-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

ХАТ ЯҘАМ!

Ауылға сүп-сар контейнеры ҡуйғайнылар, эргә-тирәһендә ҡый тулып ята. Ауыл халҡына, әлбиттә, был күренеш оҡшап етмәне. Иң әүҙеме: – Реформа үткәреүгә үткәрҙеләр ҙә ул, тик урынына еткереп бер кемдең эшләгеһе килмәй! Хәҙер үк ауыл старостаһы хәл итһен! – тине

ХАТ ЯҘАМ!
ХАТ ЯҘАМ!

– Старостаның бурысына сүп-сар реформаһы инмәй, ауыл хакимиәтенә әйтергә кәрәк, – тинеләр уға яуапҡа.
– Юҡ! Тура район башлығына хат яҙырға кәрәк!
– Туҡта-туҡта! Сүп-сарҙы түккән компанияға яҙам, уларҙың эше бит был. Хеҙмәткәрҙәренә шелтә бирһендәр!
– Тура прокуратураға хат яҙырға кәрәк. Суд аша хәл итһендәр! Эштәрен теүәл үтәмәйҙәр, ә эш хаҡы алып яталар!
– Тәбиғәтте бысратҡан сүп-сар контейнер эргәһендә генә ятмай бит, эттәр урманға ла ташый. Тимәк, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хат яҙырға кәрәк!
– Үҙең, урман бысрай, тиһең бит! Мин Урман хужалығы министрлығына хәбәр итәм!
– Министрлыҡтарҙың хужаһы кем? Башлыҡҡа хат яҙырға кәрәк!
– Ә башлыҡтың етәксеһе кем? Президентҡа хат яҙам!
Ауыл халҡы кәмендә йөҙләгән хат ебәрҙе. Хәҙер яуап көтәләр. Ә сүп-сар һаман урам бысратып ята, ти.

З. Хәкимйәнова.

Фото: tritonstroy.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: