-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Март 2020, 14:42

Ир менән ҡатын. Дауамы

Мәрзиә ҡояш сығып килгәндә ятҡайны, төш еткәнсе йоҡланы ла ҡуйҙы. Йоҡланы тип, йоҡоло-уяулы ятты инде. Етмәһә, Ғайсары ла тынғы бирмәне, әле эсергә, әле ашарға, әле кейем таптырып аптыратты. Риф тә инеп сыҡты шикелле. Эт ояһында көслө, тигән һымаҡ, иренең Рифкә аҙарыныуы ишетелде. Рифме һуң инде шул йолҡошҡа бирешеп тора торған ир.

Мәрзиә ҡояш сығып килгәндә ятҡайны, төш еткәнсе йоҡланы ла ҡуйҙы. Йоҡланы тип, йоҡоло-уяулы ятты инде. Етмәһә, Ғайсары ла тынғы бирмәне, әле эсергә, әле ашарға, әле кейем таптырып аптыратты. Риф тә инеп сыҡты шикелле. Эт ояһында көслө, тигән һымаҡ, иренең Рифкә аҙарыныуы ишетелде. Рифме һуң инде шул йолҡошҡа бирешеп тора торған ир.
- Дүрт тәгәрмәслек аҡсаң бармы? Ҡайҙа йөрөй теге участковый? Нишләп был алкашты һаман ултыртып ҡуймай?
Ғайсар хәкикәттең кем яғында икәненә төшөндө буғай, мөңгөрҙәгәне ишетелде. Мәрзиә йоҡоһонан уянғайны, барыһын да ишетеп ятҡас, Рифкә ирекһеҙҙән һоҡланып ҡуйҙы, ҡайһылай тиҙ үҙен урынына ултыртып ҡуйҙы.
Ҡатын урамға сығырға йыйынып бөткәйне, ишек алдына буяуҙары уңып бөткән бер “Нива“ килеп инде, унан оҙон, бөҙрә сәсле берәү төштө һәм аҡрын ғына һыҙғырҙы. Шуны ғына көтөп торғанмы ни, йүгереп Ғайсар килеп етте һәм ҡаптарҙың береһен асып, бәләкәй генә шешә сығарҙы, ауыҙына ҡойоп та ҡуйҙы. Мәрзиә иренең ҡайҙан эсергә табыуын белә алмай аптырай ине, бынауы ир ташый икән. Ана бит, унлап ҡапты һарай эсенә индереп йәшерҙе. Ә кисә генә ул ағыуланып үлергә ята ине, белмәһә белмәй икән кеше. Хәҙер үк участковыйға шылтыратырға кәрәк. Үҙҙәрен тотоп хөкөм итһендәр ҙә штраф түләтһендәр ине. Әйтәм, бер көн өлкән улы Замир: “Аҙым һайын фанфурик шешәһе, беҙҙең атай шул тиклем күп эсәме?“– тип аптыранғайны. Мәрзиә шылтыратып өлгөрмәне, кемдер ҡараңғыла уны артынан килеп ҡыҫып ҡосаҡлап алды. Ҡатын ҡысҡырырға ауыҙын асыуға, Риф өндәште:
– Ҡысҡырма.
- Аһ, Хоҙайым, ҡотомдо алдың бит. – Ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, Рифкә нығыраҡ һыйынды. Башынан бер-бер артлы уйҙар осоп үтте, уф, ояты ни тора, тышта ире фанфурик ташый, ә ул бында сит ир менән ҡосаҡлашып тора.
- Һин бында нисек индең?
- Залығыҙҙың тәҙрәһе кисәнән бирле бикһеҙ тора,– тип көлдө Риф. – Мин унан кисә үк керә ала инем.
- Ә ниңә кисә үк инмәнең һуң?
- Көтә инеңме?
- Эйе, көтә инем, көткән кешем килде.
- Ярай, төшөндөм, бөтәһе лә беҙ уйлағанса бара. Атай менән әсәйҙең фатихаһы бар, ҡалғанын үҙебеҙ хәл итербеҙ. Ә хәҙер, һөйөклөм, тыңла, һин ошо рюкзакты ышаныслы урынға йәшерергә тейешһең, – тине ир ҡайнар бышылдап.
- Һорарға мөмкинме, уның эсендә нимә бар?
- Уның эсендә беҙҙең киләсәгебеҙ, ышанысыбыҙ, мул тормошҡа өмөтөбөҙ ята. Ә былай, ҡарай алаһың, ул һиңә оҡшаясаҡ. Ә хәҙер мин өйгә ҡайтырға тейеш.
Шул ваҡыт Ғайсарҙың ишек төйгәне ишетелде:
- Ишекте ас, Мәрзиә, суҡынып киткере, асыҡтым, икмәк булһа ла бир, кисәнән бирле ашағаным юҡ.
Риф:
- Ярай, кискә осрашырбыҙ,– тине лә нисек килеп керһә, шулай юҡҡа сыҡты.
Мәрзиә тәҙрә эргәһенә килде һәм рюкзакты асып ҡараны, эсе тулы долларҙарҙы күреп тыны ҡыҫылды, ҡото осто. Рюкзакты тиҙ генә карауат аҫтына ырғытты. Ғайсарҙың һүгенеп ҡысҡырынғаны һәм эргәләге тәҙрәне шаҡығаны ишетелде.
Ф. Ильясова.
(Дауамы бар).
Читайте нас в