1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың авгусына тиклем Төркөстан легионының 1-се штаб ротаһында агент булып йөрөй. Ә 1943 йылда – Донбасстың Сталин ҡалаһында подполье эшендә. Уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Төркөстан легионы һәм «Иҙел-Урал» легионының бер нисә подразделениеһы Ҡыҙыл Армия яғына сыға.
Ошо йылдың декабрендә разведчиктар төркөмө менән Молдавияла В. М. Молотов исемендәге партизандар отряды төҙөй; 1944 йылдың апреленә тиклем Украинаның Винница һәм Одесса өлкәләре биләмәләрендә, Молдавияла һуғыша. 1944 йылда Украина партизан хәрәкәтенең Махсус разведка мәктәбендә уҡый. 1944 йылдың авгусында бер төркөм словак-чех разведчиктары составында Словакияға партизан хәрәкәтен ойоштороу өсөн ташлана. Бында партизан отряды штабы начальнигы, һуңынан Ян Жижка исемендәге интернациональ партизан бригадаһы командиры (ҡушаматы — «Ҡара генерал») була. Моравия һәм Чехия биләмәләрендә 1945 йылдың 9 майына тиклем һуғыша.
СССР Геройының һәм Рәсәй Геройының Алтын Йондоҙо ғына юҡ фронтовиктың. Уның парад кителе 6 килограмм тирәһе тарта. Ул - Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең миҙалдарының иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Әммә шулай ҙа Даян Баян улының ил наградаларына ҡарағанда, сит ил наградалары күберәк. Дөйөм алғанда, 86 орден һәм миҙалға лайыҡ була.
Чехословакия геройы, ошо илдең барлыҡ юғары ордендары кавалеры, Чехия, Словакия һәм Моравияның 16 ҡалаһының почётлы гражданы Даян Мурзиндың ҡаһарманлыҡтары тураһында уның Тыуған иленә ҡарағанда ситтә күберәк беләләр. Элек Злин ҡалаһында бер урам уның исемен йөрөтһә, хәҙер был урамда «Dlouhá ulice» тип атала. Бөйөк Британияла Джон Хауландтың, король армияһы капитанының улының, совет офицерының яуҙашының Мурзин тураһында китабы сыға. Ул чех һәм словак телдәренә тәржемә ителгән, урыҫ телендәге баҫма юҡ әле. Инглиз Даян Баян улын Джеймс Бонд менән сағыштыра. Авторҙың фекеренсә, "Ҡара генерал"дың фронттағы аныҡ батырлығы күп осраҡта Ян Флемингтың хыялында тыуған әҙәби геройҙың мажарадарынан өҫтөнөрәк тора. Совет офицерын тота ла, юҡ итә лә алмайҙар. Уның ҡарауы, Мурзиндың бригадаһы тарафынан оккупацияланған Чехословакияла ғына дошмандың тере көсө 4000 кешегә кәмей, немец техникаһы һәм боеприпастары тейәлгән 60 эшелон шартлатыла. Әммә иң тәүәккәл аҙым — Мурзин һәм уның яуҙаштары тарафынан Гитлерҙың эргәһенән тиерлек Германияның танк ғәскәрҙәре генералы Мюллерҙы урлау була.
«Рәсәй» телеканалы «ҡара генерал»ға арналған документаль таҫма күрһәтә. Уның тураһында Англияла, Германияла, Чехияла һәм беҙҙең илдә фильмдар төшөрөлә. Герой хаҡында «Штази» тышҡы разведка шефы Маркус Вольф, вермахттың элекке Төркөстан легионы легионеры Морат Тачмурат; элекке чех партизаны, чех йәшерен разведкаһы шефы Ян Ондровчак кеүек легендар шәхестәр бәйән итә. Ниһайәт, Рәсәй халҡы Даян Баян улының фронт биографияһын белде.
Халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы 2012 йылдың 10 февралендә Өфөлә вафат була.
Фото: istokirb.ru
Мәғлүмәттәр башҡорт википедияһынан алып әҙерләнде.