+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Сентябрь 2019, 14:06

Партбилет. Нурдин КОДЗОЕВ, ингуш яҙыусыһы.

Нурдин КОДЗОЕВ ПАРТБИЛЕТ (хикәйә) Кис көнө Бәшир өйгә ҡайтты. Әсәһе уның кейемен мейес янына киптерергә элгәндә костюм кеҫәһенән партбилет тапты...

Нурдин КОДЗОЕВ

(ингуш яҙыусыһы)


ПАРТБИЛЕТ

(хикәйә)


Көн йонсоу ине. Күктә ҡара ауыр болоттар эленеп тора. Әммә Ибаштың йөрәген ҡояш яҡтырта! Ҡыуана-ҡыуана атлай – кеҫәһендә күптән хыялланған партбилет ята. Бөгөн бирҙеләр. Йөрәге ашҡына. Йырлағыһы килә. Ата-әсәһе партбилет хаҡында белергә тейеш түгел – аңламаясаҡтар. Былай ҙа йәненә тейҙеләр: “Аллаһы Тәғәлә асыуланыр...” Ни өсөн Ул Ибашҡа асыуланырға тейеш – партбилет өсөнмө? Юҡ, асыу­ланмаясаҡ!

Шатлыҡлы уйҙар менән мауыҡҡан Ибаш ямғыр яуырға йыйынғанын да һиҙмәне. Тиҙҙән ҡойма яуын башланды, әйтерһең, күктән диңгеҙ таша. Ибаш ҡайҙа ҡасырға ла белмәне. Көтмәгәндә күҙенә баҫыуҙағы трактор салынды. Ул трактор янына йүгереп барҙы ла кабинаға күтәрелде. Унда ауылдашы Бәшир ултыра ине.

– Әссәләмәғәләйкүм, Бәшир! – тине Ибаш. – Индерәһеңме?

– Вәғәләйкүм әссәләм! Һин миңә ҡамасауламайһың, – тип яуапланы Бәшир. – Ямғыр көслө!

Күк күкрәне. Икенсеһе тағы ла көслөрәк яңғыраны. Әйтерһең, донъя уртаға ярылды. Ибашҡа тракторҙы йәшен һуҡҡан һымаҡ тойолдо. Ул ҡалтыранды.

– Өшөнөңмө әллә? – тип һораны Бәшир.

– Юҡ, – тип яуапланы Ибаш.

Ҡапыл Ибаш костюм кеҫәһендәге партбилетын иҫенә төшөрҙө. Йөрәген ҡурҡыу баҫты. Аллаһы Тәғәлә асыу­ланасаҡ! Үҙ алдына доға уҡыны. Кеҫәһенән шым ғына партбилетты алды ла уны һиҙҙермәй генә Бәширҙең кеҫәһенә һалды. Намаҙ уҡыны:”О Ҡөҙрәтле Алла! Үҙең күрәһең – миндә партбилет юҡ!”

Ямғыр баҫыла төшкәс, Ибаш Бәширгә рәхмәт әйтте лә, уның кеҫәһендәге партбилетын онотоп, ҡайтырға сыҡты.


Кис көнө Бәшир өйгә ҡайтты. Әсәһе уның кейемен мейес янына киптерергә элгәндә костюм кеҫәһенән партбилет тапты.

– Ут булып ян! – Напсат ҡысҡырып ебәрҙе. – Аллаһы Тәғәлә дошмандарына ҡушылған икән!

Һәм партбилетты утҡа ташланы. Шунан намаҙлыҡта ултырған ире янына барып, улының кеҫәһенән партбилет табыуы хаҡында һөйләп бирҙе. Исхаҡ борсолдо.

– Һин нимә һөйләйһең? – тип ҡысҡырҙы ул, күҙҙәрен түңәрәк­ләндереп. – Минең улым – коммунисмы? Хәҙер мин уға күрһәтәм. – Ул тороп ҡул таяғын алды. – Ҡайҙа ул? Бында саҡыр!

Бүлмәһендә йоҡлап ятҡан Бәшир үҙен әсәһе тупаҫ саҡырғанына ныҡ ғә­жәпләнде.

– Бар, һине атайың саҡыра!

“Ни булды икән?” – тип уйланы Бәшир атаһы янына барғанда. Тупһа аша үтеү менән, атаһы уның арҡаһына таяҡ менән тондорҙо:

– Мин һинән коммунист яһайым! Ишәк туғаны! Аллаһы Тәғәлә дошманы!

– Һин ни һөйләйһең, дада?* – тип һораны Бәшир икенсе һуғыуҙан янтайып ҡалырға тырышып. – Һин ниндәй коммунист тураһында һөйләйһең?!

– Әсәйең кеҫәңдән партбилет тапҡан! – атаһы яңынан таяғын күтәрҙе.

Бәшир бүлмәнән сығып йүгерҙе:

– Мин коммунист түгел, түгел! Һин ниндәй партбилет тураһында һөй­ләйһең?!

– Әсәйең кеҫәңдән тапҡан партбилет тураһында!

– Ул минеке түгел!

– Һинеке түгел икән, кеҫәңә нисек барып эләккән?

– Белмәйем!..

Шунда Бәшир трактор кабинаһында үҙе янында ултырған Ибашты иҫенә төшөрҙө.

– Был Ибаштың партбилетылыр...

– Был документ һинең кеҫәңә нисек килеп эләкте?

– Ул бөгөн ямғырҙан ҡасып минең тракторҙың кабинаһында ултырҙы. Мин унан һорармын. Аллаһы Тәғәлә менән ант итәм. Был минең партбилет түгел!..

Бәшир үҙенең партбилеты янғанын хәбәр иткәс, Ибаш ныҡ борсолдо.

– Ант итеп әйтәм, минең күҙ алдында зәңгәр ут булып янды, – Бәшир һөмһөрө ҡойолған Ибашҡа ҡарап, унынсы мәртәбә һөйләне. Был уның атаһы һуҡҡан таяҡтан арҡаһының әле булһа һыҙлауы өсөн үс алыуы ине.

Ә Ибашты партбилетты юғалтҡан өсөн партиянан сығарҙылар...


Факил МЫРҘАҠАЕВ

тәржемәһе.
Читайте нас: