклем ҡалаларҙың төп урамдарында һәм күләмле сараларҙа ветерандарға ярҙам итеү өсөн иғәнә йыялар. Теләгән һәр кем взносты ҡулаҡса менән бирергә йәки QR-код ярҙамында күсерергә мөмкин. Акцияла ҡатнашыусыларға ҡыҙыл ҡәнәфер рәүешендәге значок тапшырыла.

«Ҡыҙыл ҡәнәфер» 2016 йылдан алып үткәрелә. Былтыр унда Рәсәйҙең 79 төбәгенән ирекмәндәр ҡатнашҡан. Партнерҙар менән бергә улар 1,5 миллионға яҡын значок таратҡан. 

Фото: https://bash.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас