-11 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
27 Август 2025, 15:50
1

Атайым мейес эсендә ултыра...

Һуғыш ваҡытында һәр кем күңелен йыуатырға сәбәп эҙләгән. Өйҙө йылытыр өсөн мейескә яҡҡан ваҡытта, ҡайҙан булһа ла, бәләкәй генә ҡатырға, йә ҡағыҙ киҫәге табып, һуғышта йөрөгән ирҙәренең исемдәрен яҙып утҡа ташлағандар. Ҡатырға янған арала берәй утын ҡуҙы,эҫелектән тороп ултырһа , имеш һуғышта йөрөгән кеше тере икән тип, күмәкләп ҡыуанышҡандар. Хөснә апайым ҡыҙыҡ итеп, шул турала һөйләп китте.

Атайым мейес эсендә ултыра...
Атайым мейес эсендә ултыра...

“Атайым һуғышҡа киткәндә, миңә ни бары ҡырҡ көн булған. Ауылда эш күп, бик ҡарамағандарҙыр ҙа инде балаларҙы.Ҡыш көндәре өшөп, һыуыҡ мейескә терәлеп, уйнап ултырғанмын, нисек үлмәй ҡалғанмын әле! Үлеүемде лә теләнеләрме икән, шуны ишетеп ҡалып ҡәрсәйемә” Мин үлһәм күктән һеҙгә генә ҡарап ултырырмын йәме!-тигәс, ҡәрсәйем,” Ҡуй балам үлмә, атайыңдың иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләп ултыр!”-тигәне иҫемдә ҡалған. Бер ваҡыт әсәйем (Сәрүәрә) мейескә ут яҡҡан да, атайымдың исемен ҡағыҙға яҙып утҡа ташлаған. Шул ваҡытта ҡәрсәйем килеп ингән. Миңә күп булһа өс йәш тирәһе булғандыр инде. Атайымды , белмәгәс ни, югереп килеп. ҡәрсәйемде мейес янына алып килдем дә,”Ҡәрсәй кил әле, кил , атайымды күрһәтәм! Ана күрҙеңме, мейес эсендә минең атайым ултыра!-тип ҡуҙға күрһәткәнем иҫемдә.
Ә бына атайымдың һуғыштан ҡайтҡаны, шул хәтлем кино кеүек, хәтеремдә уйылып ҡалған. Колхозда бер алаша ат бар ине. Вәсиләне, мине ултыртып Мораҡҡа Хәтирә инәйемдәргә алып килделәр. Хәтирә инәйем, әсәйемдең атаһы, олатайым Ниғмәтулланың ағаһы Хәйбулла олатайҙың ҡатыны була. Мораҡҡа килгәс, Вәсилә менән мине өйгә индереп ебәрҙеләр. Килеп инһәк, шул хәтлем матур, ап-аҡ кейемдә бер ир баҫып тора. Ир затын күреп үҫмәгәс ни, Вәсилә менән бер-беребеҙгә һыйынып ҡатып ҡалдыҡ. “Ҡайныһы һинең ҡыҙың?-тип һоранылар. Атайым бер миңә, бер Вәсиләгә ҡараны ла, Вәсиләгә күрһәтеп,” Бына ошо ҡараҡайылыр инде минең ҡыҙым!”-тине.

Фото: my.mail.ru

https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2025-08-22/atayym-meyes-esend-ultyra-4358397
Автор:
Читайте нас