Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Март 2020, 10:12

Ир менән ҡатын. Хикәйә.

Әхмәҙуллиндарҙы ауылда элек-электән етеш йәшәүсе, хәлле ғаилә, тип беләләр. Бер урамда йәшәһәләр ҙә, Мәрзиә уларҙың өйөндә әллә ике-өс тапҡыр ғына булды. Уныһында ла ишек тупһаһында ғына. Бер тапҡыр мәктәптән дәфтәрҙәр биреп ебәрҙеләр, икенсеһендә Рифтән китап һорап килгәйне.

Әхмәҙуллиндарҙы ауылда элек-электән етеш йәшәүсе, хәлле ғаилә, тип беләләр. Бер урамда йәшәһәләр ҙә, Мәрзиә уларҙың өйөндә әллә ике-өс тапҡыр ғына булды. Уныһында ла ишек тупһаһында ғына. Бер тапҡыр мәктәптән дәфтәрҙәр биреп ебәрҙеләр, икенсеһендә Рифтән китап һорап килгәйне.
Мәрзиә ингәс тә Роза апай эргәһенә үтте. Уҡытыусы апай ята икән һаман да. Мәрзиә уҡытыусыны бер нисә йыл элек фалиж һуҡҡанын, Рифтең әсәһенә ҡараусы яллауын ишетеп белә. Уныһы ҡаланан килеп йөрөй. Йөрөй, тип, иртән күренә лә, кис юғала инде. Һуңғы арала уныһының да машинаһы күренмәй. Нәғим ағай үҙе генә әбейен ҡарап аҙаплана, тигәйнеләр.
– Хәҙер, Нәғим ағай, – тине лә ҡатын телефондан дауаханаға шылтыратты. Иренең хәле нисек икән? “Һеҙҙең ирегеҙ йоҡлай. Уға нимә булһын? “фанфурик эсеп, ағыуланған, – тинеләр теге башта. – Бәхете бар икән. Ярай, “тиҙ ярҙам”ға ваҡытында шылтыратҡанһығыҙ. Әгәр тағы бер сәғәткә һуңлаһа, үлер ине”.
Мәрзиәнең ҡулынан телефоны төшөп китә яҙҙы. Үлер ине, ярай, ҡайтып өлгөргән. Ул интегеп ятҡанда Мәрзиә тәүге мөхәббәте менән кафела шарап эсеп ултырҙы. Ҡуй инде. Мәрзиә йүгерә-атлай Рифтәрҙең өйөнә ашыҡты.
Ҡатын иң тәүҙә иғтибарын йыйыштырылмаған өйгә йүнәлтте, аһ, бында эш күп икән. Тиҙ генә аш һалды. Уныһы ҡайнап сыҡҡансы әллә күпме һауыт-һабаны йыуҙы, өйҙө йыйыштырҙы, иҙәнде йыуҙы. Эш күп ине бында. Тиҙ генә сыға һалып, баҫҡыс ҡуйҙы ла, әллә нисә йыл һыу күрмәгән тәҙрәләрҙе йыуҙы.
Мәрзиә шул аралы туҡмас ҡырҡты, картуф әрсене. Роза апай ятҡан мөйөштән өн-ауаз ишетелде. Ҡатын эргәһенә килгәс, апайҙың йөҙө асылып, кәйефе күтәрелеүен күреп ҡалды. Көс-хәл менән ирендәрен ҡыбырлатып, нимәлер өндәште. Ошонда күләгә һымаҡ Мәрзиәнең һәр аҙымын күҙәтеп йөрөгән Нәғим ағай:
– Иғтибар итмә, Мәрзиә, мунса һорай ул, – тине. – Үҙем саҡ йөрөйөм, мин уны нисек мунса индерәйем?
Мунса һорай? Бәй, утын әҙер, һыу эргәлә, хәҙер гөрләтеп, яғып ебәрәбеҙ уны.
Мәрзиә йүгереп йөрөп, мунсаны тоҡандырып ебәрҙе. Ярай, ашығаһы эш түгел. Ашы әлегә ҡайнай торһон. Бер сәғәт тә үтмәне, мунсаһы ла әҙер булды.
– Мин күтәрә алмайым, – тине йорт хужаһы. – Берәйһен саҡырмаһаң...
Мәрзиә уҡытыусы ҡарсыҡтың таҙа кейемдәрен алып, тәүҙә мунсаға илтеп ҡуйҙы ла, аҡрын ғына килеп, үҙен күтәреп алды һәм мунсаға атланы. Бала йыуындырған һымаҡ оҙаҡ, ентекләп сайындырҙы.
Мунсанан сығыуына, Риф тә ҡайтҡан икән. Әсәһен һағынған улы, ҡат-ҡат ҡулдарынан үбеп, үҙе күтәреп алды һәм һаҡ ҡына таҙа түшәгенә ятҡырҙы. Роза апайҙың тағы ла нимәлер өндәшкәне күҙгә салынды.
– Намаҙ уҡырға теләй, – тине Нәғим ағай. – Мин – уҡымайым, үҙегеҙ ҡарағыҙ.
Мәрзиәнең үҙенә баҫыуҙан башҡа сара ҡалманы. Оҙаҡлап, ентекләп, хаталанған һайын, кире башлап уҡынылар. Мәрзиә үҙе өсөн яңы, аңлашылып бөтмәгән тойғолар кисерҙе. Тәүҙәрәк хужабикәгә ярҙам иткән һымаҡ булғайны, аҙаҡ үҙе өйрәнде лә ҡуйҙысы.
– Рәхмәт, ҡыҙым, – тине хужабикә ап-асыҡ итеп аҙаҡтан.
– Ҡара, ҡара! – тип аптыранды йорт хужаһы. – Риф, әсәйең һин ҡайтҡанға шатланды, шикелле. Ана, һөйләшә башланы.
Һуңынан дүртәүләшеп ултырып, аш ашанылар. Риф әсәһен үҙе ҡалаҡлап һыйланы. Йылы һүҙҙәр әйтте, хатта, әсәйемде ошолай ҡараһалар, тороп, бейер ҙә әле, тип шаяртып ҡуйҙы. Сәй эстеләр. Һауыт-һабаны йыйыштырғас Мәрзиә өйөнә ҡабаланды.
– Арының, ошонда ғына ял ит тә ҡуй, – тине Риф ҡатындың эргәһенә үк килеп.
– Минең үҙ өйөм бар, – тине Мәрзиә ныҡ итеп.
Әлегә хушлаштылар. Риф оҙатып сыҡты.
– Мин өмөтөмдө өҙмәйем, – тине ул. – Иртәгә һеҙгә үҙем киләм.
(Дауамы бар)
Читайте нас в