+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Сентябрь 2019, 18:26

Мостай КӘРИМ. Тымау. Хикәйә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына – 100 йыл тулыуға ҡарата Мостай КӘРИМ ТЫМАУ (хикәйә) Шәмсинур ҡоҙағый кис ятҡанда һин дә мин ине. Ауыҙ эсендә аҙашып йөрөгән доғаһын саҡ-саҡ ҡына ҡыймылдаған ирендәре аша тышҡа сығарып бөтөрөргә лә өлгөрмәне, йылы түшәктә һары май булып ирене лә ҡуйҙы. Иртән торғас, ул бик моңло итеп өс тапҡыр сөскөрөп алды. Шунан һуң, самауырҙың һыуы бөткәнсе, тәмләп-тәмләп сәй эсте. Сәй эскәс, танау эсе ҡысытҡандай итте. Ул йәнә ике тапҡыр сөскөрөп ҡуйҙы. Үҙ-үҙенә сәләмәтлек тә теләп алды: – Иҫәнлеккә-һаулыҡҡа, таҙалыҡҡа-байлыҡҡа...

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына – 100 йыл тулыуға ҡарата


Мостай КӘРИМ


ТЫМАУ

(хикәйә)


Шәмсинур ҡоҙағый кис ятҡанда һин дә мин ине. Ауыҙ эсендә аҙашып йөрөгән доғаһын саҡ-саҡ ҡына ҡыймылдаған ирендәре аша тышҡа сығарып бөтөрөргә лә өлгөрмәне, йылы түшәктә һары май булып ирене лә ҡуйҙы.

Иртән торғас, ул бик моңло итеп өс тапҡыр сөскөрөп алды. Шунан һуң, самауырҙың һыуы бөткәнсе, тәмләп-тәмләп сәй эсте. Сәй эскәс, танау эсе ҡысытҡандай итте. Ул йәнә ике тапҡыр сөскөрөп ҡуйҙы. Үҙ-үҙенә сәләмәтлек тә теләп алды:

– Иҫәнлеккә-һаулыҡҡа, таҙалыҡҡа-байлыҡҡа...

Был иртәнге сәғәттә шунан артыҡ ваҡиғалар булманы.


***

Баллыбанат ҡарсыҡтарға уймаҡ һорарға тип кенә ингән Шәмсинур ҡоҙағый, алда күрәсәктәре барын башына ла килтермәй, әйтә һалды ла баһа:

– Тымаулап торам, ахыры, Баллыбанат күрше... – тине ул, һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй, нескә генә итеп йәнә сөскөрөп алды.

Баллыбанат был хәбәргә һис тә ҡойолоп төшмәне.

– Тымаулаһаң, киленеңдән ҡыҙыу итеп мунса яҡтыр, – тине, – ике миндек парлат. Йәнең ус төбөнә еткәнсе, шулар менән алмаш-тилмәш алып-биреп сабын. Мунсанан ҡайтҡас, ҡартыңдан ҡалған теге толобоңдо ябын да баллап мәтрүшкә сәй эс. Толоп яғаңдан гөжләп пар сығып торһон. Бөгөн генә донъя күргән кеше түгелһең дә инде. Үҙең дә беләһеңдер.

Әңгәмә ошоноң менән тамам да булыр ине, бәлки... Гонаһ шомлоғона, һүҙгә Баллыбанаттың килене Ғәйшә ҡушылды:

– Минең ҡәйнәм консерватор ул. Йыһанға караптар осорған заманда мунса таштары, ҡайын миндектәр, мәтрүшкәләр иҫкерҙе инде, ҡоҙағый. Наҙанлыҡ был! Кешегә шундай кәңәштәр бирергә оялыр инең, ҡәйнәм, саҡ ҡына. Пенициллин, аспирин, амбулатория, доктор... Бына нәмә кәрәк уға!

Ысынлап та, новатор килененең һүҙҙәренән оялып, хурлығына сыҙай алмай, Баллыбанат икенсе бүлмәгә сығып китте. Киленгә ҡеүәт биргәндәй, ҡоҙағый тағы ла нескәрәк итеп сөскөрөп ебәрҙе:

– Ана, минең һүҙемде үҙең дә йөпләп тораһың, ҡоҙағый, – тине новатор килен. – Һине хәҙер үк медпунктҡа оҙатырға кәрәк.

Ғәйшә урамға күҙ ташланы. Унда буш санаға аяҡ үрә баҫҡан үҫмер малай Ишмырҙа атын юрттырып үтеп бара ине. Килен тәҙрәгә килеп, Ишмырҙаны туҡтатты. Ишмырҙа йүгереп өйгә инде.

– Өс саҡрым арала атыңдың алтыны ҡойолоп ҡалмаҫ, Ишмырҙа, бына Шәмсинур ҡоҙағыйҙы Армаҡҡа медпунктҡа ғына илтеп килсе, һалмаһалар, алып уҡ ҡайт.

