Дилә Азатҡа барыһын да һөйләп бирҙе. Мансурҙың күптән күҙ һалыуын да, эҙәрлекләүен дә, йома кис нимә булғанын да йәшереп торманы. Аптырап ҡалған Азат:
– Ғәфү ит, Дилә, мин һиңә ярҙам итә алманым бит, – тип үкенес белдерҙе.
– Нисек ярҙам итмәнең? Әгәр һин булмаһаң, ишегеңде асмаһаң, мин харап була инем.
Таң менән Дилә ҡайтып китте. Дүшәмбе эшкә барғанда ҡыҙ төрлөһөн уйлап бөттө. Нисек ҡаршы алырҙар, был хаҡта Васиков телефон аша бөтәһенә лә һөйләп бөткәндер инде.
Нимәлер бар, лаборанттар бүлмәһенә килеп инеү менән, Васиков терт итеп ҡалды һәм кеҫәһенән телефонын алып, кемгәлер шылтырата башланы. Дилә өндәшмәй, күрмәмеш тә белмәмеш. Эргәһенә Вера килде.
– Дилә, ишеттеңме? – тип бышылданы ул.
– Нимә булған? – тип һиҫкәнде ҡыҙ. Вера ҡолағына эйелде:
– Ишетмәнеңме ни, йома көн беҙ сәйҙән таралғас, Мансурҙы хулигандар туҡмаған.
– Васиков менән ҡайтып киткән, юлда тағы өҫтәгән, бер ҡыҙға хулигандарҙың бәйләнгәнен күргән. Шул баланы аралап ҡалам, тип барып инһә, типкеләп һалғандар, – тине Вера.
– Шулай ныҡмы? – Дилә тирә-яғына ҡаранды.
– Ныҡ, ти. Әле больничныйҙа. Аҙна-ун көнһөҙ сыға алмаҫ, тиҙәр. Уның эшен Васиковҡа йөкмәткәндәр.
– Ул арала булмай, Васиков үҙе килеп сыҡты һәм кабинетына үтеп китте.
Дилә үҙе лә һиҙмәҫтән, уның артынан барып керҙе, ишекте ныҡ итеп япты һәм ирҙең ҡаршыһына килеп:
– Йә, – тине ҡыҙ тыныс ҡына тауыш менән.
Васиков тирә-яғына ҡаранды, ишеккә күҙ һалды, тиҙ генә өҫтәлдән ҡырлы графинды алып ҡуйҙы.
– Мине ғәфү итегеҙ, Дилә Вәлиевна, Мансур мине мәжбүр итте. Мин һеҙҙең уны туҡмауығыҙҙы хуплайым. Дөрөҫ эшләнегеҙ.
– Ә кем уны туҡманы? – тине Дилә, тынысыраҡ булырға тырышып.
Ир тороп уҡ баҫты, стенаға һырышты.
– Хулигандар туҡмаған, өсәүҙәр, ти. Эйе, өсәү. Мин үҙем дә бар инем. Үҙем күрҙем. Өс хулиган бер ҡыҙҙы уратып торалар ине. Мансур егетләнеп, барҙы ла, араларына керҙе. Тегеләр быны һуғып йыҡтылар ҙа, типкеләй ҙә башланылар.
– Ә Мансурҙың битен кем тырнаны? – тине Дилә ир яғына бер аҙым яһап.
– Һеҙ... Һеҙ... Һеҙ түгел. Зинһар өсөн, Дилә Вәлиевна, мине ғәфү итегеҙ. Тағы бер ҡабатлайым, һеҙ дөрөҫ эшләнегеҙ! Уға шул кәрәк! Күптән кәрәк ине. Ә һеҙ – молодец! Үҙегеҙҙе яҡлай беләһегеҙ! Беҙгә шундайҙар кәрәк!
Ҡатындар өсәүләшеп ултырып сәй эсеп алдылар, шунда Хаят Диләнең тырнаҡтарына иғтибар итте.
– Ҡара әле, ҡыҙыҡай, тырнаҡтарың һынған түгелме һуң?
– Ә һин, апай, нисек уйлайһың, тырнаҡтар ҡасан һына?
– Белмәйем, белмәйем, – тине Хаят, ситкәрәк күсеп ултырып. – Ишетмәнем.
– Белмәүең, ишетмәүең яҡшыраҡ.
Дилә ҡайтышлай Азатҡа СМС-ка ебәрҙе: “Бәлеш ашағың киләме?” Яуап көттөрмәне: “Әлбиттә! Мин сығам, асыҡыс ишек алдында келәм аҫтында”.
Бына таныш йорт, китапхана мөйөшө, ҡыҙ асҡысты алды, ишекте асты, ҡыйыу ғына эскә үтте һәм утты яҡтыртты. Уф, барыһы ла кисә нисек ҡалдырған, шул килеш. Саңғы таяғын да йыйып ҡуймаған бит әле.
Ҡыҙ йүгереп йөрөп бәлеш әҙерләне, уныһын газға ултыртты һәм күңелле итеп йырлай-йырлай өйҙө йыйыштыра башланы. Азатты йыйнаҡ йәшәргә өйрәтеп килә ине инде, кейемдәре урынында, йыуылған, үтекләнгән. Иҙәнде йыуам, тип шифоньер аҫтын һөртөп ебәргәйне, бына мин, тигән һымаҡ, тәгәрләп, ирен буяғыс помада килеп сыҡты. Ҡыҙ ултыра төштө лә ҡуйҙы. Кемдеке был? Бындай сағыу, күберәк урам ҡыҙҙары тотона торған буяғысты ғүмерҙә файҙаланғаны юҡ.
Ҡыҙҙың кәйефе төштө, эх, Азат, Азат... Мин бит һиңә ышана инем. Йә, инде, бына кемдәр күңелеңде күрә икән. Ҡыҙҙың ҡулдары төштө, бәлеште алып, өҫтәлгә ултыртты, эргәһенә ирен буяғысты һалды, “Был минеке түгел!” тип яҙырға онотманы һәм ишекте бикләп, асҡысты урынына һалды ла, төшөп китте. Донъяның бер рәте лә юҡ! Кемгә ышанырға, кемгә ышанырға?..