+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Март 2020, 11:31

Ир менән ҡатын Хикәйә

– Мин өмөтөмдө өҙмәйем, – тине ул, байыған ҡояшҡа ҡарап. – Иртәгә һеҙгә үҙем киләм.Мәрзиә өйөнә ҡайтҡас байтаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Һуң булһа ла, телевизорын ҡабыҙҙы. Шул ваҡыт тәҙрә тышында нимәлер ҡыштырҙағандай тойолдо. Әллә берәйһе йөрөймө икән? Риф түгелдер ҙә инде? Өндәшеп ҡараны, яуап биреүсе юҡ. Сәғәт берҙәр тирәһендә ишеген тағы ҡараны ла, утты һүндереп, йоҡларға ятты. Ойоп киткәйне инде, тәҙрә төбөндә ап-асыҡ итеп нимәлер тағы шаҡылданы. Ҡатынға ишек алдына сығып, өйҙө урап сығыуҙан башҡа сара ҡалманы. Кемдең шаяртыуы мөмкин? Ире дауаханала, үҫеп бөткән балалары – Ғайсарҙың әсәләрендә, иҫерек атайҙы күрмәйбеҙ, тип бик һирәк ҡайталар.Мәрзиә ишекте ныҡлап бикләп, йоҡларға ятҡайны, аҡрын ғына ишек шаҡынылар.

– Мин өмөтөмдө өҙмәйем, – тине ул, байыған ҡояшҡа ҡарап. – Иртәгә һеҙгә үҙем киләм.
Мәрзиә өйөнә ҡайтҡас байтаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Һуң булһа ла, телевизорын ҡабыҙҙы. Шул ваҡыт тәҙрә тышында нимәлер ҡыштырҙағандай тойолдо. Әллә берәйһе йөрөймө икән? Риф түгелдер ҙә инде? Өндәшеп ҡараны, яуап биреүсе юҡ. Сәғәт берҙәр тирәһендә ишеген тағы ҡараны ла, утты һүндереп, йоҡларға ятты. Ойоп киткәйне инде, тәҙрә төбөндә ап-асыҡ итеп нимәлер тағы шаҡылданы. Ҡатынға ишек алдына сығып, өйҙө урап сығыуҙан башҡа сара ҡалманы. Кемдең шаяртыуы мөмкин? Ире дауаханала, үҫеп бөткән балалары – Ғайсарҙың әсәләрендә, иҫерек атайҙы күрмәйбеҙ, тип бик һирәк ҡайталар.
Мәрзиә ишекте ныҡлап бикләп, йоҡларға ятҡайны, аҡрын ғына ишек шаҡынылар.
– Кем ул? – тип һораны ҡатын.
– Мин килдем – Риф, – тине тыштан ир тауышы.
– Бик һуң түгелме?
– Ғәфү үтенәм... Әсәйем хаҡында һөйләшергә ине.
– Роза апайға берәй нәмә булдымы әллә? – тип Мәрзиә тиҙ генә ишекте асты.
– Бәлки өйгә саҡырырһың? – тине Риф араҡы еҫе аңҡытып.
– Уф, эскән... – тине ҡатын. – Һуң бит, ҡайт, йоҡла. Кеше аптыратып йөрөмә.
– Саҡ ҡына эскәйнем, һинең ишек алдыңа килеп баҫыуымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ғәфү ит, Мәрзиә, әсәйем... һине...
– Нимә булды? Әллә сирләнеме?
– Килеп китһен, тине. Күрергә теләй.
– Көтөп тор, хәҙер, тиҙ генә кейенәм дә...
Ир менән ҡатын йүгерә-атлай өйгә барып еткәндә арттарынан шәүлә һымаҡ берәү эйәреп килде лә, тороп ҡалды. Мәрзиә менән Риф өйгә инделәр. Ҡатын аптырап ҡалды. Уҡытыусы апай матур күлдәген кейеп, сәстәрен тарап, ҡәнәфиҙә йылмайып ултыра. Ул эргәһендәге ултырғыстарға күрһәтте.
– Күптән йоҡлар ваҡыт, – тип мыжыны Нәғим ағай. – Рифкә әйттем, уятып йөрөмә, тип...
– Сеү! – тине ҡатыны. – Ултырығыҙ...
Риф Мәрзиәне әсәһенең уң яғына ултыртты, үҙе – һулдан урын алды.
Роза апай ауыр итеп тын алды.
– Мин үҙ тормошомдо дөрөҫ йәшәргә тырыштым, – тине ул аҡрын ғына, бышылдап, тигәндәй. – Һеҙҙең алда ғәйебем бар, балалар. Риф, улым, беҙ атайың менән икәү һинең Мәрзиәгә өйләнеүеңә фатиха бирмәнек. Беҙ дөрөҫ эшләмәнек. Мин һеҙҙән шуның өсөн ғәфү үтенәм.
– Әсәй! Һинең бер ғәйебең дә юҡ, – тине улы әсәһенең алдына теҙләнеп. – Киреһенсә, мин үҙемде ғәйепле һанайым. Сөнки мин өйләнәм, үҙем хәл итергә тейеш инем.
– Мин дә шулай тинем. – тип мөйөштән Нәғимдең тауышы ишетелде. – Үҙе өйләнә бит, үҙе ҡараһын! Фатиха бирмәгән, имеш... Һорап торҙолар, ти. Хәҙер ана ике-өс тапҡыр өйләнгәндәр бар. Берәү ҙә ата-әсәһен мәшәҡәтләп тормай. Өйләнер булғас, алһын да, ҡайтһын ине... Хәҙер әсәһенең иҫенә төшкән. Поздно пить Боржоми!
– Һөрәнләмә, атай, – тине Риф. – Мөмкин булһа, ипле генә һөйләшәйек.
– Ҡысҡырышмағыҙ, – тине әсәһе. – Ә мин ҡартайғас, үҙемде йомшаҡ ултырғыста ултырам, киленгә эш ҡушам, ул йүгереп йөрөп эшләй, мин уны маҡтайым, тип күҙ алдына килтерә инем. Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Кисә тап шулай булды.
Хужабикә йылмая, ә күҙҙәренән йәш аға ине.
Шул ваҡыт тышта сылтырлап, тәҙрә өлгөләре ҡойолғаны ишетелде, иҙәнгә кирбес килеп төштө. Риф йүгереп, урамға сыҡты.
Читайте нас: