+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Апрель 2020, 02:18

ЭХ, ҺИН, КҮҢЕЛҺЕҘЕМ ҺИН МИНЕҢ! Хикәйә. Һигеҙенсе өлөш.

Иртәгәһен эшкә таң менән килде Дилә. Килеүенең сәбәбен үҙе генә белә. Ниңә йәшереп, ҡурҡып торорға? Мәсәғүтовтың үлемендә ғәйепле кеше фашланырға тейеш! Мансур тағы әллә кемдәргә яуызлыҡ ҡылып, ғәйепһеҙ кешеләрҙе харап итеп йөрөһөнмө? Шул ваҡыт Вера килеп инде. Уның менән цех яңылыҡтарын барлап сыҡҡандан һуң, Дилә Веранан: – Бында Мәсәғүтов тигән кеше эшләгән, тигәйнеләр. Уға нимә булды ул? – тип һораны. Вера Дилә яғына ҡарап ҡуйҙы: – Шул тиклем кешелекле, һәйбәт егет ине, барлыҡ башҡорттар һымаҡ ихлас, ышаныслы һәм ғәҙел.

Иртәгәһен эшкә таң менән килде Дилә. Килеүенең сәбәбен үҙе генә белә. Ниңә йәшереп, ҡурҡып торорға? Мәсәғүтовтың үлемендә ғәйепле кеше фашланырға тейеш! Мансур тағы әллә кемдәргә яуызлыҡ ҡылып, ғәйепһеҙ кешеләрҙе харап итеп йөрөһөнмө? Шул ваҡыт Вера килеп инде. Уның менән цех яңылыҡтарын барлап сыҡҡандан һуң, Дилә Веранан:
– Бында Мәсәғүтов тигән кеше эшләгән, тигәйнеләр. Уға нимә булды ул? – тип һораны. Вера Дилә яғына ҡарап ҡуйҙы:
– Шул тиклем кешелекле, һәйбәт егет ине, барлыҡ башҡорттар һымаҡ ихлас, ышаныслы һәм ғәҙел. Ошондағылар ғына башына етте. Яңы ғына иномарка алғайны, шуның менән “Камаз” аҫтында ҡалған. Аҙаҡ, үлтергәндәр, имеш, тип тә һөйләнеләр. Ошонда табын ҡорғандар, Васиков менән Мансур ҙа булған икән... Әллә йылдан ашыу тикшереү барҙы, беҙҙәме һуң инде... Осона сыға алманылар, аҙаҡ ҡул һелтәнеләр, шикелле. Тәфтишсе минең менән дә һөйләште, үлеренән алдараҡ, Илһамды әйтәм, Илһам Гәрәевичты, Мансур менән бик ныҡ бәхәскә кергәйнеләр, Мансур ҡорамалдарҙың эшен алдап яҙған, шул арҡала авария сыға яҙған. Мансурҙың эшкә еңел ҡарағаны күптәргә билдәле ине. Илһам һәләк булғас, “дуҫым да, дуҫым”, тип бик оҙаҡ ҡайғырған булды. Мин, низағлашҡандарын белһәм дә, өндәшмәнем инде. Хәҙер, ана, уның урынына өлкән инженер булып йөрөй. Унан ниндәй инженер сыҡһын? Ҡорамалдар ватылһа, минең хәтле лә белмәй.
Диләнең йөрәге дөпөлдәп типте. Бына нисек, ул да Мансурҙың ҡорбаны була яҙған түгелме һуң? Дилә Веранан:
– Дарыухана-маҙарға мөнәсәбәте юҡмы икән? – тип һораны.
– Хаятҡа ниндәйҙер дарыу һатып алып биргәнен беләм. Уның менән бик дуҫтар. Кешегә өндәшмә, бәлки белмәйһеңдер, Хаяттың улы наркоман бит. Берҙән-бер улы, йә, Хоҙай!
– Мансур уға ярҙам итәме?
Вера тирә-яғына ҡараны.
