+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Сентябрь 2019, 19:38

Ҡара мыйыҡ мажаралары. Любовь САЙРАНОВА.

ҠАСЫП ҠЫНА (Ҡыҫҡартып алынды) Бөтөнләй уйламағанда, икенсе синыфты тамамлаған ейәнсәрем Ҡара мыйыҡты йәйге каникул осоронда ҡарап торорға тип миңә алып килде лә үҙе икенсe өләсәһенә ҡунаҡҡа китте. Тәүҙәрәк бесәй үҙен һин дә мин тотто. Ләкин тора-бара хәйләләшә башланы. Иртән барыһы ла эшкә китеп бөтә. Иң аҙаҡтан мин ҡуҙғалам. Ҡара мыйыҡ мине шым ғына күҙәтеп ултыра. Кейенә генә башлаһаң, ишек төбөнә килеп ултыра ла миңә ҡарай. Күрәһең, мине лә алығыҙ, тиҙер инде. Беҙ уны йома көнө баҡсаға алып китәбеҙ ҙә йәкшәмбе кире алып ҡайтабыҙ. Баҡсала ул үҙен ожмахта йөрөгән кеүек хис итәлер, моғайын.

ҠАСЫП ҠЫНА

(Ҡыҫҡартып алынды)

Бөтөнләй уйламағанда, икенсе синыфты тамамлаған ейәнсәрем Ҡара мыйыҡты йәйге каникул осоронда ҡарап торорға тип миңә алып килде лә үҙе икенсe өләсәһенә ҡунаҡҡа китте. Тәүҙәрәк бесәй үҙен һин дә мин тотто. Ләкин тора-бара хәйләләшә башланы. Иртән барыһы ла эшкә китеп бөтә. Иң аҙаҡтан мин ҡуҙғалам. Ҡара мыйыҡ мине шым ғына күҙәтеп ултыра. Кейенә генә башлаһаң, ишек төбөнә килеп ултыра ла миңә ҡарай. Күрәһең, мине лә алығыҙ, тиҙер инде. Беҙ уны йома көнө баҡсаға алып китәбеҙ ҙә йәкшәмбе кире алып ҡайтабыҙ. Баҡсала ул үҙен ожмахта йөрөгән кеүек хис итәлер, моғайын.

Шулай итеп, көн һайын Ҡара мыйыҡ ишек төбөн ҡарауыллай башланы. Бер саҡ, уны алдаштырып ҡына сығып барғанда, теге йән-фарман йүгереп килде лә ишектән сығып һыҙҙы.

Хәҙер быны нисек итеп тоторға тип уйға ҡалдым. Ишекте бикләнем дә лифтҡа ултырып тиҙ генә етенсе ҡаттан беренсегә төштөм. Урамға сыға торған ишек алдында һаҡсы һымаҡ баҫып тороп, уны көтә башланым.

Юҡ бит әй, күренмәй. Аптырағас, йәйәүләп икенсе, өсөнсө ҡатҡа күтәрелә генә башлағайным, бесәйем һин дә мин баҫҡыс буйлап еҫкәнә-еҫкәнә төшөп килә. Ул мине, мин уны күреүгә икебеҙ ҙә тертләп ҡуйҙыҡ. Ярай әле, кеҫәгә ит киҫәге һалып алғайным, иркә генә һүҙҙәр менән саҡырып, шуны уға һуҙған булдым. Бесәйем боролоп та ҡарамай бит. Инде ни эшләргә?..

Ейәнсәремде күҙ алдына килтереп, уның тураһында уйланым да, нисек булһа ла тотоу яғын ҡайғырта башланым. Эшкә китәһе урынға бесәй баҫтырып йөрө инде. Етмәһә, таң тишеге менән. Таныштар күреп ҡалһа, был бер төрлө була башлаған икән, тип уйлауҙары ла мөмкин.

Кешеләрҙән бер оялһам, шул бесәй арҡаһында эшкә лә һуңға ҡалына бит инде, тип кәйефем бөтөнләй ҡырылды.

Бесәй хәтле етеҙ бесәйҙе, бар, тотоп ҡара. Ул бит дүрт аяҡлы, ә минеке икәү генә. Етмәһә, мин ҡарт, ә бесәй минән күпкә йәш. Их йәш саҡ булһа, һис һүҙһеҙ, тотор ҙа инем, тип уйлап тағы тегене ҡармаҡлай башланым. Бер ваҡыт тоттом ғына тигәндә, һөрлөгөп йығылдым да киттем. Ярай әле, бер ерем дә имгәнмәне. Кеше-фәлән күрмәҫ борон тип, тиҙ генә тороу яғын ҡараным. Тоторһоң, тотмай ни, тип өмөтһөҙләнеп, ҡул ғына һелтәнем дә эшкә киттем.

Киске яҡҡа өйгә ҡайтһам, бесәйем ауыҙ-моронон ялап, һин дә мин ишек төбөндә ултыра ине. Хәҙер эшкә киткән һайын тегене тышҡа сығарып ҡалдырам, ә кискә үҙе ҡайтып инә башланы. Вәт бит әй, бесәйҙәр ҙә кеше һымаҡ бөтәһен дә аңлай икән. Хәҙер икәүләп йөрөйбөҙ, мин – эшкә, ә Ҡара мыйыҡ тиҙ генә урамға сығып һыҙа.

Шулай итеп, беҙ уның менән бик ныҡ дуҫлашып киттек. Инде үҙем, әйҙә, теләгәнсә йөрөһөн, ваҡыты еткәс, ҡайтыр әле, тип ишек артында мыяулағанын көтөп ултыра башланым.

Бер көндө телевизорҙан сериалдар ҡарап ултырып, бесәйҙең мырылдауын ишетмәгәнмен. Кемдер ишек ҡыңғырауына баҫҡас ҡына, сығып ҡараһам, был, мин ҡайттым, ишекте ас, тигән һымаҡ мыйығын тырпайтып ултыра ине.




БАҠСАЛА

Баҡсаға бараһы көн яҡынлашһа, Ҡара мыйыҡ ишек төбөнә килеп ултыра ла, йә инде, тиҙерәк ҡыбырлағыҙ, тигән һымаҡ, мыяулап беҙҙе күҙәтә. Уның түҙемһеҙлеген күрһәң: туҡтауһыҙ аяҡ аҫтында тапана, ишек төбөнә ултыртҡан һәр нәмәне еҫкәп ҡарай. Ултыртып баҡсаға йөрөтә торған сумкаһына бер инеп, бер сығып йөрөй башлай. Шунан һуң машинаға инеп ултырғас та тиҙ генә тыныслана алмай, тегеләй ҙә, былай йөрөнөп ала. Баҡсаға барып еткәнсе шулай. Ҡыҫҡаһы, машинала йөрөргә бик яратмай. Бәлки, көн эҫе булғанға ла, шулай үҙен тынысһыҙ тоталыр. Өйҙә яңғыҙы ултырыуға ҡарағанда иркенлектә, рәхәтләнеп урманда йөрөү мең тапҡыр һәйбәтерәктер ҙә инде.

Сираттағы ял көнөндә Ҡара мыйыҡты тағы баҡсаға алып киттек. Барып етер-етмәҫтән машинанан һикереп төшә лә үҙебеҙҙең баҡса өйө яғына елдерә генә, әйтерһең, уның тыуған ере шунда. Ә бит, ысынлап та, уны ошонан алып ҡайттыҡ бәләкәй генә сағында.

…Көҙ көнө баҡсанан ҡайтып килгәндә ҡарауылсы өйө эргәһендә eйәнсәрем, бәләкәс кенә бесәй балаларын күргәс: «Әйҙә, был бәләкәстәрҙең бөтәһен дә өйгә алып ҡайтайыҡ, ана бит улар ниндәй матурҙар!» – тип мыжый башлағас, шуларҙың иң матурын ғына һайлап алдыҡ. Хәҙер Ҡара мыйыҡҡа бер йәш инде. Бесәйебеҙ оҙонайып, кәүҙәгә ҙур ғына булып үҫеп китте. Ейәнсәрем саҡ күтәреп йөрөтә үҙен.


Л. САЙРАНОВА.


Читайте нас: