Ленин да, Чернышевский ҙа «Ни эшләргә?» тип һорау ҡуялар ҙа яуап эҙләйҙәр. Минең алға ла шундай һорау килеп тыуҙы бит әле. Алдырған гәзит-журналдарҙы нимә эшләтергә? Мин «Һаҡмар», «Атайсал», «Йәшлек», «Аргументы недели» гәзиттәренә яҙылғанмын. Шәмбе көнө киләләр. 64 бит баҫманы уҡып сығырға кәрәк. «Ағиҙел», «Һәнәк» журналдары ла өҫтәлергә мөмкин. Мин – пенсионер. Ваҡыт етерлек. Шулай ҙа уларҙы бер көндә уҡып бөтөп булмай ҙаһа. Көндәргә бүлеп сығам. Йома көн үткән йомалағыһын уҡыйым. Яңылыҡтарҙы бер аҙнаға һуңлап беләм. Чукоткала бер американ фактория тота. Бер йыллыҡ гәзит алдыра. Көн һайын береһен уҡый икән. Ул Октябрь революцияһы тураһында бер йыл һуңлап белә. Мин бер аҙнаға ғына һуңлайым.
Совет заманында гәзит алты көн килә ине, ҡалдырмай уҡып бара инек. Хәҙер редакциялар гәзит урынына журнал сығара ла ҡуя, үҙҙәренә еңелме икән! Ә беҙгә ауыр.
Ыҙалаһаҡ та уҡып бөттөк, ти. Шунан уларҙы ҡайҙа итәһең? Элек макулатура йыялар ине. Хәҙер юҡ. Ауылда ҡалалағы кеүек сүп йыя торған контейнерҙар ҡуйылмай. Пионер усағы тоҡандырырға ғына ҡала.
Икенсе юлы ла бар. Бөтөнләй гәзит алдырмаусылар бихисап. Әллә шулай итергәме? Гәзиттәге сәйәси, иҡтисади боҙоҡлоҡ-яманлыҡтарҙы уҡып үҙеңә стресс яһағансы, бер «Һәнәк»те алдырһаң да етә. Уны уҡып, йылмайып алаһың. Гөлдәр Ишкинина: «Биш минут көлөү бер стакан ҡаймаҡ ашауға торошло йәки ғүмерҙе ун биш минутҡа оҙайта», – тигән. Виктор Гюго: «Көлөү – кеше йөҙөнән ҡышты ҡыуыусы ҡояш», – тиһә, Амбруаз Паре: «Шат күңеллеләр тиҙерәк һауыға, оҙағыраҡ йәшәй», – тигән икән.
Кис етһә, телевизор тоҡандырам. Юҡ-юҡ, мин футбол да, хоккей ҙа ҡарамайым. Аркадий Райкин «22 бугая» тип көлә бит. Мин дә уға ҡушылам. Бөтмәҫтөкәнмәҫ сериалдар ҙа ҡыҙыҡтырмай. Ҡараһам, совет фильмдарын ҡарайым. Саңғы ярыштарын, биатлонды, еңел атлетиканы (бигерәк тә йүгереү, атлау), һирәкләп велоспортты, һыуҙағы ярыштарҙы ҡарайым. Шулай уҡ «Ҡурай»ҙың ике каналын, «Туған тел»де тыңлайым. Тик йәнде көйҙөргөс нәмәләр күп. Көн дә бер үк тапшырыуҙы ҡабатлай ҙа тораларсы. (Был турала гәзиттәр ҙә яҙа). «Туң ҡолаҡтар» ишетмәй ҙә ҡуя. Әллә оҫталыҡтары самалымы икән?