-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
17 Август 2020, 11:00

“Ә МИНЕҢ АТАЙЫМ ҠАЙҘА?” – ТИП ҺОРАНЫ УЛЫМ.

Тәү ҡарамаҡҡа, мин бик иртә һәм уңышлы кейәүгә сыҡтым. Минеке булмаһа ла, фатир, иҫке булһа ла, иномарка, ата-әсәһе лә хәлле кешеләр. Ләкин, нисек кенә булмаһын, мин – килен, ят кеше. Улар өсөн, ниндәй генә булмаһын, иҫерекме, айныҡмы, тупаҫ һуғыш суҡмарымы, үҙ улдары ғәзиз һәм яҡын. Кейәүгә сыҡҡан һәр ҡыҙ икенсе донъяға килгәндә иң тәүҙә шуны белергә – ҡағиҙәләрҙе танырға һәм яраҡлашырға бурыслы. Башҡаса мөмкин түгелдер. Ошо хаҡта мине иҫкәртеүсе, өйрәтеүсе булманы, һәм минең ғаилә тормошо уңышһыҙлыҡҡа дусар ителде. Кем белә, әйтәйек, шул уҡ фатирҙың ҡәйнәм исемендә булыуы, беҙҙең торлаҡта ваҡытлыса теркәлеүебеҙ билдәле булһа, шул талаптарҙан сығып, мин дә үҙемдең мөнәсәбәттәремде ҡорғанда үҙемде башҡасараҡ тотор инем. Нимәләр булғанын ентекләп яҙып тормайым. Бөтәһе лә ваҡ-төйәк, хатта иғтибарға ла лайыҡ түгел, көнкүреш мәшәҡәттәре һәм ығы-зығыһы. Улыбыҙ тыуҙы. Мин тулыһынса ваҡытымда балаға бағышланым. Шуға күрә иремдең ҡайһы бер ҡылыҡтарын йөрәккә нығыраҡ ҡабул иткәнмендер, ә ҡайһыларына күҙ йомғанмындыр. Уның бер-ике көнгә юғалыуы, балыҡҡа китеүе аптырата башлағас, был мәсьәлә ҡайным һәм ҡәйнәм кимәленә күтәрелде, билдәле, минең мәсхәрәле еңелеүем менән тамамланды. Мин аптырап ҡалдым. Улар мине, ул бүләк иткән киленде, нисек йәшәргә өйрәтергә тотондолар һәм быларҙың барыһы ла улдарына маҡтау йырлау аша еткерелде. Этеп-төртөп, мин тағы бер йыл түҙҙем әле. Кемдәр нисектер, мин – үҙ ҡәҙеремде белгән, йоҙороҡ тәрбиәһен инҡар иткән кешеләрҙәнмен. Бер йыл миңә, үҙемде яҡлау өсөн, көрәшергә тура килде. Хәҙер үкенәм, ҡатынына ҡул күтәргән ир бының йоғонтоһон һиҙеп ҡалһа, бер ваҡытта ла тынмай. Һәр осраҡта йоҙороҡ менән тәрбиәләргә тотона. Ике йылдан һуң мин әсәйемдәргә ҡайтып киттем. Улар, минән бигерәк, улымды яратып ҡабул итте. Шунда ғына мин үҙемде, айырылған ҡатын булһам да, кеше итеп тоя башланым. Ләкин әсәйем дә, атайым да беҙҙең ғаиләбеҙҙең ҡушылыуына өмөтөн өҙмәй ине әле. Әсәйем, бигерәк: “Бар, барып кил, хәлдәрен белгән бул, ҡыуып сығармаҫтар әле”, – тип өгөтләне һәм маҡсатына иреште. Бер көн иртән торҙом да (23 февраль менән 8 март араһы ине), ҡайным менән ҡәйнәмә бүләктәр һатып алдым, хәл белеү маҡсаты менән, ишек ҡыңғырауына баҫтым. Ни тиһәң дә, хәҙер улыбыҙға өс йәштән артыҡ. Тиҙ үҫә, аҡыллы, тыныс, иртә һөйләште, хәрефтәр таный башланы. Балалар баҡсаһында үҙе йөрөгән төркөмдә иң көслө балаларҙан иҫәпләнә. Тәрбиәселәре хатта, һеҙҙең улығыҙ вундеркинд булмаҡсы, тип өмөтләндерҙе. Ә улым, миң ҡайтып килеү менән, өләсәй менән олатайға: “Мин вундеркинд булам!” – тип иғлан итте.

“Ә МИНЕҢ АТАЙЫМ ҠАЙҘА?” – ТИП ҺОРАНЫ УЛЫМ.
Тәү ҡарамаҡҡа, мин бик иртә һәм уңышлы кейәүгә сыҡтым. Минеке булмаһа ла, фатир, иҫке булһа ла, иномарка, ата-әсәһе лә хәлле кешеләр. Ләкин, нисек кенә булмаһын, мин – килен, ят кеше. Улар өсөн, ниндәй генә булмаһын, иҫерекме, айныҡмы, тупаҫ һуғыш суҡмарымы, үҙ улдары ғәзиз һәм яҡын. Кейәүгә сыҡҡан һәр ҡыҙ икенсе донъяға килгәндә иң тәүҙә шуны белергә – ҡағиҙәләрҙе танырға һәм яраҡлашырға бурыслы. Башҡаса мөмкин түгелдер. Ошо хаҡта мине иҫкәртеүсе, өйрәтеүсе булманы, һәм минең ғаилә тормошо уңышһыҙлыҡҡа дусар ителде. Кем белә, әйтәйек, шул уҡ фатирҙың ҡәйнәм исемендә булыуы, беҙҙең торлаҡта ваҡытлыса теркәлеүебеҙ билдәле булһа, шул талаптарҙан сығып, мин дә үҙемдең мөнәсәбәттәремде ҡорғанда үҙемде башҡасараҡ тотор инем.
Нимәләр булғанын ентекләп яҙып тормайым. Бөтәһе лә ваҡ-төйәк, хатта иғтибарға ла лайыҡ түгел, көнкүреш мәшәҡәттәре һәм ығы-зығыһы. Улыбыҙ тыуҙы. Мин тулыһынса ваҡытымда балаға бағышланым. Шуға күрә иремдең ҡайһы бер ҡылыҡтарын йөрәккә нығыраҡ ҡабул иткәнмендер, ә ҡайһыларына күҙ йомғанмындыр. Уның бер-ике көнгә юғалыуы, балыҡҡа китеүе аптырата башлағас, был мәсьәлә ҡайным һәм ҡәйнәм кимәленә күтәрелде, билдәле, минең мәсхәрәле еңелеүем менән тамамланды. Мин аптырап ҡалдым. Улар мине, ул бүләк иткән киленде, нисек йәшәргә өйрәтергә тотондолар һәм быларҙың барыһы ла улдарына маҡтау йырлау аша еткерелде. Этеп-төртөп, мин тағы бер йыл түҙҙем әле. Кемдәр нисектер, мин – үҙ ҡәҙеремде белгән, йоҙороҡ тәрбиәһен инҡар иткән кешеләрҙәнмен. Бер йыл миңә, үҙемде яҡлау өсөн, көрәшергә тура килде. Хәҙер үкенәм, ҡатынына ҡул күтәргән ир бының йоғонтоһон һиҙеп ҡалһа, бер ваҡытта ла тынмай. Һәр осраҡта йоҙороҡ менән тәрбиәләргә тотона.
Ике йылдан һуң мин әсәйемдәргә ҡайтып киттем. Улар, минән бигерәк, улымды яратып ҡабул итте. Шунда ғына мин үҙемде, айырылған ҡатын булһам да, кеше итеп тоя башланым. Ләкин әсәйем дә, атайым да беҙҙең ғаиләбеҙҙең ҡушылыуына өмөтөн өҙмәй ине әле. Әсәйем, бигерәк: “Бар, барып кил, хәлдәрен белгән бул, ҡыуып сығармаҫтар әле”, – тип өгөтләне һәм маҡсатына иреште. Бер көн иртән торҙом да (23 февраль менән 8 март араһы ине), ҡайным менән ҡәйнәмә бүләктәр һатып алдым, хәл белеү маҡсаты менән, ишек ҡыңғырауына баҫтым. Ни тиһәң дә, хәҙер улыбыҙға өс йәштән артыҡ. Тиҙ үҫә, аҡыллы, тыныс, иртә һөйләште, хәрефтәр таный башланы. Балалар баҡсаһында үҙе йөрөгән төркөмдә иң көслө балаларҙан иҫәпләнә. Тәрбиәселәре хатта, һеҙҙең улығыҙ вундеркинд булмаҡсы, тип өмөтләндерҙе. Ә улым, миң ҡайтып килеү менән, өләсәй менән олатайға: “Мин вундеркинд булам!” – тип иғлан итте.
Улымды олатайы менән өләсәһенә, һис юғы, атаһына күрәһәтергә теләйем. Сөнки иртәле-кисле, улымды баҡсаға алып барғанда-алып ҡайтҡанда әсәйҙәр, атайҙар менән йыш осрашырға тура килә. Улым, Айнур, күрә, сағыштыра һәм һығымта яһайҙыр. Мәҫәлән, Радмирҙы көн һайын әсәһе ала ине, бөгөн атаһы килгән. Был үҙгәрешкә бәлки берәү ҙә иғтибар итмәгәндер, ләкин минең улым урап үтә буламы һуң инде: “Ә минең атайым ҡайҙа, әсәй?” – тип һораны ғәм халыҡ алдында. Беренсе тапҡыр атаһын һораны. Мин был һорауға яуап бирергә әҙер булмай сыҡтым. Шул ваҡыт кисергәндәремде яҙып тормайым.
Мин ҡыңғырауға баҫтым һәм ишек шунда уҡ асылды.
– Ә, һеҙ килдегеҙме ни? – тине ҡәйнәм. Аптыранды. Ҡайным күренде.
Эскә үтергә саҡырыусы булмаһа ла, мин индем һәм бар түҙемлегемде йыйып, артабан нимә булырын фаразларға тырышам. Өндәшмәйем. Ә улар төшкө ашты ашап ултыралар ине. Улым үтергә, яңы урын менән танышырға, өләсәй менән олатайҙы, атайҙы күрергә ынтыла. Мин тотоп торам. Ә улар аш ашай. Атаһының аш шөрпөлдәтеүенә һәм ҡалағын шаҡылдатыуына ҡарағанда, төптә ултыра. Аҙаҡ ҡабаланмай ғына сәй эстеләр, икебеҙ ҙә иртән ашап сыҡҡайныҡ, туҡланыу мәсьәләһе беҙҙең өсөн, хәҙергесә әйтһәк, актуаль түгел. Ә миңә ҡыҙыҡ: был һынашыу күпме дауам итер һәм кем файҙаһына тамамланыр икән? Олатай менән өләсәй өсөн Айнур – тәүге ейән. Бер ниндәй өҫтөнлөгө төҫмөрләнмәһә лә, дәғүә ишетелмәһә лә, беренсе ейәндән дә ҙурыраҡ шатлыҡ-ҡыуаныс өсөн тағы ниндәй бәхет бар? Бәлки мин йоҡлайымдыр, һаташамдыр? Күрмәйһегеҙме ни, һеҙҙең ейәнегеҙ килгән? Ул һеҙҙең менән танышырға, һеҙҙең өйөгөҙҙә уйнарға, анауы, беҙҙе ят итеп ҡарап торған бесәйҙе тотоп ҡарарға теләй. Юҡ...
Ниһәйәт, ҡайным сыҡты. Оҙон буйлы, мөһәбәт, белеүемсә, аҡыллы, түҙемле кеше.
Мин инде бер яҡшылыҡ та, изгелек тә көтмәйем был кешеләрҙән, ләкин өмөтөмдө өҙмәйем:
– Бына, Айнур улым, һинең олатайың, – тинем.
Улым аптырап торманы, йәйәү байтаҡ килгәйнек, башындағы кәпәсен сисеп ырғытты ла, ике ҡулын өҫкә һоноп, күтәр мине, тигән һымаҡ:
– Һаумы, олатай! – тине.
Ҡайнымды мин яҡшы белмәйем, ләкин үҙен үҙе яҡларлыҡ, тәүәккәл аҙымдар яһарлыҡ ирҙәр затынан, тип уйлай инем. Хаталанғанмын икән. Ул урынында тапанды, хатта артҡа сигенде һәм аш бүлмәһенә боролоп ҡараны.
– Ҡуй, килмәһен. Миндә – простуда, аҙаҡ: “Олатай йоҡторҙо”, – тип үпкәләп йөрөрһөгөҙ.
Ә улым олатаһының күтәреп алыуын көтөп, һаман ҡулдарын өҫкә күтәреп, талпынып тора ине әле.
Мин хушлашыр өсөн аш бүлмәһенә үттем:
– Ярай, рәхмәт, һау булығыҙ! – тинем.
Элекке ирем, миңә боролоп ҡарарға ла ҡурҡып, сәй эсә, әсәһе эргәһендә нимәлер сәйнәй, ә ят бер ҡатын тәрилкәләрҙе йыйыштыра ине. Ул миңә бер генә боролоп ҡараны, уның ҡарашында “хәҙер бында мин хужабикә”, тип кенә яҙылғайны.

Дуҫтар! Беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: