+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Апрель 2020, 10:10

ЭХ, ҺИН, КҮҢЕЛҺЕҘЕМ ҺИН МИНЕҢ! Хикәйә. Алтынсы өлөш.

– Һеҙҙе цех начальнигы үҙенә инеүҙе һорай. Дилә начальник эргәһенә үтте. Уныһы Дилә бар, тип тормай, телефон аша кемделер һүгенә-һүгенә тетә ине: – Һин нимә, (“пип-пип”), үҙеңдең ник тыуғаныңды оноттоңмо әллә? Һине кем уҡытты, (“пип-пип”)? Утыҙ минуттан бында хужа менән директор килә. Уларҙың килеүенә, (“пип-пип”), ошонда баҫып торорға тейешһең! – тип трубканы ташланы һәм тәмәкеһен тоҡандырҙы. – Мин килдем, – тине Дилә тартынып ҡына. – Күрәм, күҙһеҙ түгелмен! – тип тишеп ҡараны. Ул арала булмай, кабинетҡа башҡалар килеп тулды, Диләне ҡыҫырыҡлап, цех начальнигы эргәһенә килтереп баҫтырҙылар. Шул ваҡыт Дилә тертләп ҡуйҙы. Артҡы ишектән, көлөмһөрәп, әллә мыҫҡыллы йылмайып, Азат килеп сыҡты. Килеп керҙе лә, бер ни ҙә булмағандай, йәйелеп, директор ғына ултыра торған креслоға ҡоланы. – Азат Исмәғилевич, барыһы ла йыйылды, шикелле, – тине цех начальнигы эшселәргә күҙ ташлап. – Иң тәүҙә белергә теләйем, – тине ҡоро ғына тауыш менән Азат, – барыһы ла эш урынындамы?

Кемгә ышанырға? Ҡыҙ телефонын һүндерҙе, ишеген бикләне.
Бәләкәй сағында үҙе һымаҡ бер малай оҡшай торғайны, Артур исемле. Аҙаҡ Артур ғаиләһе менән ҡайҙалыр күсеп китте. Ул ваҡытта икеһенә лә 5-6 йәш булғандыр, нисек онотмаған! Шул килеш хәтерендә ҡалған. Былтыр йәй әсәһенә ҡайтҡайны, урамда Артур йөрөп ята. Диләнең хәтерендә ҡалған 5-6 йәшлек Артур! Ҡыҙ бала сағына ҡайтҡандай булды. Ә теге малай, ысынлап та, Артурҙың улы икән. Күршеләренә һуғылғандар, ул арала булмай, өлкән Артур үҙе килеп сыҡты. Улын күтәреп алды һәм оҙаҡ итеп Диләгә ҡарап торҙо. Диләнең иҫәнләшеүен күреп:
– Әллә беҙ һеҙҙең менән танышмы? – тип һораны.
– Юҡ, юҡ, – тине ҡыҙ. – Мин һеҙҙе беренсе тапҡыр күрәм, – тине. Ниңә алдағандыр, үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Нимә тип әйтһен, беҙ һинең менән бергә үҫтек, бер көршәкте тотондоҡ, парлашып уйнай инек, тип әйтһенме, әле булһа кейәүгә сыҡмауын, балаһы юҡлығын аңлатып торһонмо?
Азат булдымы икән, ишеккә килеп, оҙаҡ ҡына шылтыратып торҙо. Бер-ике ҡат һуғып та ҡараны. Ҡыҙ өндәшмәне, торманы, урынынан да ҡуҙғалманы. Шул килеш шаңҡып ята бирҙе.
...Цехҡа килеп ингәс, Дилә аптырап ҡалды. Барыһы ла тыз-быз йүгерешә, эшкә теүәл минутында килеп өйрәнгән Хаят та бөгөн иртәләгән. Алдан килмәһә, ҡулдарын болғап, нимәлер ҡыйратып йөрөмәҫ ине. Ҡара һин уны, Диләнән сәләм дә алып торманы. Вера күҙенә салынып ҡалды. Уныһынан:
– Нимә булды? – тип кенә һорап өлгөрҙө. Тегеһе үтеп барышлай:
– Заводтың хужаһы менән генераль директор килә, – тип кенә әйтеп өлгөрҙө.
“Заводтың хужаһы килә?”
Васиков килеп, Диләгә ипле генә өндәште:
– Һеҙҙе цех начальнигы үҙенә инеүҙе һорай.
Дилә начальник эргәһенә үтте. Уныһы Дилә бар, тип тормай, телефон аша кемделер һүгенә-һүгенә тетә ине:
– Һин нимә, (“пип-пип”), үҙеңдең ник тыуғаныңды оноттоңмо әллә? Һине кем уҡытты, (“пип-пип”)? Утыҙ минуттан бында хужа менән директор килә. Уларҙың килеүенә, (“пип-пип”), ошонда баҫып торорға тейешһең! – тип трубканы ташланы һәм тәмәкеһен тоҡандырҙы.
– Мин килдем, – тине Дилә тартынып ҡына.
– Күрәм, күҙһеҙ түгелмен! – тип тишеп ҡараны. Ул арала булмай, кабинетҡа башҡалар килеп тулды, Диләне ҡыҫырыҡлап, цех начальнигы эргәһенә килтереп баҫтырҙылар.
Шул ваҡыт Дилә тертләп ҡуйҙы. Артҡы ишектән, көлөмһөрәп, әллә мыҫҡыллы йылмайып, Азат килеп сыҡты. Килеп керҙе лә, бер ни ҙә булмағандай, йәйелеп, директор ғына ултыра торған креслоға ҡоланы.
– Азат Исмәғилевич, барыһы ла йыйылды, шикелле, – тине цех начальнигы эшселәргә күҙ ташлап.
– Иң тәүҙә белергә теләйем, – тине ҡоро ғына тауыш менән Азат, – барыһы ла эш урынындамы?
– Бында өс кеше юҡ, – тине цех начальнигы. – Берәү һуңлай, икенсеһе отгулда, булмаясаҡ, ә Мансур Сабиров – больничныйҙа.
– Уға нимә булған? – тине Азат ҡарашын Диләгә күсереп.
– Бер ҡыҙ балаға хулигандар бәйләнгән, Мансур Сабиров был ҡыҙ балаға ярҙам итәм, тип араларына барып кергән.
– Араларына барып кергән? – Азат Диләгә ҡарап күҙ ҡыҫты.
Ҡыҙҙың күңеленә рәхәт булып ҡалды. “Бәй, уны яҡлап килгән түгелме? Ниндәй оят! Ә ул кисә Азатты, ишеген асмай, керетмәй ебәрҙе”.
– Шунан, тағы нимә булған? – Азаттың тауышы ҡырыҫланды.
– Икенсе көнөнә больничный алған, үҙе шылтыратты, аҙна-ун көн булырмын, тине, – тине аҡланғандай, цех начальнигы.
– Ярай, әкиәтегеҙҙе артабан дауам итегеҙ.
– Миндә башҡа мәғлүмәт юҡ, – тине цех начальнигы.
Азат бүлмәләгеләргә күҙ ташланы:
– Ә был хәлде күргән кеше бармы?
– Бына Васиков күргән, ул дауаханаға алып барған.
– Ә Васиков ҡайҙа?
Мөйөштә боҫоп ултырған икән. Уны төрткөләп, Азат Исмәғилевич янына сығарҙылар.
– Йә, Васиков, бөтәһен дә һөйләп бир, бер фактты ла ҡалдырма, – цех начальнигы ипле генә уға өндәште.
Васиков иң тәүҙә Диләгә ҡарап алды һәм һөйләп алып китте:
– Беҙ тәүҙә аңғармай ҡалдыҡ, Мансур ҡыҙыҡайҙың “Ҡотҡарығыҙ!” – тип ҡысҡырыуын ишетеү менән, хулигандарға ташланды. Тегеләр өсәү, ә ул бер үҙе.
– Ә һеҙ ниңә ярҙам итмәнегеҙ, – тине уҫал итеп Азат.
– Нисек ярҙам итмәнем? Мин полицияға шалтыраттым. Улар килеп етеүгә, хулигандар ҡасып өлгөрҙө.
Азат тороп баҫты, өҫтәлдән нимәлер алды һәм йәнтәслимгә өҫтәлгә һуҡты.
– Алдашаһығыҙ, – тине ул. – Ә һеҙ был хаҡта Дилә Вәлиевнанан һораштығыҙмы?
Дилә шыбыр тир булды, тын алыуы ауырлашты. “Эх, ниңә генә Азатҡа һөйләне икән?” Азат алға сыҡты.
– Йә, хәҙер, Дилә Вәлиевна, һеҙҙе тыңлайбыҙ. Хәҙер бында заводтың төп акционеры менән генеральный килеп етәсәк. Уларҙың да хәҡиҡәтте белгеләре килә. Эх, Дилә... Дилә Вәлиевна, һеҙ беҙҙең ышанысты юҡҡа сығарҙығыҙ.
Ни өсөн? Ни өсөн?
Дилә уянып китте, үҙе йыш-йыш тын ала, ҡыңғыраулы сәғәте шылтырай.
– Уф, ниндәй төш булды был? Эшкә барырға ваҡыт бит.
Ашап та тормайынса, маршрут автобусына сығып йүгерҙе. Смена башланыр алдынан, печенье менән булһа ла, сәй эсер әле. Цехҡа килеп инде, тып-тын. Төнгө смена ҡайтырға йыйына, көндөҙгөләрҙән әлегә бер үҙе икән. Ҡыҙ ышанмай цех буйлап үтте. Уф, әллә ниндәй төш булды.

----------
Алдағы өлөштәр:

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: