Традицияға ярашлы, «Үлемһеҙ полк» Октябрь проспекты буйлап, Галле ҡалаһы урамы киҫешенән алып Кольская урамына тиклем үтә. Бының өсөн яҡынса 6 саҡрым ара ҡаралған. Байрамда ҡатнашыусылар башҡорт һәм рус телдәрендә «Катюша» йырын башҡарасаҡ.
Сараның ваҡытлыса планы:
– 10:00 – 11:00 — колонналарҙы туплау, йыйылыу;
– 11:00 – 11:12 — Республика буйынса «Бер минут тынлыҡ» акцияһы;
– 11:12 – 13:00 — «Үлемһеҙ полк» колоннаһы хәрәкәте.
Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, колонналар үткән урамдарҙа, концерт һәм байрам программалары үтәсәк майҙансыҡтарҙа ҡоймалар ҡуйыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ирекмәндәр менән медицина хеҙмәткәрҙәре дежурҙа торасаҡ.
«Үлемһеҙ полк Рәсәй» дөйөм гражданлыҡ-патриотик хәрәкәтенең Үҙәк штабы ағзаһы, Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Вадим Курилов билдәләүенсә, акция — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларына һәм уларҙың хәтерен мәңгеләштереүгә арналған халыҡ-ара патриотик хәрәкәт. Ул тәүге тапҡыр Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән. Башҡортостанда иһә «Үлемһеҙ полк» 2014 йылдан алып үткәрелә, быйыл ул – ун икенсе тапҡыр ойошторола.
– Йылдан-йыл Башҡортостанда акцияла ҡатнашыусылар арта ғына бара. Республика халҡы ғаиләләре менән урамдарға сығып, фронтовиктарҙың фотоһүрәттәрен тотоп, уларҙы хәтерләй. Был – гражданлыҡ берҙәмлектең, быуындар бәйләнешенең сағыу миҫалы. Әлеге хәрәкәт кешеләрҙе ғаилә архивтарына иғтибар итергә, үҙ тарихын өйрәнергә, уны балаларына тапшырырға этәрә. «Үлемһеҙ полк» – халыҡ хәрәкәте, халыҡ хәтере, халыҡтың заңы, – тине Вадим Курилов.
Сарала ҡатнаша алмағандар өсөн «Үлемһеҙ полк Рәсәй онлайн» акцияһында ҡатнашыу мөмкинлеге булдырыла. Был өсөн 6 майға тиклем фронтовиктың йәки тыл хеҙмәткәренең фотоһын түбәндәге ысулдар менән ебәрергә мөмкин:
– рәсми сайтта: 2025.polkrf.ru, – ВКонтактелағы ҡушымта аша: vk.com/polk_app, – Одноклассникилағы ҡушымта аша: ok.ru/app/polk.
Быйыл тәүге тапҡыр ветеран фотоһын реставрациялау һәм буяу мөмкинлеге, шулай уҡ был мәғлүмәттәр менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашыу функцияһы ла өҫтәлде. Онлайн-шествие 9 майҙа шул уҡ сайтта уҙасаҡ.
Б.Рәхимйәнов әҙерләне.
Фото: ufa.rbc.ru