-11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Апрель 2020, 10:24

Эх, һин, күңелһеҙем һин минең! Хикәйә. Өсөнсө өлөш.

Дилә ҡайҙа барырға, кемгә өндәшергә, нимә эшләргә белмәй, шаңҡып ултыра. Ғәҙелһеҙлектән, үҙеңдең көсһөҙлөгөңдән, нахаҡҡа рәнйетелеүҙән дә ауырыраҡ хис-тойғо бармы икән? Эшкә килгәненең тәүге ярты йылында беренсе етди һәм хәл иткес һынау. Әллә бөтәһен күтәреп-һуғып, ғариза яҙып, эштән сығырға ла китергәме икән? Барыһы ла йома хәл ителде.

Эх, һин, күңелһеҙем һин минең!
Хикәйә.
Өсөнсө өлөш.
Дилә ҡайҙа барырға, кемгә өндәшергә, нимә эшләргә белмәй, шаңҡып ултыра. Ғәҙелһеҙлектән, үҙеңдең көсһөҙлөгөңдән, нахаҡҡа рәнйетелеүҙән дә ауырыраҡ хис-тойғо бармы икән? Эшкә килгәненең тәүге ярты йылында беренсе етди һәм хәл иткес һынау. Әллә бөтәһен күтәреп-һуғып, ғариза яҙып, эштән сығырға ла китергәме икән?
Барыһы ла йома хәл ителде. Айлыҡ эшкә йомғаҡ яһағандар, шунда өлкән инженер Васиков кадрҙар мәсьәләһен күтәргән һәм Дилә хаҡында, ҡулынан бер эш тә килмәй, процесты белмәй, ҡорамалдарҙы шартлатып ҡуймаһын, тигән мәғәнәлә телмәр тотҡан.
Дилә был хаҡта бәлки белмәй ҙә ҡалыр ине, Вера килеп сыҡты ла:
– Һин нимә, ҡыҙыҡай, Мансурҙы рәнйеттеңме әллә? Ай-һай! Ут менән уйнайһың! Ул үҙенең күҙенә салынған бер итәкте лә ҡулынан ысҡындырмай. Айҙар буйы ҡамап йөрөтөп, арытып, йонсотоп, бүре аулаған һымаҡ, һуғып ала. Ә Васиковтың ғәйебе юҡ – ул Мансурҙың әшнәһе генә, Мансурҙы иҫерек сағында өйөнә илтеп ҡуя һәм һине “еүешләгән” һымаҡ, бысыраҡ заказдарын үтәй.
Ә Хаят һуң, Хаят... Эс-бауырына инеп, серҙәрен белде лә, бар цехҡа рисауай итте. Хәҙер йөрө инде араларында аҡ ҡарға һымаҡ.
Дилә ултырған автобус Азат йәшәгән йорт эргәһенән, тип әйтерлек, үтеп бара. “Әллә кереп, хәлен белеп сығырға инде?” тип уйланды ҡыҙ. Дилә аптырана: әллә үҙе ныҡ, әллә егет бигерәк баҙнатһыҙ... Төшөргә уҡталып-уҡталып ҡуйҙы. “Эх, һин, күңелһеҙем һин минең! Үҙеңде бәлеш менән һыйлармын, тигәйнем”, тип бал кәрәҙе һымаҡ янған уттар араһында әллә үҙен өмөтләндереп, ышандырып тотҡан тәҙрәне таба алманы, төшөп ҡалманы.
***
Ә Азаттың фатирында күңелле ине. Ул үҙе генә түгел, дуҫы Иҙел килгән. Ул да бер үҙе түгел – ике ҡыҙ эйәртеп алған. Һәр ваҡыттаыса, ҡыҙмаса. Ярай, һыуытҡыста колбасаһы ла, ите лә байтаҡ ине. Бәлки кәрәгер, тип алып ҡуйған “ярты”һы ла өҫтәлгә менеп ҡунды. Ҡыҙҙар аһ та ух, итештеләр. Биҙәнгәндәр-яһанғандар. “Башҡортса аңламайҙар”, тип уйланы Азат. Юғиһә, Иҙел тегеләргә күрһәтеп:
– Йә, дуҫ, һайлап ал, икеһе лә һинеке, – тип иғлан итеүен төшөнөрҙәр ине.
Азат сәйен ҡуйҙы, ҡулынан килгәнсе ҡунаҡ итергә тырышты, һөйләшеп ултырҙылар, ваҡыт үтте. Ҡыҙҙар стакандан да, шәшке өҫтөнән дә эсә торғас, “ярты”ны бушатып та ҡуйҙылар.
Ниндәй егет ҡыҙҙарҙың ҡайнар ҡосағына кереү хаҡында хыялланмай. Гуля тигәне эргәһенән үтеп барғанда тамам алдына менеп үк ултырҙы. Суҡынған. Үҙе килеп ауыр. “Эх, – тип уйланы егет. –Ошоноң ҡосағында төн үткәрергә тура килерме икән?”
12-ләрҙән һуң Иҙел ҡайтырға йыйынды. Такси саҡғыртты. Әле такси килгәс, бер сәғәтләп ләпелдәштеләр. Иҙел кейенә башланы.
– Йә, – тине ул бойороусан тауыш менән. – Ҡайһыһын алып ҡалаһың?
– Мин был иҫеректәрҙе ни эшләтәйем, – тине Азат аптыранып.
Иҙел айнығандай булды:
– Ысынлап әйтәһеңме, баш тартаһыңмы? Аңлашылды. Ҡыҙҙар, по коням! – тине ул.
Тегеләр аптыранып фатир хужаһына ҡараны.
– Как по коням? – тине ғәжәпкә ҡалған Гуля. – А я намерена остаться на ночь.
– Нет, нет, не получится.
Иҙел икеһен дә кейендереп, тышҡа оҙатты һәм Азаттың ҡулынан тотоп:
– Сәйер кеше һин. Мин һине барыбер аңламаным, – тине.


----------
Алдағы өлөштәр:



"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас в