-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
19 Август 2020, 12:24

“МИНЕҢ АТАЙЫМ ҠАЙҘА?”– ТИП ТАҒЫ ҺОРАНЫ УЛЫМ – 2.

Беҙ ҡайтып барабыҙ. Шуныһына ҡыуанам, беҙҙе ҡыуманылар, бары тик беҙҙе индермәнеләр. Үҙемде шулай тынысландырам. Улым өндәшмәй. Килде-килде лә, балалар баҡсаһында бер ҡыҙыҡай һөйләгән шиғырҙы отоп алған да, ҡысҡырып һөйләй башланы: “Атай менән Өфө буйлап Йөрөйбөҙ ҡала гиҙеп, Баш ҡалабыҙ тураһында Һөйләй ул теҙеп-теҙеп. Цирк ҡараныҡ, Ҡурсаҡ йортон, Иң-иң матур ерҙәрҙе, Атай әйтә: “Өфө ҡарт та, Ә йәшәрҙе, үҙгәрҙе”. Салауат батыр янында Фотоға төштөк бергә. Баш ҡала иҫтәлеге, тип Элеп ҡуйҙыҡ иң түргә”. Танып торам, Гүзәл апай Ситдиҡованың шиғыры лабаһа! Улымдың отоп алыуын әйт! Февраль аҙаҡтарындағы һыуыҡ ел күҙҙәрҙе йәшләндерә. Мин ҡулъяулыҡ менән күҙҙәремде һөртәм. Улым миңә күтәрелеп ҡарай һәм: “Әсәй, һин ниңә илайһың?”– ти. Мин өндәшмәйем. Улымды күтәреп алам һәм туҡталышҡа табан атлайым. Мин – ҡатын-ҡыҙ, бөтәһе лә мине ҡыҙыҡһындыра, ҡайһы ваҡыт иремә ҡағылышлы мәғлүмәт, мин эҙләмәһәм дә, һорамаһам да, үҙенән-үҙе килеп инә.

“МИНЕҢ АТАЙЫМ ҠАЙҘА?”– ТИП ТАҒЫ ҺОРАНЫ УЛЫМ – 2.
Беҙ ҡайтып барабыҙ. Шуныһына ҡыуанам, беҙҙе ҡыуманылар, бары тик беҙҙе индермәнеләр. Үҙемде шулай тынысландырам. Улым өндәшмәй. Килде-килде лә, балалар баҡсаһында бер ҡыҙыҡай һөйләгән шиғырҙы отоп алған да, ҡысҡырып һөйләй башланы:
“Атай менән Өфө буйлап
Йөрөйбөҙ ҡала гиҙеп,
Баш ҡалабыҙ тураһында
Һөйләй ул теҙеп-теҙеп.

Цирк ҡараныҡ, Ҡурсаҡ йортон,
Иң-иң матур ерҙәрҙе,
Атай әйтә: “Өфө ҡарт та,
Ә йәшәрҙе, үҙгәрҙе”.

Салауат батыр янында
Фотоға төштөк бергә.
Баш ҡала иҫтәлеге, тип
Элеп ҡуйҙыҡ иң түргә”.
Танып торам, Гүзәл апай Ситдиҡованың шиғыры лабаһа! Улымдың отоп алыуын әйт!
Февраль аҙаҡтарындағы һыуыҡ ел күҙҙәрҙе йәшләндерә. Мин ҡулъяулыҡ менән күҙҙәремде һөртәм. Улым миңә күтәрелеп ҡарай һәм: “Әсәй, һин ниңә илайһың?”– ти. Мин өндәшмәйем. Улымды күтәреп алам һәм туҡталышҡа табан атлайым.
Мин – ҡатын-ҡыҙ, бөтәһе лә мине ҡыҙыҡһындыра, ҡайһы ваҡыт иремә ҡағылышлы мәғлүмәт, мин эҙләмәһәм дә, һорамаһам да, үҙенән-үҙе килеп инә. Педагогия институтында бергә уҡыған һабаҡташым тура килде. Ирем уның хәҙерге хәләл ефете менән бер мәктәптә уҡыталар икән.
– Һин ул ирҙе ҡайҙан таптың? Ҡатыны үҙенә пар килгән бит әле! – тип, мин һорашмаһам да, байтаҡ хәбәр, ғәфү итегеҙ, ғәйбәт, тип әйтергә лә мөмкин, ҡалдырып китте. – Беләһеңме, улар икәүләшеп нимә эшләй?
Баҡ тиһәң, минең ирем сәғәттәрен, ваҡ-төйәк эштәрен – барыһын да хәҙерге ҡатыны исеменә яҙыуҙы талап итеп, уҡытыу эштәре буйынса мөдирҙең башын ҡатыра икән.
– Декрет аҡсаһы ҡатынына күберәк сыҡһын, тип тырышалыр, – тинем һабаҡташыма.
– Көтөп тор! Уның ҡатыны былай ҙа ике ставка алып бара. Беләһеңме, ни өсөн ҡатынына яҙҙыра? Улыңа алиментты әҙерәк түләр өсөн.
Был хәбәр мине һеңгәҙәтә һуҡҡан һымаҡ булды.
Беҙ аҡсаһыҙ интегәбеҙ. Атайым менән әсәйемә туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ йыш килә. Улыма тейешле шарттар булһын, тип ҡуртымға бер бүлмәле фатир яллағайным. Байтаҡ ҡына түләргә тура килә. Уның ҡарауы, эшемә лә, балалар баҡсаһына ла яҡын.
Миндә иремә йә уның атаһына хат яҙыу теләге уянды. Мине улар ҡабул итмәһәләр ҙә, уларҙың тәүге һәм, белеүемсә, берҙән-бер ейәне минең ҡулымда. Миңә уларҙан, бик ауыр булһа ла, бер ярҙам да кәрәкмәй, ләкин улымдың атаһы, өләсәһе, олатаһы барлығын белеп үҫеүен, уларҙың да тәрбиәләүҙә ҡатнашыуын күрергә теләйем.
Ул хатты мин ай буйы яҙым. Нимә генә тип яҙа башлаһам да, үпкәләгән һымаҡ килә лә сыға. Эйе, миндә үпкә бар, улар мине бер ҙә юҡҡа рәнйетте, хатта берҙән-бер барыуыбыҙҙа өйгә индереүҙе лә кәрәк тип тапманы. Етмәһә, әсәйем дә: “Һинең улар алдында бер гонаһың да юҡ. Һин уларға бер насарлыҡ та ҡылманың. Һин бар, берәй һылтауын тап та, кереп, күренеп сыҡ”, – тип өгөтләй. Мин хатымды тамамлай алманым.
Тағы бер йыл үтеп китте. Урамда балаларын етәкләп, арбаға ултыртып, йә елкәһенә атландырып йөрөгән атайҙарҙы күрһә, минең улым бик ҡыҙыға һәм уларға көнләшеп ҡарай. Артына әйләнеп ҡарай-ҡарай бара ла, уларға эйәреп китер һымаҡ. Мин берәй һүҙ табып, иғтибарын ситкә йүнәлтәм, йә үтеп китеүсе машинаға күрһәтәм. Сөнки улым машиналар ярата. Уға машиналағы балалар ултырғысы ҡыҙыҡ. Атайҙар малайҙарын, ҡыҙҙарын шунда ултыртып йөрөргә тейешлектәрен белә. Ни хәл итәйем, улыма дүрт йәш тулып уҙҙы, ә ул һаман балалар клеслоһына ултырып ҡарағаны юҡ.
– Ә минең атайҙың машинаһы ниндәй маркалы? Балалар ултырғысы бармы? – тип һорауы миңә ҡәтғи талап һымаҡ ишетелә. Иҫке икәнлеген беләм, ләкин был һорауға яуап бирә алмайым.
Беҙ, бер йыл самаһы ваҡыт үткәндән һуң, олатай менән өләсәйгә сираттағы сәфәребеҙҙе ҡылып ҡарарға булдыҡ. Бүләктәр, күстәнәс әҙер. Шәмбе төшкә ҡарай, мин улыма тағы ла: “Беҙ бөгөн атайҙы, олатай менән өләсәйҙе күрергә барабыҙ!” – тип иғлан иттем.
Улым “Ура!” ҡысҡырып, тәкмәс атты, шунда уҡ йыйына башланы. Уларға берәй уйынсығын алып барып, күрһәтергә теләк белдерҙе. Бик оҙаҡ һайланды, ә мин, һағайып, уйланам, был юлы нисек ҡабул итерҙәр? Ишек төбөнән үк тағы бороп ебәрмәҫтәрме? Әрләп сығармаҫтармы? Теге, улар менән эшләгән, һабаҡташымды күргәнем юҡ. Шулай булғас, бер яңылыҡ та юҡ. Кем белә, бәлки, өс йылдан артыҡ йәшәйҙәр, килендәре бәпәй үҫтереп ятмаймы икән? Улым ашыға, түҙемһеҙләнә. Минең күңелем тартмай, ләкин улым хаҡына барырға, ишек ҡағырға һәм уларҙың алдына баҫырға мәжбүрмен. Дөрөҫ, ә ниңә мин тартынып торорға тейешмен? Эйе, минең бер хоҡуғым да юҡ, ләкин мин уларҙың улын, ейәнен, тәрбиәләйем. Хатта уларҙың да Айнурҙың нисек үҫеүен күрергә хоҡуғы бар. Мин уларҙы был мөмкинлектән бер нисек тә мәхрүм итә алмайым. Улым хаҡына мин иң ауыр һынауҙарҙы ла үтергә әҙермен. Әсәйемдең һүҙен йыҡҡым килмәй, минең өсөн уларға барыуҙың бер ауырлығы ла юҡ.
Көтөп торғандар, тиерһең. Ишекте шунда уҡ астылар. Олатай менән өләсәй икәү генә өйҙә икән. Уларҙың өлтөрәп йөрөүҙәрен күрһәгеҙ... Өрмәгән ергә ултыртмайҙар. Ейәндәрен ҡулда ғына йөрөтәләр. Хатта бесәйҙәре аптырап, әллә көнләштеме икән, улым эргәһенә килеп, мыраулап, һыйынды. Ҡыҫҡаһы, беҙҙе бик йылы ҡабул иттеләр. Мин һорашманым, уларҙың бик һөйләгеләре, зарланғылары килеүен һиҙеп торам, ләкин ирем һәм уның ҡатыны хаҡында бер һүҙ ҙә булманы. Ашап алдыҡ, залға сығып уйнаныҡ, бүләктәр менән алыштыҡ. Улым бәләкәй машинаһын сығарҙы ла:
– Ә минең атайым ҡайҙа? – тип һораны.
Ҡайным менән ҡәйнәм тағы һиҫкәнделәр, бер-береһенә ҡараштылар, нимә әйтергә лә белмәнеләр. Уларҙың нимә кисергәнен беләм. Сөнки был һорауҙы мин былтыр ишеткәйнем һәм нимә тип яуап бирергә лә белмәй, бик ауыр хәлдә ҡалғайным. Үҙем дә һиҙмәҫтән, әсәйем һеҙгә сәләм әйтте, хәлдәрегеҙҙе һорашты, тип һүҙҙе икенсегә бороп ебәреп ҡараным. Ләкин улым ныҡыш булып сыҡты:
– Атайымдың машинаһы бармы? – тип һораны.
Мин үҙемдең эшем, улымдың балалар баҡсаһындағы уңыштары, атайым менән әсәйемдең хәле тураһында һөйләйем, ә улым:
– Атайым бөгөн ҡайтамы? – тип һорай.
Минең өсөн иғтибарҙы ситкә йүнәлтерлек дәлилдәр бөттө. Ҡайным менән ҡәйнәм тағы ла бер-береһенә ҡараштылар ләкин өндәшмәнеләр. Ысынлап та, ҡайҙа беҙҙең атай? Был хаҡта минең дә белгем килә, ләкин улым ҡыҙыҡһынғас, мин нимә тип һорайым инде.
Яуап булмағас, улым тороп китә һәм бүлмәләрҙе ҡарап сыға.
– О! Һеҙҙең фатирығыҙ ҡайһылай ҙур! – тип һоҡлана ул. – Ошонда икәү генә йәшәйһегеҙме? Ә беҙҙә Ларисаның да, Димдең дә фатирҙарында үҙ бүлмәләре бар икән. Данилдыҡы ла бар. Минеке генә юҡ...
Олатай менән ейәне күңелле итеп уйнайҙар, ә беҙ ҡәйнәм менән аш бүлмәһенә сыҡтыҡ. Шул арала ҡәйнәм миңә барыһын да һөйләп бөттө. Хәҙерге килендәре ошо фатирҙарын “общага”, “проходной двор”, тип атаған һәм кеше күп килеүен яратмаған. Әле бәләкәй ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән ятаҡта йәшәйҙәр һәм ошо фатирҙарын бүлеүҙе талап итә икән.
– Беҙгә әллә ҡайҙан фатир эләгә. Бында – баҙар, дауахана, ҡайныңдың эшләгән урыны эргәлә генә. Утыҙ йылдан артыҡ йәшәйбеҙ, күршеләр – тыныс, һәйбәт кешеләр. Ярай, бүлеп бирҙек тә, ти, бында бит Айнурҙың да өлөшө бар. Ҡайның ныҡ тора, һеҙҙе торлаҡһыҙ, урамда ҡалдырғыһы килмәй, беҙгә күпме генә йәшәргә ҡалған, – тип һөйләп өлгөрҙө.
Көн үтте. Беҙ ҡайтырға йыйынғас, Айнур:
– Әсәй! Мин бында ҡалам! – тине.
Өләсәй менән олатай тамам үҙҙәренә ҡаратып алғас, сабый нимә тип әйтһен инде. Бына ҡайтып барам, февраль еле һалҡын шул, әсе елдән күҙҙәремдән йәш ҡойола. Кешеләр мине, был ҡатын ниңә илай, тип уйлайҙарҙыр инде. Уйлаһындар, бәлки шатлыҡ йәштәрелер улар.
Читайте нас: