Сәлимйәүһәр Мансур улы хаҡлы ялға сыҡҡансы Илеш районында баш ветврач булған. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Японияны еңгән өсөн”, “Совет армияһы һәм флотына – 30 йыл”, “Бөйөк Еңеүгә – 20 йыл” миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.
Кескәй Еңеү парадында ҡатнашырға төрлө мәктәптәрҙән килгәйнеләр. Уҡытыусылар, студенттар, Росгвардия хеҙмәткәрҙәре лә булды. Комсомол урамында урынлашҡан йорт алды берсә шатлыҡҡа, берсә һағышҡа күмелде. Хакимиәт вәкилдәре ҡотлауын йыр-моңло сығыштар дауам итте: бер-бер артлы урыҫса “Катюша”, “Десятый наш десантный батальон”, башҡортса “Шайморатов генерал” яңғыраны. Филармония оркестры “Еңеү көнө”н башҡарғанда күҙгә йәштәр тулды...
– Мине ололап килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине ветеран.
Байрам аҙағында 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы теҙелеп парад булып үтте. Һәр береһе эстән генә Сәлимйәүһәр Мансур улына Еңеү өсөн рәхмәт әйткәндер...
Лилиә Фазлетдинова.
Автор фотолары.
https://yanshishma.com/articles/pobeda-80/2025-04-25/s-limy-r-mansur-uly-s-n-e-e-parady-4212971