-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
28 Февраль 2020, 12:06

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр

Февраль айында Өфө калаһының 30-сы һанлы балалар модель китапханаһында Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев премияһы лауреаты, күренекле шағир, драматург һәм журналист Салауат Әбүзәр һәм “Һәнәк” журналының яуаплы сәркәтибе, шағир Илгиз Ишбулатов менән ижади осрашыу үтте.

Февраль айында Өфө калаһының 30-сы һанлы балалар модель китапханаһында Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев премияһы лауреаты, күренекле шағир, драматург һәм журналист Салауат Әбүзәр һәм “Һәнәк” журналының яуаплы сәркәтибе, шағир Илгиз Ишбулатов менән ижади осрашыу үтте.
Беҙгә икмәк нисек кәрәк булһа, матурлыҡ та шулай кәрәк. Беҙ ысын матурлыктың һәр ваҡыт кешелекле булыуына ышанабыҙ. Гүзәллек кешене нәфисләндерә, яҡшырта, рухи һәм әхлаҡи сафландыра. Киләсәк донъяның йәш гражданын тормоштағы һәм сәнғәттәге гүзәллекте күрә белеүе – уны һәр яҡтан үҫкән шәхес өсөн кәрәк булған әһәмиәтле сифаттар менән байытыу тигән һүҙ. Шундай шәхесте тәрбиәләү – яҙыусыларҙың төп бурыстарының береһе.
Осрашыу Салауат Нәзир улы Әбүзәр үҙе тураһында ҡыҫҡа, əммə ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп һөйлəүенəн башланып китте. Уҡыусыларға яҙыусының ҡайҙан ижади инеш алыуы бик ҡыҙыҡлы ине.
Унан инде кисəлə ҡатнашыусылар Салауат Әбүзәр улының “Кисенбикә юлы” тигəн повесы буйынса фекер алыштылар. Уларҙы тетрəндергəн дə, уйландырған да был əҫəр тураһында һөйлəшеү барыһына ла ҡыҙыҡлы булды.
Илгиз Вәкил улы кисəгə күстəнəс – шиғырҙар шəлкеме алып килгəн ине, уларҙы автор башҡарыуында тыңлап кинəндек. Үҙенең әрмелә саҡтарын иҫенә төшөрҙө. Ысын дуҫтар буламы, тигән һорауға төплө яуап бирҙе.
Ғөмүмəн, осрашыу бик йылы, йəнле барҙы, ихлас фекер алышыу ойошторолдо. Яҙыусыларҙың алсаҡлығы, ябайлығы уҡыусыларҙың үҙҙəрен иркен тотоуға булышлыҡ итте. Йəштəр уңайһыҙланмай һорау артынан һорау яуҙырҙылар, матур, төплө яуаптар алып, көлөшөп тə, күҙҙəре йəшлəнеп, хислəнеп тə алдылар. Мəңгелек һорауҙарға: мөхəббəт, ғашиҡ булыу, хистəргə ҡағылышлы яуаптар алҡыштар менəн ҡаршыланды.
Осрашыу бик йәнле, күңелле үтте. Барлык кисəлə ҡатнашыусылар исеменəн, осрашыуҙы ойоштороусы Земфирә Галимова Салауат Әбүзәров менəн Илгиз Ишбулатовҡа “Афарин!” тип, рəхмəт əйтте. Һуңынан теләүселәр иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
Беҙ ошондай матурлыҡҡа, әҙәбиәткә ғашиҡ кешеләр менән аралашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Сәләмәтлек, оҙон ғүмер һеҙгә, дуҫтарыбыҙ! Күңелегеҙҙә илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен, ҡәләмегеҙ үткер, фекерегеҙ тос булһын!

Читайте нас: