Татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән егеттәрҙең һәр береһе һөнәрле – кемдер колхозда, ҡайһыһылыр ауыл кибетендә, ә Минажетдин олатай – хәрби осоусы, ул һуғышҡа тиклем Силәбе авиация училищеһын тамамлап, хәрби осоусы һөнәрен үҙләштергән була. Штурман-бомбардировщик булып хеҙмәт иткән олатайыбыҙ һуғыштан һуң да һөнәре буйынса Белоруссияла ҡала, тик яуҙа алған ҡаты яраларынан һуң күп тә тормай мәрхүм була.
Бабайым Насролла Курск дуғаһында һуғышҡан, Польшаны, Воронеж ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан, Берлинға кәҙәр барып еткән. Ҡыҙыҡлы тарих ике бер туған Әхмәтзәки һәм Имамғәли менән килеп сыға. Һуғыш тамамланып килгәндә, 1945 йылда уйламағанда, улар Төнъяҡ Корея ерендә осраша һәм бергәләп фотоға ла төшәләр. Был фотоһүрәтте беҙ әлеге көндә лә ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.
Ошо яҙмамда мин, бигерәк тә, биш туғандарҙың береһе – Әхнәф ҡартатайым хаҡында яҙғым килә. 1943 йылда 18 йәшендә генә фронтҡа алынған йәш егет ике ай тирәһе Тоцк ҡалаһында хәрби әҙерлек курсын үтә, һуңынан радист-элемтәсе һөнәрен үҙләштерә. Польша һәм Германияны Азат итеүҙә ҡатнаша. Берлинға барып етергә ни бары 30-40 саҡрым ғына ҡала. Әммә һуғыш тамамланыу менән ул тыуған еренә ҡайтмай, ә йәнә биш йылға Ватаныбыҙҙың сиген һаҡларға ҡала. Һуңынан ҡайтып, ғаилә ҡороп, нәнәйебеҙ менән 6 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Алты балаһының береһе - атайыбыҙ. Беҙ ҙә ғаиләлә өс ир бала үҫтек. Ошоноң менән ни әйтергә теләйем: кем уйлаған инде ошо һуғыш ваҡиғаларына оҡшашыраҡ яҙмыш ғаиләбеҙгә яңынан ҡағылыр тип. Эйе, әле барған махсус операция хаҡында һүҙем. Беҙҙең илдең иңенә яңынан ҙур һынау төштө, бик күп ир-егеттәр дәүләтебеҙгә хәүеф янағанда, ситтә ҡалманы, атай-ҡартатайҙарыбыҙ юлына баҫты тиһәк тә, хата булмаҫ. Тыуған ил, һәм яҡындарының яҡты киләсәге өсөн үҙҙәрен аямай яугирҙәр иңдәренә төшкән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй. Минең дә ике бер туған ағайым ике йылдан ашыу – МХО яугиры, Ил башлығы ир-егеттәр алдында хәрби бурыс ҡуйыу менән, улар икеһе лә, һис тә икеләнеп тормай, яуға китте һәм бөгөнгө көндә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Әхнәф ҡартатайым кеүек батыр, талапсан, “Ирбис” һәм “Тренер” позывнойлы ике бер туған ағайҙарыбыҙҙы дошманды дөмөктөрөп, иҫән-имен тыуған еребеҙгә ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Айырыуса, ҡәҙерле улдарын зар-интизар булып көткән атай-әсәйемә сабырлыҡ, һаулыҡ, түҙемлек кенә теләйем инде. Тыныс ил, балаларының, ғаиләләренең, һәм беҙҙең яҡты киләсәк өсөн һуғышҡан Әхнәф ҡартатайымдың ейәндәре – “Ирбис” һәм “Тренер” ағайымдар өсөн ҙур ғорурлыҡ кисерәм. Биш бер туған бабай-олатайҙарым кеүек уларҙың, алла бирһә, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Иншалла!!!
Хәлил Ишморатов.
Саҡмағош районы.
Фотола: Ишморатов Әхнәф Закир улы, ейәндәре "Тренер" һәм "Ирбис".
Бер туған - Ишморатовтар.
#СвязьПоколенийРБ #ИДРеспубликаБашкортостан #Победа80 #ЖурналХэнэк