-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Төндәлектәр. Һуғыштың яҙылмаған биттәре. Хәрби әсир михнәттәре...

“Төндәлектәр” рубрикаһы менән сыҡҡан сәхифәләрҙе уҡып баралар икән. Рәхмәт! Бөгөн һуғыштың аҙ билдәле булған, әҙәби әҫәрҙәрҙә урап үтелгән, хатта заманында тыйылған темаларға ла урын бирге килә. Бына хәҙерге таулы-урманлы иң бай төбәктәрҙең береһенән хат килде. Яҙмаларҙа ейәне үҙенең олатаһының яҙмышын бәйән итә.“Минең олатайым Әхмәтйәр Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Аттар менән танктарға, самолеттарға ҡаршы һуғышып буламы инде? Тиңдәшһеҙ яуҙарҙың береһендә олатайым ҡаты яралана һәм фашистарға әсирлеккә эләгә. Шунан һуң уның бөтә ыҙалары башлана. Уларҙы Германияға килтерәләр һәм “Иҙел-Урал” легионына саҡырып, СССР-ға ҡаршы һуғышырға өндәй башлайҙар. Байтаҡ мосолман, ғүмерҙәрен һаҡлау маҡсатында, легионға яҙыла һәм тыуған илдәренә хыянат итә.

“Төндәлектәр” рубрикаһы менән сыҡҡан сәхифәләрҙе уҡып баралар икән. Рәхмәт! Бөгөн һуғыштың аҙ билдәле булған, әҙәби әҫәрҙәрҙә урап үтелгән, хатта заманында тыйылған темаларға ла урын бирге килә. Бына хәҙерге таулы-урманлы иң бай төбәктәрҙең береһенән хат килде. Яҙмаларҙа ейәне үҙенең олатаһының яҙмышын бәйән итә.
“Минең олатайым Әхмәтйәр Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Аттар менән танктарға, самолеттарға ҡаршы һуғышып буламы инде? Тиңдәшһеҙ яуҙарҙың береһендә олатайым ҡаты яралана һәм фашистарға әсирлеккә эләгә. Шунан һуң уның бөтә ыҙалары башлана. Уларҙы Германияға килтерәләр һәм “Иҙел-Урал” легионына саҡырып, СССР-ға ҡаршы һуғышырға өндәй башлайҙар. Байтаҡ мосолман, ғүмерҙәрен һаҡлау маҡсатында, легионға яҙыла һәм тыуған илдәренә хыянат итә. Ләкин һатлыҡ йәндәр сафында башҡорттар булмай, улар үҙ анттарына тоғро ҡала.
Олатайымды заводтарҙың береһенә эшкә ебәрәләр. Уларға иң ауыр, зыянлы цехтарҙа эшләргә тура килә. Бер мәл баракка, ат ҡараусы кәрәк, тип киләләр. Олатайым конюх булып эшләргә ризалаша һәм немец фермерының ҙур хужалығында эшләй башлай. Олатайым, ҡарап тороуға баһадир кәүҙәле, зәңгәр күҙле, ҡара ҡашлы ир, хужаларҙың ышанысын яулай һәм эшен яуаплы башҡара.
Олатайым был хаҡта өйгә ҡайтҡас, 50-се йылдарҙа, үҙенең ҡустыларына һөйләгән. Фермерҙың ҡыҙы уға ғашиҡ булған һәм уларҙың мөхәббәт емеше – ҡыҙҙары тыуған. Хатта ул немец телендә буйтым һөйләшергә өйрәнгән.
1945 йылдың яҙында союзниктар олатайым ялланып эшләгән хужалыҡҡа килә. Байтаҡ ҡына әсирҙәр тыуған илдәренә ҡайтыуҙан баш тарта, сөнки уларҙы, һеҙ хыянат иткәнһегеҙ, әсирлеккә бирелгәнһегеҙ, тип төрмәгә ултыртасаҡтар, тигән уйҙырмалар менән ҡурҡыталар. Олатайым ҡайтырға ҡарар итә. Сөнки уны өс улы, ҡатыны көткән була. Ләкин тыуған ергә аяҡ баҫыу менән олатайымды Себергә ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Тыуған ауылына ул 1947 йылдың аҙағында ғына аяҡ баҫа.
Ауылдаштары уны төрлөсә ҡабул итә. Күптәр һуғышта булғас, уның яҙмышын аңлай, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Сөнки ул осор яуҙан ҡайтыусылар бик күп була. Улар берҙәм һәм татыу йәшәй.
Хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булған олатайҙың тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуы ауылдаштар өсөн ҙур ваҡиғаға әйләнә. Уны өй беренсә йөрөтөп ҡунаҡ итәләр, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәләр. Шунан һуң ауылда хужалары яу ҡырында һәләк булып ҡалған ғаиләләр ҙә байтаҡ була. Тол ҡатындар, иреңде бер төнгә беҙгә биреп тор, тип өләсәйемә килә башлайҙар. “Иреңде бер көнгә генә беҙгә биреп тор. Һин былай ҙа бәхетле, һинең ирең һәр ваҡыт буласаҡ, ә беҙҙеке – юҡ”, – тип үтенә улар.
Заманында олатайым ауылдың беренсе егеттәре иҫәбенән була. Минең бөҙрә сәстәремде күреп, ҡара әле, тап олатайың һымаҡһың, тип мине яратып китә торғайнылдар өләсәйҙәр. Олатайым бәхетле ғүмер йәшәне, 94-кә етеп үлде.
Өләсәйем дә, мин, ысынлап та, бәхетле. Ирем иҫән-һау ҡайтты, әхирәттәрем дә, исмаһам, бер көн булһа ла бәхетле булһын, һөйөү тәмен татыһын, тип олатайымды ҡунаҡҡа ебәрергә риза була.
Мин олатайым менән өләсәйемде йыш иҫкә төшөрәм. Уларҙың был ҡылығында гонаһ күрмәйем, ғәйепләмәйем. Йомарт күңелле, егәрле, тыныс, ярҙамсыл кешеләр ине улар. Боронғо заманда кешеләр бер-береһенә ихлас мөнәсәбәттә булған. Ошо урында мин Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһындағы шәриғәт ҡанундарын ғына иҫкә төшөргәм килә.
Хәҙер шулай уйлайым, олатайым, бәлки, боронғо йолаларҙы шулай үтәргә кәрәк, тип тапҡандыр.
Ләкин олатайым ҡунаҡҡа киткәндән һуң өс төн буйы өйөнә әйләнеп ҡайтмай...”
Аҙағы бар.
Р. Мәүлетҡолов яҙып алды.
Читайте нас: