– Әллеү, Ғәли, һинме был?
– Мин һине сразу таныманым!
– Слушай, старик, иртәгә егерме бише. Помнишь?
– Смотри, старик, как следует әҙерлән!
– Цитаталарҙы побольше откопай.
– Барыһы ла обалдеть итһен!
– Аҡмулланы онотма, үҙебеҙҙең знаменитый земляк бит, әтеү икмәк шүрлегеңә менеп төшөрмөн!
– Постой! Бер Аҡмулла ғына әҙ булыр ул, Рәми Ғариповтан да рвани!
– Барыһының да күҙҙәре аҡайһын!
– Әҙерлән. Больше мешать итмәйем.
– Стоп! Чуть башканан не вылетело!
– Иғлан яҙырға кәрәк бит!
– Үҙең яҙырһың. Әтеү минең почеркты эт тә танымай. Яҙыуың тараҡан бото кеүек, ти родоки.
– Хәҙер мин диктовать итәм, ә һин яҙ.
– Бөгөн егерме бишенсе февралдә…
– Мәктәптең акттар залында…
– Бишенсе класс уҡыусыһы…
– «Башҡорт теленең күркәмлеге һәм байлығы» тигән темаға доклад уҡый.