Ишмырҙа тыңламай булдыра алманы. Сөнки Ғәйшәнең ире Иштимер ағай – бригадир. Ә Ғәйшә – бригадир бисәһе.


***

Ҡоҙағыйҙың ике яғына аҡ халат кейгән йәш кенә ике ҡыҙ ултырып алған. Ҡарсыҡтың һул ҡултыҡ аҫтына градусник ҡуйғандар, ахырыһы. Уң ҡулы менән ул һул беләген баҫтырып тора. Шулай тотһам, тиҙерәк һауығырмын, тип уйлай ул.

Ҡыҙҙар алмаш-тилмәш һорашалар:

– Нисә йәштәһең?

– Алтмыш туғыҙҙа. Шөкөр, етмешкә лә аяҡ баҫабыҙ.

– Өйөгөҙҙә бөтәһе лә сәләмәттәрме?

– Шөкөр... Иҫәнбеҙ. Йорт-ер теүәл. Мал-тыуар ҙа иҫән генә ҡыш сығып килә. Курма булғас, сыға инде ул. Курманы һәйбәт бирҙеләр быйыл. Әйтер хәл юҡ, малдар көр ҡышлай. Бәрәстәр ҙә, туп кеүек, тупылдап торалар. Ала һарығыбыҙ быйыл өс бәрәс килтерҙе. Имен улай, бик имен...

Ҡара ҡыҙ саҡ ҡына йылмайып ҡуя:

– Өйөгөҙҙә бәләкәс балалар бармы? – тип һорай ул.

Шул тиклем ах итеп хәл-әхүәл һорашыуҙарына ҡоҙағый сиктән тыш ҡәнәғәт. “Ниндәй тәрбиәле, инсафлы, белдекле балалар...” – тип уйлай ул эсенән.

– Шөкөр, итәк тулы. Балаһыҙ өйҙә ҡот буламы ни ул!.. Ике улымдың һигеҙ балаһы бар. Былай шуғыраҡтар ҙа... Ир балалар бит. Шулай ҙа зарланыр хәлем юҡ, өләсәй, тип үлеп баралар. Юғиһә, ана күрше Миндиярҙың балалары өләсәләрен һис кенә лә һанға һуҡмайҙар.

– Бала саҡта ниндәй сирҙәр менән сирләнегеҙ, өләсәй?

– Телкәйҙәрең балдан-майҙан өҙөлмәһен, балаҡайым. Бала саҡта­рыма тиклем һораша бит, рәхмәттәр яуғыры! Бала саҡта мин сирләшкә булманым. Бик теремек инем. Ете йәштә еп иләнем, туғыҙ йәштә киндер һуҡтым. Мине кейәүгә лә уйнап ҡына йөрөгән еремдән тотоп бирҙеләр. Һөйләмә инде ул замандарҙы...

Ишмырҙа өндәшмәйенсә бер ситтә ултырып тора. Тик ҡоҙағыйға үҙенең донъяла барлығын, тышта ат көтөп торғанын белдерер өсөн генә йүткергеләп ҡуя. Әммә ҡоҙағый быға иғтибар ҙа итмәй.

Һипкелле ҡыҙ Шәмсинур әбейҙең ҡултыҡ аҫтындағы градусникты алып ҡарай.

– Ниндәй мәкерле, аҫтыртын сир! – тип борсола. – Хатта температура ла бирмәй, 36,9. Ҡайһы ерегеҙ ауырта һуң?

– Быуындарым һыҙларға иткәндәй итеп тора.

Ҡара ҡыҙ танауын йыйырып ҡуя:

– Бындай сирҙе беҙ дауалай белмәйбеҙ шул, әбей. Һине район больницаһына ебәрергә тура килә.

– Башҡа сара юҡ, – тип йөпләй һипкелле ҡыҙ.

Шәмсинур ҡоҙағый бәхәсләшеп тормай:

– Һеҙ әйткәндән уҙып булмай инде. Һеҙ уҡымышлы кешеләр бит, – ти ул, – юл йөрөргә һәләк әүәҫмен былай үҙем. Әйҙә, Ишмырҙа, йөрөп, донъя күреп ҡайтайыҡ. Ҡышҡы сәхрә – үҙе бер тамаша ул. – Шулай тип әйтеп тә өлгөрҙө, ике алымға бүлеп, биш тапҡыр сөскөрөп тә алды. Башта өс тапҡыр сөскөрҙө. Унан тағы икене өҫтәне.

Ҡоҙағый тунын кейҙе, шәлен бөркәнде. Ишмырҙа, күн бейәләрҙәрен кейеп, шапылдатып, бер-береһенә һуғып ҡуйҙы. Йәнәһе: “Беҙ теләһә ҡайҙа барырға әҙербеҙ”, – тимәксе инде. Үҙе ҡыҙҙарға ҡарап алған була.

