-4 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
14 Май 2025, 09:55

ИРҘӘР ИЛАҒАНДА

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Күҙ йәшегеҙ тыймағыҙсы, ирҙәр,Сабырһыҙлыҡ түгел был илау.Донъя иңгә һалған яҙмыштарҙыңСараһыҙлыҡтарын ул аңлау.

Добавить в предпочтительные источники Google
ИРҘӘР ИЛАҒАНДАИРҘӘР ИЛАҒАНДА
ИРҘӘР ИЛАҒАНДА

Өлөшөңә төшкән өмөтһөҙлөк
Йәнгә таштар булып өйөлә.
Былай ҙа бит ир-ат башҡаларға
Һиҙҙермәйсә яңғыҙ көйөнә.

Ирҙәр илағанда оялтмағыҙ,
Йыуатмағыҙ мәле етмәйсә.
Күктәр күкрәр, ерҙәр тетрәр хәсрәт,
Ауырлыҡтар үтеп китмәйсә.

Ирҙәр ҙә бит таштан яралмаған,
Улар ҙа бит әсә балаһы.
Уларға бит иңгә төшкән йөгөн
Ғүмер буйы һөйрәп бараһы.

Һаран күҙ йәштәрен һөрткән саҡта
Илаҡ тимәгеҙ һеҙ уларға.
Таштай ҡатмаҫ өсөн йөрәктәре
Ирҙәргә лә кәрәк иларға.

Фото: culture.ru

Автор:
Читайте нас