0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Апрель 2020, 09:00

ЭХ, ҺИН, КҮҢЕЛҺЕҘЕМ ҺИН МИНЕҢ! Хикәйә. Етенсе өлөш.

Цех начальнигы Диләгә һиҙелер-һиҙелмәҫ ым-ишара яһағас, ҡыҙҙың йөрәге төшөп киткән һымаҡ булды. – Бындараҡ ултыр! – тип күрһәтте начальник ҡоро ғына. – Ни өсөн алып ҡалғанымды беләһеңме? – тине ул уға ауыр ҡарашын ташлап. – Беләм, – тине Дилә һуңғы, аҡтыҡҡы көсөн йыйып. – Ә ҡайҙан беләһең? – тине начальник. Урынынан торҙо. Дилә яурындарын һикертте.

Төшкө аш мәлендә кемдәр буш, цех начальнигы эргәһенә кәңәшмәгә керергә ҡуштылар. Дилә алдан инеп ултырҙы. Цех начальнигы уны күргәс, һаҡ ҡына йылмайҙы:
– Ниңә мөйөштә ултыраһың? Был яҡҡараҡ үт, урын етерлек.
Әллә ни һорауҙар ҙа булманы, бик тиҙ бөтөрҙөләр. Начальник өҫтәлендәге ҡағыҙға ҡарап:
– Бер мәсьәлә ҡалды. Завод идаралығынан Сабировтың, барып, хәлен белергә ҡушҡайнылар...
Вера менән Хаят барған икән. Һикерешеп, тороп, кем уҙарҙан һөйләй башланылар.
– Эштән сығарғандар. Ҡарар ере юҡ, – тине Хаят.
Уға Вера ҡушылды:
– Ай-һай, кешенең аяуһыҙлығына таң ҡалырһың! Шул тиклем иҙгәндәр, тәүҙә танымай торҙом.
– Иҙмәгәндәр, – тине Хаят уны бүлдереп, – йөҙ түбән һалғандар, икәү аяҡтарынан тотҡан, өсөнсөһө башына ултырған, асфальт буйлап һөйрәп йөрөткәндәр.
– Булмаҫ, – тип ҡул һелтәне начальник.
– Булған шул, Иван Петрович! Үҙебеҙ күреп, танымай ҡайттыҡ, – тип Хаят һөйләй башлағайны, начальник уны ҡул ишараһы менән туҡтатты.
Цех начальнигы Диләгә һиҙелер-һиҙелмәҫ ым-ишара яһағас, ҡыҙҙың йөрәге төшөп киткән һымаҡ булды.
– Бындараҡ ултыр! – тип күрһәтте начальник ҡоро ғына. – Ни өсөн алып ҡалғанымды беләһеңме? – тине ул уға ауыр ҡарашын ташлап.
– Беләм, – тине Дилә һуңғы, аҡтыҡҡы көсөн йыйып.
– Ә ҡайҙан беләһең? – тине начальник. Урынынан торҙо.
Дилә яурындарын һикертте.
– Мин һине күптән ҡарап, һынап йөрөйөм, – тине цех начальнигы ҡыҙға иғтибарлап ҡарап. – Эшеңде теүәл башҡараһың, процесты беләһең, цехта эшләгәндәр араһында һинең һымаҡ мәғлүмәтле, талапсан һәм уңғандар бик аҙ. Әйткәндәй, Мансур Сабиров менән беҙгә эшкә килгәнсе таныш инегеҙме?
– Юҡ, – тине көс-хәл менән ҡыҙ.
– Быныһы яҡшы.
Дилә үҙенең күҙ алдында бәләкәсәйә, юҡҡа сыға барыуын тойҙо. Уф, хәҙер бөтәһен дә һөйләп бирә инде! Хәйер, һөйләһен, ул бит үҙе өсөн көрәште. Ниңә ул ҡурҡып торорға тейеш? Әллә хәҙер барыһын да һөйләһен дә бирһенме икән? Юҡ, һөйләмәй тор! Начальник, әлбиттә, Мансурҙы яҡлаясаҡ. Етмәһә, уның завод идаралығында кемеһелер бар, тип тә һөйләйҙәр. Булмаһа, ул тиклем ҡотормаҫ ине.
– Йә, ярай, – тине начальник. – Һин әллә нимәләр уйлап бөткәнһеңдер инде. Ҡыҫҡаһы, мин һине Сабиров урынына өлкән инженер вазифаһына тәҡдим итәм.
– Мине? Өлкән инженер? Ярты йыл да эшләмәгән ябай белгесте?
– Эйе, тап һине. Үҙең күреп тораһың, цехта эштәр ҡатмарлаша, сырье насар, ә сифатлы продукция талап итәләр. Һинең ҡулыңдан килер, тип уйлайым. Һине Сабировтың яҙмышы ҡыҙыҡһындыралыр?
Дилә, таныш фамилия ишетелгәс, тағы һиҫкәнде, нимә әйтергә белмәне.
– Белмәйем... – тине ул аптыранып.
– Сабировтың белем яғы самалы. Белмәйем, университетта нисек уҡығандыр, ҡайһы бер ябай лаборанттар ҙа унын белемлерәк. Ул завод идаралығына күсә, һиңә конкурент түгел.
– Мин нимә эшләргә тейеш? – тип кенә әйтә алды Дилә.
– Ғариза яҙаһың да, эшкә тотонаһың, – тине начальник.
– Рәхмәт, Иван Петрович, ышанысығыҙ өсөн! – тине Дилә.
– Тағы бер мәсьәлә ҡалды, – тине начальник, ҡыҙҙың күҙҙәренә ҡарап. – Мин шуға шатланам, белемле, мәғлүмәтле йәштәр килә. Улар беҙҙең һымаҡ түгел – тырыштар, әрһеҙҙәр. Ни хәл итәйек, һеҙҙең заман килде. Приказды мин иртәгә иғлан итәм, киләһе йома һинән “аҡлан” ойоштороуоңдо талап итәсәктәр. Саҡырһаң, бәлки мин дә булырмын. Ҡыҙым, үҙеңә ҡағиҙә итеп ал: үҙең эсә торған эсемлекте бер ваҡытта ла бер кемгә лә ышанып тотторма, бәләгә тарыуың бар. Хәҙер донъя шул тиклем ҡатмарлы, һәр мөйөштә капитализм, тешен шаҡылдатып, үҙенең ҡорбандарын эҙләп йөрөй. Сабиров һымаҡтар – һәр урында. Улар “йомшаҡ”тарҙы абындырып, урындарын алырға тора. Мин уның һымаҡ кешенең беҙҙә эшләүен теләмәнем, – тине.
Дилә үҙе лә һиҙмәҫтән башын эйҙе.
Иван Петрович яратып, арҡаһынан һөйҙө:
– Ярай, артығын һөйләнем, йомшарма. Хәҙер һинең көндәштәрең күбәйәсәк, һәр аҙымыңды күҙәтеп торасаҡ. Ҡарт кешене ғәфү ит, атайһыҙ үҫкәнлегең күренеп тора, ир-атҡа ышанып бараһың. Киләсәктә һағыраҡ, уяуыраҡ булыуыңды теләр инем. Алдан киҫәтеп ҡуям, элегерәк беҙҙә бик көслө инженер эшләгәйне, Мәсәғүтов фамилияһы, исеме – Илһам. Ошондағыларҙың берәүһе ул эскән шарапҡа нимәлер тамыҙған, егет руль артында йоҡлап китеп, “Камаз” аҫтында ҡалды. Уның үлемендә ошондағыларҙың береһе ғәйепле.
Дилә тағы ла һиҫкәнде. Әллә үҙе әйтһен дә ҡуйһынмы икән? Юҡ, ниңә ҡабаланырға?
– Рәхмәт, Иван Петрович! Мин һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡлармын! Һаҡ булыу тураһындағы киҫәтеүегеҙ өсөн рәхмәт!
Диләнең сығыуына, Вера менән Хаят көтөп тора ине.
– Нимә булды? Оҙаҡланың, – тине Хаят. – Беҙҙең дә белгебеҙ килә.
– Юҡ, ваҡ-төйәк тураһында һөйләштек, – тине ҡыҙ. Сырье насар, сифатлы тауар талап итәләр, бындай шарттарҙа нисек эшләмәк кәрәк? Иван Петрович минең эшем менән ҡәнәғәт түгел. Тырышып эшләргә, уяу булырға, ҡорамалдарҙы күҙәтергә ҡушты.
Ҡыҙҙың ҡыуаныуының сиге юҡ ине. Беренсегә маҡтау ишетте. Тырышып эшләгәнен күргәндәр, үрләтеп тә ебәрҙеләр. Эшләй башлағас, “ошонда ғүмерем үтер инде”, тип уйлағайны, ана, ҡарап торғандар икән, баһаланылар.
Ҡайтып барғанда ла Дилә ошо үрләтеү хаҡында уйлап килде. Ҡайһылай күңелле. Ул үҙендә теләк тә, көс тә тойҙо. Эшкә барғы килеп тора түгелме һуң? Күтәренке кәйеф менән ҡайтып керһә, подъезд алдында Азат менән Иҙел тора. Азаттың кәйефһеҙ икәнлеге әллә ҡайҙан күренә. Иҙелдең Азат менән күптән аралашып йөрөгәнен белә, шуға таныш. Ҡыҙ уфтанды:
– Һеҙгә тағы нимә кәрәк инде?..
– Мин ғәфү үтенергә килдем, – тине Иҙел. – Кәрәкһә, тубыҡланам, аяҡ кейемегеҙҙең осон үбеп алам. Миндә ғәйеп. Ғәйебем ҙур һәм ул ғәфү итерлек түгел.
– Ә ниндәй ғәйеп тураһында һүҙ бара?
– Ҡыҫҡаһы, Азат дуҫтан һорап алып, бер ҡатын менән фатирына инеп, ну, нисек әйтергә... ғәфү итегеҙ, зинһар, ғәфү итегеҙ... сәй эсеп кенә сыҡҡайныҡ. Ә ул помадаһын онотоп ҡалдырған...
– Ниндәй помада? – ҡыҙ аптыранды.
Азат Иҙелгә боролдо:
– Ниндәй помада ине?
– Мин уларҙы айырмайым...
– Һин теге ялда килеп сыҡтың, бер нисә көндән помада килеп сыҡты...
– Һеҙ нимә, егеттәр? – Дилә икеһенә лә ҡарап алды. – Шундай матур кис, ә һеҙ ниндәйҙер хужаһыҙ, йәғни, хужабикәһеҙ помада юллап йөрөйһөгөҙ. Әйҙәгеҙ, миңә инегеҙ. Дөрөҫөн әйтәм, миндә бер “ярты” ултыра, әйҙә, шуны кәгеп ҡуяйыҡ, сөнки бөгөн минең шатлығым ҙур***.
– Ҡотлайбыҙ! Ҡотлайбыҙ!
– Нимә булды? Нимә өсөн шатландың?
– Эйе, шатлығым ҙур...
– Әйт әле, нимәгә шатландың? – тине Азат һәм ишек алдындағы эскәмйәнән ҙур гөлләмә алып, Диләгә тотторҙо.
– Рәхмәт, Азат! Әйҙәгеҙ, миңә керәбеҙ...
Кереп ултырғас, Иҙел, түҙмәй, тағы һораны:
– Әйҙә, һинең шатлығың өсөн тотайыҡ!
– Нимә булһын, үҙегеҙ күрҙегеҙ бит.
– Тәки аңламаным, – тине Азат башын һелкеп.
– Ирен буяғыстың хужаһы табылған бит! – өсәүләп, көлөп ебәрҙеләр.
*** Редакция спиртлы эсемлектәр эсеүҙе хупламай.

----------
Алдағы өлөштәр:

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: