-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Март 2020, 00:37

Юғалтыу еңел, табыуы ҡыйын

– Ярай, ҡайтҡас инәһең инде, – тине ҡатыны күңелһеҙ генә. –Тағы ҡайҙа бараһың? Шулай инде, арҡаң ныҡта мин кәрәкмәй инем, хәҙер көнөң миңә ҡалды тағы. Донъяла була торған хәл.

Юғалтыу еңел, табыуы ҡыйын
Бер ниндәй мажараһыҙ, һәүетемсә генә йәшәп яталар ине, донъялар үҙгәреп китте. Кисә генә бурысҡа икмәклек аҡса һорап килгән күршеләре хәҙер текә иномаркала елдерә, сит илдәрҙә ял итә, теләр- теләмәҫ кенә сәләмдәр ҡабул итә.
Бер көн ҡатыны Мәрйәм ҡайтып инеү менән:” Нурғәлин Әсҡәт тигән кешене ҡала башлығы итеп ҡуйғандар, һеҙҙең Ташбаш районынан ағай-эне түгелме?”– тип һораны. “Бәй, теге Әсҡәт, Таһир ағайҙың кесе улы. Өфөлә эшләй ине, шул да инде”. Ауылға шылтыраттылар. Ысынлап та, шул икән, ҡайһылай йәшләй генә үҫеп киткән.
Бер аҙҙан Әсҡәт Таһирович үҙе Булат эшләгән заводҡа килеп сыҡты, цехтар буйлап үтте, эшселәр менән әңгәмәләште. Күҙенә Булат салынды. “Һин дә бында икәнһең”,– тип ҡосаҡлап алды уны башлыҡ. Завод директоры Степанов Булатты тәүге тапҡыр күрһә лә, беҙҙең ышаныслы инженерҙарыбыҙҙың береһе, тип маҡтап өлгөрҙө.
Икенсе көнөнә Булатты вахтала күренеүе менән ҡабаландырып директорға алып киттеләр. Директор Вячеслав Петрович уралтып-суралтып торманы, бер-ике һорау бирҙе лә, механика цехына начальник кәрәк, йә дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары, һайлағыҙ, тине.
Кабинетына ингәндә, элекке урынбаҫар Хәйруллин әйберҙәрен дә йыйып бөтмәгәйне әле. Булат хәҙер инде Булат түгел, Булат Надырович. Ҙур урындың сығымдары ла ҙур шул, бер нисә костюм, тун, шәшке бүрек һатып алырға тура килде. Вячеслав Петрович кәңәше менән завод эргәһендә кеше исеменә предприятие асып ебәрҙе. Йылына икешәр тапҡыр сит илдә ял тиеүҙе ғәҙәт итеп алды. Бер көн ҡустыһы Әсҡәт Таһирович шелтәләп китте:” Нәмәңде ҡарап йөрөйһөң, бөтәһе лә ер ала, өй төҙөй, ғаризаңды килтерә һал”. Өйөн дә төҙөп керҙе.
Булат Надыровичты хәҙер танырлыҡ та түгел, завод директоры күҙенә генә ҡарап тора. Булаттың тормошонда ҡала дауаханаһында ябай табип булып эшләүсе ҡатыны Мәрйәмгә урын ҡалманы.
Эштәр гөрләп алға барған һымаҡ ине, донъялар үҙгәреп китте. Булат эшләгән машиналар төҙөү заводын мәскәүҙәр һатып алды. Ул арала булмай, ҡала хакимиәте башлығын эшенән бушаттылар. Нурғәлин берәү менән дә хушлашып тормай, яңынан Өфөгә күсеп китте. Бер ай ҙа үтмәне, яңы хужалар Булат менән контрактты өҙҙө. Уны туйындырған предприятиены тартып алды. Ә Булаттың ике йыл элек йәш ҡатынға өйләнеүен, улдары үҫеүен ҡалала бик һирәктәр генә белә ине.
Бик ауыр кисерҙе был хәлде Булат, тәүҙәрәк эш таба алмай йөрөнө, яңы фирма асып ҡараны. Барлыҡ йыйынтығын шунда яндырҙы. Яңы өйөн һатырға, бурыстарын түләргә, бер бүлмәле фатирға күсергә тура килде. Эше лә булыр ине, ләкин Булат юғалтыуҙарын күтәрә алманы, эскегә һалышты. Йәш ҡатыны уны фатирынан ҡыуып сығарҙы һәм айырылды.
Булатҡа элекке ҡатынының фатирына ҡайтып йығылыуҙан башҡа сара ҡалманы.
– Ярай, ҡайтҡас инәһең инде, – тине ҡатыны күңелһеҙ генә. –Тағы ҡайҙа бараһың? Шулай инде, арҡаң ныҡта мин кәрәкмәй инем, хәҙер көнөң миңә ҡалды тағы. Донъяла була торған хәл.
Мәрйәм иренең эш эҙләрен, аҙаҡ һөнәрселек училищеһына завхоз булып урынлашырын, бынан да ҡыуылырын, аҙаҡ ҡарауылда эшләп, пенсияға сығырын күҙ алдына ла килтермәй ине.
Читайте нас в