-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Апрель 2020, 18:13

Көтөү. Хикәйә.

Мәрйәм әбейҙе мин ауылға ҡайтҡан һайын күрәм. Ҡояшлы көнмө, ямғырмы – үҙенең иҫке пальтоһын кейә, шәлен ябына ла, ҡапҡа алдында, уңда урынлашҡан иҫке генә эскәмйәлә ултыра. Килгән бер машинаны ҡарашы менән ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Бер ҡайтҡанымда әсәйемдән һорайһы иттем:- Мәрйәм әбей ни эшләп унда ултыра ул? – тип һораным. – Эше юҡмы икән ни?- Әбей кешенең эше ҡайҙан булһын инде, – тине әсәйем уңайһыҙланған һымаҡ, үҙенә ҡарап. – Мәрйәм инәйең көтөп ултыра.

Мәрйәм әбейҙе мин ауылға ҡайтҡан һайын күрәм. Ҡояшлы көнмө, ямғырмы – үҙенең иҫке пальтоһын кейә, шәлен ябына ла, ҡапҡа алдында, уңда урынлашҡан иҫке генә эскәмйәлә ултыра. Килгән бер машинаны ҡарашы менән ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Бер ҡайтҡанымда әсәйемдән һорайһы иттем:
- Мәрйәм әбей ни эшләп унда ултыра ул? – тип һораным. – Эше юҡмы икән ни?
- Әбей кешенең эше ҡайҙан булһын инде, – тине әсәйем уңайһыҙланған һымаҡ, үҙенә ҡарап. – Мәрйәм инәйең көтөп ултыра.
- Кемде көтә?
- Тәүҙә килене менән улын көттө, улары ла ҡайтмағас, ейән-ейәнсәрҙәрен көтә.
- Ә үҙе ғәйепле түгелме һуң? – тип һораным мин, Мәрйәм инәйҙең холҡон бер аҙ белгәнгә.
- Улайтып әйтмә инде, –тине әсәй уңайһыҙланып ҡына. – Инәйеңдең көслө саҡтары булды инде, дер һелкетеп донъя көттө, яңғыҙмын, тип торманы, балаларын уҡытты, ҡулынан килгәнсә ярҙам итте.
Был һөйләшеү хаҡында онотҡайным инде, ҡайтып инеп, сәй эсеп, хәл-әхүәл белешкәс, инәйең ултырамы, тип һораны әсәй.
- Юҡ, күренмәй, – тинем. – Ә нимә булды?
- Тамам йығылды, өйөндә ята. Хәҙер сығырлығы юҡ инде. Оҙаҡҡа бармаҫ.
Икенсе йылына яҙ етеп, ер йәшелләнгәс, тағы ҡайтаһы иттем. Бәй, Мәрйәм инәй терелгән дә баһа. Ана, ҡапҡа эргәһендә ултыра. Туҡтап, хәйер бирергә булдым. Мине күргәс тә:
- Әй, балам, ҡайттыңмы ни? Ни эшләп оҙаҡланың? Килен ҡайҙа? Ниңә балаларҙы алып ҡайтманың? Айрат үҫкәндер инде. Емеште кейәүгә биргәнһең икән, – тип минең ҡулдарымдан тотоп алды ла, ҡосаҡларға, арҡамдан яратырға ынтылды. Ә мин нимә әйтергә белмәйем.
- Мине кем менәндер бутайһығыҙ, инәй, – тип әйтергә мәжбүр булдым.
- Ни эшләп бутай, ти. Һин бит минең улым. Мин һине ҡарап үҫтерҙем, уҡыттым, кеше иттем. Ә һин мине, йөҙ тәңкә аҡса биреп, алдаштырырға итәһең. Ана, кешеләр әсәйҙәрен ҡалаға алып китә, ә мин һаман бында – һыуыҡ өйҙә. Нисек оялмайһың, әсәйеңде ташлап китәһең? Эй, кешеләр! Ҡарағыҙ! Минең улым ҡайтты! Ул минән ҡасып йөрөй, әсәһен ҡарарға теләмәй. Бына шулай ул донъя. Мин уны үҫтерәм, тип күпме көс түктем. Уҡырға ингән сағында Ғәлинур ҡоҙаға бер һыйыр бирҙем. Яңы йылға – биш ҡаҙ түшкәһе, тине, уныһын да илтеп бирҙем. Ә ул хәҙер мине ҡарамай.
Машинама ултырып, ҡуҙғалып китеүҙән башҡа сарам ҡалманы. Артымдан нимәлер тип ҡысҡырып ҡалды. Әсәйем һиҙмәй буламы ни, килеп кереү менән, нимә булды, улым, төҫөң ҡасҡан? – тип һораны.
Ҡул ғына һелтәнем.
- Ҡуйсы, һин бит Мәрйәм инәйең янында туҡтағанһың. Уның янында туҡтарға ярамай, – тине.
Шунан һуң әсәйем һөйләп бирҙе:
- Инәйең үҙе балаларына ҡаты булды. Былтыр бер барғайным, туҙып бөткән дәфтәр сығарҙы, колхоз бухгалтерымы ни? Күпме картуф үҫтергән, ҡош-ҡорт, күпме ит, ҡайһыһына күпме биргән, вис кенә яҙып барған. Шуны сығарып күрһәтте лә, уҡый башланы. Ейән-ейәнсәрҙәренә йөн ойоҡ бәйләгәненә тиклем яҙған бит әле, онотмаған. Уныһы нимәгә кәрәк инде, кешене белмәҫһең. Илшаты ҡайта алмаҫ инде.
- Нимә булған?
- Аварияға эләккән тиме шунда... эшләгән ерендә... Умыртҡаһын һындырған, дауаланмай йөрөгән, хәҙер түшәктә генә ята икән, атлай ҙа алмай, ти.
- Ә Мәрйәм инәй был хаҡта беләме һуң?
- Белмәй ҡаламы һуң инде, ҡыҙы килеп, һөйләп киткән. Ҡыҙы менән асыуланышып бөткән. “Йәтеш булды, үсем ҡанды. Мине ҡарамағайны, үҙе хәҙер кешө көнлө булып ята”, – тип рәнйегән, ҡарғаған. Шул да булдымы эш?! Үҙ балаңды ҡарғап ят инде.
Икенсе ҡайтҡанымда ла Мәрйәм инәй ултыра ине әле. Эргәһенән үтеп барғанда машинамды туҡтатыр ҙа, ни эшләп минең хәлемде белмәйһең, ни эшләп ҡалаға алып ҡайтмайһың? – тип әйтер һымаҡ. Шуға эргәһенән тиҙ генә үтеп киттем.
Былтар көҙ ҡайтҡанымда ҡапҡа алды буш ине. Ниндәйҙер ауыр уйҙарҙан арынған һымаҡ еңел һулап ҡуйҙым. Ғәжәп тойолмаһын, инәйҙең балаларын зарығып көтөүен үҙем өсөн ауыр ҡабул иттем. Өйгә ҡайтыуымдың сәбәбе лә билдәле. Кергәс тә, әсәйемә: “Әйҙә, йыйын, әсәй, ҡуҙғалабыҙ”, – тинем.
- Рәхмәт инде, балам, саҡырыуың өсөн рәхмәт, мине тәрбиәләргә теләүең өсөн рәхмәт! Әлегә ҡалайым инде, – тине.
- Тағы нимә булды? –тинем мин әсәйемә аптыранып.
- Мәрйәм инәйеңдең ҡырҡын үткәрергә ине. Уның башҡа яҡын кешеһе булманы. Рәнйеп ятмаһын. Мулла саҡырып, Ҡөрьән уҡытып, хәйер өләшеп, йәнен тынысландырайым.
Ошоларҙы яҙҙым да, аптыранып ҡуйҙым: нимәгә яҙҙым мин быны? Кемгә кәрәк? Бәлки кемдер уҡыр, фәһем алыр, тип тынысландырҙым аҙаҡ үҙемде.
Читайте нас: