Көҙгөһөн ялға ҡайтҡан арала, Матбуғат йортона килеп, хәлебеҙҙе белеп, үҙенең уй-хыялдары менән бүлеште. Уның теләге - яңы ҡушылған өлкәләрҙе бай тарихлы республикабыҙ менән яҡындан таныштырып, күргәҙмә ойоштороу.
Ике аҙна эсендә әллә күпме изге эштәр эшләп өлгөрә егетебеҙ. Мәктәп директорҙары менән осрашып, Запорожье балаларына спорт инвентарҙары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар туплау ойоштора, питомниктар менән һөйләшеп, гуманитар йөк менән бергә йәш ағас үҫентеләре ебәреүҙе хәстәрләй. Беҙгә барыһын да төпсөнөп һөйләп торманы дуҫыбыҙ, ә бына бер нисә көн элек ошо видеоны ебәргән һәм барыһы ла бер һүҙһеҙ аңлашыла. Маладис, “Уҡытыусы”, тыуған еребеҙҙең ысын патриотыһың, ғорурланабыҙ!!!