-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Февраль 2019, 13:50

ҺУҢҒЫ КАДР

Саяпов ағай белем алған элит мәктәп милли кадрҙар тимерлеге, тип йөрөтөлдө. Бәлки, унда сүкеш һәм ҡыҫҡыс ярҙамында шәхестәр әҙерләгәндәрҙер? Билдәһеҙ. Әммә үҫкәс кем буласаҡһың, тигән һорауҙар менән был уҡыу йортонда ла башты йыш ҡаңғырталар ине. Милиционер, тип яҙған яуабын уҡып, тәрбиәсеһе:

Саяпов ағай белем алған элит мәктәп милли кадрҙар тимерлеге, тип йөрөтөлдө. Бәлки, унда сүкеш һәм ҡыҫҡыс ярҙамында шәхестәр әҙерләгәндәрҙер? Билдәһеҙ. Әммә үҫкәс кем буласаҡһың, тигән һорауҙар менән был уҡыу йортонда ла башты йыш ҡаңғырталар ине. Милиционер, тип яҙған яуабын уҡып, тәрбиәсеһе:
– Э-эй, Саяпов, һине ата-әсәйең бында милиция булыр өсөн ебәрҙеме?! – тип аптырағайны хатта. Ул саҡта был һөнәрҙе класта бер үҙе генә күрһәткәйне… Ләкин бер нисә йылдан, киреһенсә, милицияла эшләмәгән бер Саяпов ҡына тороп ҡалды. Бәлки, тәрбиәсенең хеҙмәт һөҙөмтәһелер? Кем белә. Теге ваҡытта лайыҡһыҙ эш, тигән һымаҡ әйтеберәк ташлаһа ла, башҡа сығарылыштарында ла эске эштәр системаһы хеҙмәткәрҙәре байтаҡ ине. Ә беҙҙең герой тәртип һаҡлау органдарына урауыраҡ юл менән килде… Институттан һуң зоотехник булып стажын башлағайны, колхоз бөттө. Хужалыҡтың тарихына, һуңғы зоотехник Саяпов, тип яҙып ҡуйҙылар. Ғәйебе булмаһа ла, колхозды бөтөргән кеше һымаҡ итеп үҙен хис итте. Һуңынан ҡалаға килеп, заводҡа мастер булып урынлашты. Завод ябылыу сәбәпле, һуңғы белгестәр исемлегендә тағы ла уның фамилияһы терк әлде. Былай барһа, бөтөн Рәсәй һуңғылары араһында ул иң популяр булып ҡалыуҙан ҡурҡҡан Саяпов ябылыу ғына түгел, ә хатта ҡыҫҡартылыу ҙа янамаған ойошма эҙләй башланы. Әлбиттә, оҙаҡ уйларға тура килмәне. Ниндәй генә власть килһә лә, погонлыларҙың эшһеҙ ҡалмаясағы билдәле. Милицияның бөтмәүенә, хатта ҡыҫҡартылмауына ла ул ваҡытта, төплө ышанған Саяпов баш ҡаланың район эске эштәр бүлектәренең береһенә участка инспекторы вазифаһына кандидатлыҡҡа документтарын тапшырҙы… Ошо урында Саяпов иптәштең артабанғы яҙмышы билдәһеҙ, ләкин ул көндәлек алып барған булып сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тик бер генә бите һаҡланып ҡалған: – Бөгөн 10 ноябрь, мин эш башлағанға теүәл дүрт ай.
Оҙаҡламай милиция бөтә, тиҙәр, бүлек начальнигы һөйләүенсә, полицияға әйләнәбеҙ, шуға ла ҡыҫҡартылыу көтөлә. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тип уйланым мин һәм милицияның һуңғы участка инспекторы, тип яҙылған таҡтала үҙемдең фамилиямды күҙ алдыма килтерҙем. Бында беҙҙе яҙлы-көҙлө ғаризалар яҙырға һәләте көсәйеүсе бер гражданка:
– Ул һеҙҙең бүлек начальнигы томана наҙан, сөнки полиция элек батша заманында ғына булған, революционерҙарҙы баҫтырған. Ә хәҙер милиция урынына аттестация була, – ти. Ниндәйҙер гәзиттә уҡыған икән. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡыҫҡартыу булғас, был әбейҙәргә лә аттестация үткәрерҙәрме икән? Алдағыһын күҙ күрер әле, бәлки, полицияла беренсе булырмын, гел генә һуңғыһы булырға тимәгәндер әле.
Раушан ҒӘЛИМОВ. Златоуст ҡалаһы.
Читайте нас в