Ҡыҙҙар ҡоҙағыйға яҙыу яҙып тотторҙолар.


***

Армаҡтан сыҡҡас, юл икегә айырыла. Уңға киткән юл районға бара. Осло таҡтаға “12 км” тип яҙылған. Һулға һуҡтырғаны – ҡала юлы. Уныһына “15 км” тип яҙылған.

Ошо юл сатында Ишмырҙа ала бейәне шып туҡтатты.

– Ҡоҙағый, – тине ул, – өҫ-баш та арыу ғына, кеҫәлә ҡаласлыҡ аҡса ла бар. Әллә ҡаланың үҙенә үк елде­рәбеҙме? Айырмаһы – ни бары өс километр. Ала бейә өсөн сүп кенә ул. Профессорҙың үҙенә туп-тура барып инербеҙ.

– Ҡаланың ни юлы ла таҡырыраҡтыр... Әйҙә, йөрөмәгән ер түгел дә баһа.

Ала бейә һулға тартылды.


***

Врач ҡабул итә торған бүлмәнең ишек төбөндә, ҡултыҡ аҫтына градусник ҡыҫтырып, Шәмсинур ҡоҙағый һәм, ГТО значогын ялтыратып, ғәмһеҙ Ишмырҙа ултыра. Уның бер нәмәгә лә иҫе китмәй, йәнәһе. “Күрмәгән ҡаламы?”

Сестра ҡыҙ ҡоҙағыйҙың йәшен, ҡайһы ере ауыртыуын, элек сирләгән сир­ҙәрен, өй эсендәгеләрҙең сәлә­мәтлеген һораша. Шәмсинур ҡоҙағый һәр һорауға бәйнә-бәйнә яуап бирә. Күрше-күләнде, нәҫел-ырыуҙы ла телгә алып үтә. Балалар тураһында һүҙ ҡуҙғалғас, ул бөтөнләй йәнләнеп китә:

– Балалар таҙа улай. Бынау кесе ейәнем Әпҡәдир генә көҙөн бүҫер менән ыҙаланды. Әллә сөннәткә ултыртыу килешмәне инде үҙенә. Сөннәтселәрҙең йүне китте был заманда. Ултыртмайыҡмы әллә, тигәйнек тә... Анау Хәсби ҡарсыҡ теңкәгә тейҙе. Үҙегеҙҙең һуң, ҡыҙым, йорт-ерегеҙ, мал-тыуарығыҙ именме? Ата-әсәйең тигеҙ ғүмер итәме? Үҙең ни әле башлы-күҙле булырға өлгөрмәгәнһеңдер? Бик матур булып буйға еткәнһең былай...

Сестра термометрҙы алып ҡарай:

– 37,4. Саҡ ҡына эҫегеҙ бар, әбей.

– Булыр шул. Әле юлда ел ҡағылғандай итте. Арҡам сымырҙап ҡуйҙы.

Шәмсинур ҡоҙағыйҙы врач саҡыртты. Сестра ла уның менән инде. Ишмырҙа, яңғыҙ ҡалғас, бүлмә эсенә тиҙ-тиҙ генә күҙ йөрөтөп сыҡты. Әммә урынынан ҡуҙғалманы. Шулай ҙа һары ҡалай һауытындағы тарағын һурып алып, сәсен тарап ҡуймай сыҙаманы.

Ҡоҙағый байтаҡ торҙо. Башта сестра сыҡты, унан ҡоҙағый күренде. Ҡарсыҡты ишеккә тиклем доктор үҙе оҙата килде. Доктор рус икән, ләкин башҡортса ла арыу ғына һупалай. Ишек төбөндә баҫҡан көйө ул кәңәштәр бирә:

– Мунса бар?

– Бар, бар. Былтыр ғына һалдыҡ. Пары шартлап тора.

– Ҡайын миндек бар?

– Бар, бар. Майҙа уҡ әҙерләп ҡуйғанмын.

– Толоп бар?

– Бар, бар. Ҡартымдан бына тигән толоп тороп ҡалды.

– Мәтрүшкә бар?

– Бар, бар. Һораған бер кешегә биреп торам.

– Бал бар?

– Бар, бар. Төшөндөм. Минең Баллыбанат күрше кеүек зиһенле кеше икәнһең. Һай, малатсина! – Ҡоҙағый докторҙың арҡаһынан һөйөп ала. – Тымау төшһә-нитһә, үҙең миңә хәбәр иттер. Киленемдән мунса яҡтырғас та, малайка ебәртермен.

Ул Ишмырҙаға күрһәтә. Әммә Ишмырҙаның быға хәтере ҡала. Ниндәй малай булһын ти ул һеҙгә?
Читайте нас: