+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Апрель 2020, 17:36

Дипломатлы ағай.

Беҙгә ҡәрҙәшебеҙ – атайымдың ағаһы килде. Майор формаһында. Әллә ике туған, әллә өс туған – хәтеремдә ҡалмаған, сөнки ул саҡта беҙ ҡустыбыҙ менән бәләкәй инек әле. Шуныһы ғәжәпләндерҙе: ул дипломатынан бер секундҡа ла айырылманы. Початальон Печкин мультигындағы һымаҡ. Дөрөҫ, Печкинда – посылка, ә уныҡы – дипломат. Уны хатта бәҙрәфкә лә, ванныйға ла үҙе менән алды...

Беҙгә ҡәрҙәшебеҙ – атайымдың ағаһы килде. Майор формаһында. Әллә ике туған, әллә өс туған – хәтеремдә ҡалмаған, сөнки ул саҡта беҙ ҡустыбыҙ менән бәләкәй инек әле. Шуныһы ғәжәпләндерҙе: ул дипломатынан бер секундҡа ла айырылманы. Початальон Печкин мультигындағы һымаҡ. Дөрөҫ, Печкинда – посылка, ә уныҡы – дипломат. Уны хатта бәҙрәфкә лә, ванныйға ла үҙе менән алды.
– Ниңә дипломатты гел үҙегеҙ менән йөрөтәһегеҙ? – тип һораным унан иртән сәй эскәндә. Уның өсөн әсәйем яуап бирҙе:
– Дипломатта йәшерен хәрби документтар, уларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырырға ярамай. – Улай түгел! Морат ағай иномарка һатып алырға килгән. Телефондан һөйләшкәнен үҙем ишеттем. Ә дипломатта аҡса, беҙ уны урлар тип ҡурҡа, шуға күрә ҡулынан ысҡындырмай.
– Мин уның аяҡ аҫтындағы дипломатҡа ымланым. Өҫтәл артындағыларҙың барыһы ла ҡыҙарҙы, ҡустым менән минән башҡалар. Кискә Морат ағай ҡунаҡханаға күсенгәйне инде. Шуныһын да өҫтәргә кәрәк, илебеҙҙең икенсе башынан килһә лә, ул беҙгә күстәнәскә бер кәнфит тә тотторманы. Уның ҡарауы, бер үҙе өс кеше урынына ашаны, эсте. Атайым менән әсәйем беҙгә асыуланманы, еңел һуланылар ғына.
Читайте нас: