-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
18 Февраль 2020, 14:04

Миңә лә халыҡ шағиры исеме бирерһегеҙ...

Уйынлы ысынлы хат.

Миңә лә халыҡ шағиры исеме бирерһегеҙ...
Уйынлы ысынлы хат.

ХӨРМӘТЛЕ РЕДАКЦИЯ!
Куптән түгел интернеттағы журнал сайтында баш мөхәррирҙең «Журавли» йырының халыҡ шағиры тарафынан башҡортсаға тәржемәһе һәм шулай уҡ халыҡ артисының был йырҙы башҡарыуы менән икһеҙ-сикһеҙ һоҡланыуын һүрәтләгән мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Ни өсөн был башҡортса шедеврға элек мин, туң мейе, иғтибар итмәгәнмендер икән, тип уйланым шул саҡ.
«Төндәлектәр» рубрикаһында был мәҡәләнең урын алыуы ла, әлбиттә, осраҡлы түгелдер. Ниндәй бөйөклөк һәм ябайлылыҡ менән һуғарылғайны был тәржемә, ысынлап та.
Хатта беренсе һәм өсөнсө юлдарҙың рифмаланмауы йырҙы тамсы ла боҙмаған бит.
Ни өсөн, тигәндә был бит инде бөтөнләй милли әҙәбиәтебеҙгә хас түгел алым, тик иманһыҙ графомандарҙың ғына ҡыланышы, тип әйтер инем. Шул тиклем талантлы ижад ителгән, хатта һәр юлда бәрәр ижек етмәгәне лә һиҙелмәй бит. Һәр күплеттың икенсе һәм дүртенсе юлы халҡыбыҙ боронғо йырҙарына ғына хас моң менән һуҙыла, унда милләт тарихы, аһ-зары, оҙон көй сағылыш тапҡан. Ә беренсе һәм өсөнсө юлдарҙа инде Гөлдәр Ишҡыуатова ижадына ғына хас нәфислек, гүҙәллек һәм илаһилыҡ урын алған бит, тип күҙҙәремдән йәштәр атылып сыҡты был йырҙың тәржемәһен тыңлаған мәлдә.


Шуларҙан сығып, ни әйтәһем килә. Был тәржемәләрҙең милләтебеҙҙә илһөйәрлелекте арттырыуында һис шигем юҡ. Тәржемәләр күберәк булған һайын халҡыбыҙҙа ла бит илһөйәрлек тә көсәйгәндән-көсәйә генә, шуның өсөн мин дә был йырҙы тәржемә итеп ҡарарға булдым. Әгәр ҙә һәләк һәйбәт оҡшаһа, миңә лә халыҡ шағиры исеме бирерһегеҙ, тип уйлайым. Тик оло үтенесем дә бар, халыҡ үҙе генә был хаҡта бер ни ҙә белмәһен ине.


Был хатты бер ике ай элек яҙғайным. Тәүге строфалағы икенсе һәм дүртенсе юлдар рифмаланмай ҙа, рифмаланмай, сыҡмай ҙа, сыҡмай. Эй, тип һелтәнем дә; ярар әле, тинем дә шулай ебәрергә булдым.


Торналар.
Уйлап ҡуям ҡайсаҡ мин, һалдаттар, тип
Ҡайта алмай ҡанлы яландарҙан,
Һис тә ергә ятып ҡалмағандар, тип
Аҡ торналар булып күккә ашҡан.
Шул ваҡыттан алып бөгөнгөһөнә
Тиклем тауыш ҡушалар осҡанда
Шуғамылыр, бик йыш күңелһеҙ генә
Өнһөҙ ҡалабыҙ күккә баҡҡанда.
Өсмөйөштәр арып-талып осалар
Томандар ярып кисен, таңдарын.
Шул сафтарҙа бер бәләкәй ара бар,
Минең өсөндөр, бәлки, был урын.
Бер көн килеп торналар араһында
Мин ағырмын шул күкһел томанға,
Ҡоштар һымаҡ саңҡып күктәр артында,
Һағынып һеҙҙе, Ерҙә ҡалғанға.

Ихтирам менән шағир, тиһәң, шағир түгел, тәңҡитсе, тиһәң, кеше ишетеп ҡалмаһын, әҙәби елғыуар Шаҡай Шыбаға.
Читайте нас: