Диләнең аптыранып йөрөүенә эшендә лә иғтибар иттеләр. Иң тәүҙә Хаят тотоп алды.
– Һиңә ни булды, бик күңелһеҙ йөрөйһөң, – тине ул Диләнең күҙенә туп-тура ҡарап.
– Булманы, – тине ҡыҙ. – Әллә берәй нәмә булырға тейеш инеме?
– Юҡ, юҡ, – тине аҡланғандай Хаят. – Бик уйланып, кәйефһеҙ йөрөйһөң. Әйт дөрөҫөн, егетең ташланымы? Ирең сығып киттеме?
– Ниндәй ир, ниндәй егет һөйләйһең, апай? Мин кейәүҙә түгел.
– Ошо йәшкә етеп, һаман кейәүгә сыҡманыңмы? Әллә бер кемең дә юҡмы?
– Ужас! – Хаяттың күҙҙәре шаҡмаҡланды. – Ошо йәшкә етепме?
– Әлләсе, – тип аптыранды ҡыҙ. – Быға тиклем йәшәнем бит. Бынан һуң да йәшәрмен әле.
Хаят көлдө лә, уны эргәһенә ултыртты.
– Һөйлә, һылыуым, эсеңдә тотма. Сер кешене сирләтә ул. Бәлки файҙам тейер, кәңәш бирерман. Йә, һөйлә.
– Нимәһен һөйләйһең инде, апай, егетем бар һымаҡ, мине саҡыра...
Хаят ҡыҙҙың ҡулдарынан тотто.
– Туҡта, асыҡлайыҡ. Йоҡлап йөрөйһөгөҙмө?
Дилә уңайһыҙланды, ҡып-ҡыҙыл булды.
– Юҡ әлбиттә, ни эшләп мин уның менән йоҡларға тейешмен?
Ҡатындың күҙҙәре нығыраҡ шаҡмаҡланды. Тирә-яғына ҡаранды.
– Йоҡламайым, тиһеңме? Ужас! Ужас! Улай булһа, һин кемгә кәрәк? Кемгә тип һаҡлайһың? Һиңә нисә йәш әле? 23? Мин был йәштә ике бала тапҡайным.
– Ни эшләп ҡарайым икән, апай?
– Фатирына бар, һуңланым, тегеләй-былай, тип ҡунырға ҡал. Ҡаршылашма, теләһә нимә эшләтһен, ҡулынан килгәнсә. Эх, һылыуым, үҙеңде әрәм итеп йөрөйһөң...
Дилә оялды, ҡыҙарынды, күрмәйҙәрме, тип тирә-яҡҡа ҡаранды.
– Мин улайтып уйламайым, – тип аҡланды.
– Егет кенәңде әйтер инем инде, – тине Хаят. – Шулай бешмәгәнме ни? Үәт, мәмәй ауыҙ!
– Юҡ, – тип егетен яҡланы Дилә. – Үҙе ҡыйыу, спортсы, машина алырға йөрөй.
– Алырға йөрөй, алырға йөрөй... Атаһы алып бирәлер инде. Бик иркә түгелме?
– Ана, күрәһеңме Вераны, – тине Хаят, яңы ғына килеп кергән ҡатынға күрһәтте. – Кәйефе шәп.
– Төшкө аш мәлендә өсөнсө цехҡа барып килде. Унда бүлмәһендә баш механик көтөп ултыра. Төшөндөңмө?
Әмәлгә ҡалғандай, Вера күңелле итеп йырлап ебәрҙе.
Икенсе көнөнә Диләгә Мансур килеп өндәште.
– О, Делочка, Делочка! Ҡайһылай матурланғанһың, – тип маҡтаны, ҡосаҡлап, сикәһенән үбеп алды. – Бөгөн ваҡыт яғы нисек? Мин һине могу оҙатырға.
– Ә ниңә һеҙ мине оҙатырға тейеш? – тине Дилә. – Минең оҙатыусым да, ҡаршылаусым да бар.
– Юҡ, мин һине үпкәләтергә теләмәгәйнем, – тине ир. – Бик хәсрәтле йөрөйһөгөҙ. Мин ярҙам итә алам.
– Ҡатынығыҙға ярҙам итегеҙ, – тине Дилә уҫал ғына итеп.
– Борсолма, – тине тегеһе асыуланып. – Минең ҡатыным борсолоп, хәсрәтләнеп йөрөмәй.
– Отвали! – тине лә Дилә ир эргәһенән китеп барҙы.
Төн сыҡҡансы хәбәр таралып та өлгөргән икән. Ҡайҙан Хаятҡа ышанып һөйләнде. Ул арала булмай, хәле бөтөп, Хаят килеп инде һәм Диләне ҡосаҡлап алды.
– Ҡара әле, мин һиңә бер шәп ир таптым. Уныҡы булһаң, бер мәшәҡәтең дә ҡалмаясаҡ. Балда-майҙа ғына йөҙәсәкһең...
– Рәхмәт, Хаят апай, – тине ҡыҙ уның ҡосағынан ысҡынып. – Ул килеп, йәбешеп ҡараны инде, мин уны ҡыуалап ебәрҙем.
– Зря, – тине Хаят. – Зря. Һуңынан үкенергә тура килмәгәйе. Әгәр былай барһа, Мансур һиңә көн күрһәтмәйәсәк.
– Ҡарарбыҙ, – тине Дилә. – Кем кемгә көн күрһәтмәҫ икән...