– Ярҙам итә генә буламы инде, һауа, аҡыртып, һауа. О-о-о! Шул улы арҡаһында, дауалайым, һауыҡтырам, тип тәүҙә гаражын һатты, шунан – баҡсаһын. Фатирын бәләкәсәйтте. Эй, Дилә, наркоманды дауалап буламы һуң инде. Теге көн Мансурҙы дауаханаға хәлен белергә барғас, үҙем күрҙһем, эргәһендә илап ултырҙы. Һин берүк кешегә өндәшмә, тегеләргә яҡын барма, улар менән аралашма, харап булырһың! Тәфтишселәр сисә алмағанды, беҙ генә ҡайҙа инде? Кем белә, бәлки һатып алғандыр. Мансурҙан ҡотолорға кәрәк! Бөтә бәләнең башы – ул!
Эш сәғәтте еткәс, Дилә иң тәүҙә цех начальнигы эргәһенә керҙе. Начальник Диләне күреү менән:
– Ҡайҙа ғаризаң? Мә ҡағыҙ, ултыр, яҙ, – тип күрһәтмә бирҙе.
– Мөмкин булһа, мин әлегә яҙмаҫ инем, – тине Дилә начальниктың күҙҙәренә туп-тура ҡарап.
– Ә ни булды? – тип аптыранды Иван Петрович. – Кисә генә риза инең түгелме һуң? Әллә берәйһе ҡурҡыттымы?
– Ҡурҡытманы, минең һеҙгә дөрөҫөн һөйләргә теләгем бар. Мин... Нисек башларға ла белмәйем...
– Тартынма, һөйлә, бында бер кеше лә юҡ, – тине начальник, мөмкин тиклем тынысыраҡ.
– Әгәр миңә ышанһағыҙ, мин дөрөҫөн һөйләргә теләйем. Мине әлегә Сабиров урынына ҡуймай тороғоҙ...
– Ни өсөн? Мәсьәлә хәл ителгән, генеральный фатихаһын бирҙе...
– Мин ҡурҡам, - тине лә Дилә, илап ебәрҙе.
– Кемдән ҡурҡаһың? Эштәнме, әллә Сабировтанмы?
– Эштән ҡурҡмайым.
– Дөрөҫ аңлаһам, тимәк, Сабировҡа ҡарата шигең бар?
– Эйе.
– Йә, ҡыҙым, ҡыйыуыраҡ бул, дөрөҫтө һөйлә.
– Теге аҙнала беҙ бында сәй эскәйнек, Сабиров миңә нимәлер эсерҙе, ике-өс кенә йотом, мин үҙемде юғалттым да ҡуйҙым. Мине Васиковтың машинаһына ултыртып, фатирыма оҙатырға булды. Күптән бәйләнеп, саҡырып йөрөй ине, үҙем дә аңламайым, нисек көсөм еткәндер, уны мин бергә уҡыған егеттең фатирына алып барҙым. Шунда мин уның битен тырнаным...
Начальник ошо урында көлөп ебәрҙе:
– Һин, бәләкәй генә ҡыҙыҡай, ғифриттай Сабировтың кәрәген бирҙеңме? Ысынлапмы?
– Эйе, үҙемде яҡлағанда нимә эшләгәнемде лә хәтерләмәйем.
– Дә... Мин һинән быны көтмәгәйнем, ҡыҙыҡай! Һин бит бик ҙур батырлыҡ ҡылғанһың!
– Ниндәй батырлыҡ булһын инде...
– Үҙеңде яҡлап алып ҡалғанһың. Ошо батырлыҡ түгелме ни? Йә, ярай, аңлашылды, былай һөйләшәбеҙ: мин һиңә дөрөҫөн әйтергә тейешмен, Мәсәғүтов заводта бик һәйбәт иҫәптә ине, уның һәләк булыуы ҙур юғалтыуға әйләнде. Полиция ла, тәфтишселәр ҙә байтаҡ соҡондо, тик иҫбатлай алманылар. Шикле күренгәс, Сабировты ла тикшерҙеләр.
Ошо урында начальник тымды. Уның үҙе менән дә әле булһа ошондайыраҡ осраҡ булды. Бер кәңәшмәнән һуң ошонда ултырып алғайнылар, табынды Мансур ойошторҙо. Цех начальнигы мәжлестән һуң иҫтән яҙып, йығылды. Тиҙ ярҙам саҡырып, дауаханаға оҙатҡандар. Начальниктың үҙе өсөн был ваҡиға асылмаған сер булып ҡалды. Күпте күргән һәм кисергән Иван Петрович бөгөн был хаҡта өндәшеүҙе кәрәк, тип тапманы.
– Һеҙгә берәй нәмә булдымы әллә, Иван Петирович? – тип өндәште Дилә, начальниктың йөҙө боҙолоуын күреп.
– Бәлки арытҡандыр ҙа. Һин яңы вазифа тураһында әле берәүгә лә өндәшмәнеңме?
– Юҡ, әлбиттә.
– Мин һинең әйткәндәреңде кәрәкле урынға еткерермен. Беҙҙең үҙебеҙҙең именлек хеҙмәте лә бар. Тәүҙә шулар ҡараһын, был – уларҙың эше. Аҙаҡ хәл итербеҙ, нисек булыр. Хәҙергә мин һиңә бер нәмә лә булмағандай тыныс ҡына эшләүеңде теләйем.
– Тимәк, Сабиров бында эшкә ҡайтасаҡ?
– Быныһын мин хәл итмәйем. Һөйләшермен, әйтермен, – тине начальник. – Мин уйлайым, һине саҡырырҙар, һорашырҙһар, һин йәшермәйенсә һөйләп бир.
– Ярай, Иван Петрович. Мин бөтәһен дә эшләйәсәкмен.
Дилә сыҡҡас, оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Дөрөҫ эшләнеме, юҡмы? Әллә юҡҡа тотондомо? Улар бит ошонда ғүмер буйы эшләгән кешеләр, бер-береһен яҡларҙармы икән? Ә ниңә ҡурҡып торорға? Дөрөҫлөк барыбер тантана итергә тейеш. Бер аҙна үттеме, юҡмы, Дилә эшкә килһә, лабораторияла Мансур ултыра.
– Һаумыһығыҙ, – тип ҡоро ғына иҫәнләште Дилә уның менән.
– Һаубыҙ, һаубыҙ, – тине теге эре генә.
– Нисек дауаландығыҙ? Нисек хәлдәрегеҙ? – тине Дилә, үҙе лә таң ҡалды, һис ҡурҡыу тойғоһо юҡ. Еңелгән, аяҡ аҫтына һалып тапалған кешеһе менән һөйләшә бит.
– Йә, ярай, үпкәләмә, – тине Мансур, тирә-яғына ҡаранды. – Минең дауаханаға һинең арҡала эләгеүемде берәйһе беләме?
– Юҡ, маҡтанып, һөйләп, батырлығымды ҡупайтып йөрөмәнем.
– Батырлығымды һөйләмәнем, тинең инде, – тине Мансур янаулы тауыш менән. – Ярай, булған да, бөткән, онотайыҡ.
– Үҙегеҙҙән тора, – тине Дилә. – Минең һеҙгә бер дәғүәм дә юҡ.
– Һинең ниндәй дәғүәң булһын? – тине Мансур тауышын күтәреп. – Мин быны нисек оноторға тейеш?
– Онота алмаһаң, ярҙам итәм, ғариза яҙам. Кәрәк кешеләргә барып әйтәм, бына ул мине эсерҙе, иҫертте, көсләргә маташты, ә мин уның битен саҡ ҡына тырнаным, тип әйтәйемме?
– Юҡ, юҡ, сеү! Өндәшмә! – тип тирә-яғына ҡаранды Мансур.
– Улайһамы, – тине Дилә, – һеҙгә бер ҡыҙ баланы хулигандарҙан яҡлап ҡалған өсөн почет грамотаһы юллайыҡ! Был хаҡта гәзиткә яҙайыҡ.
– Кәрәкмәй, кәрәкмәй!
Мансур, ысынлап та, ҡурҡыуға ҡалды. Һөйләшеү шуның менән бөттө, цехҡа кешеләр йыйыла башланы. Барыһы ла Мансурҙы һағынған, уны маҡтайҙар, батырлығына һоҡланыуҙарын белдерәләр, урам тулып йөрөгән хулигандарҙы әрләйҙәр.
Иртәнге оперативка аҙағында ошо хаҡта цех начальнигы ла әйтеп ҡуйыуҙы кәрәк тип тапты:
– Мансур Заһитовичтан быны көтмәгәйнем, бик ҡыйыу кеше икән! Хулигандарға үҙен аямай ташланыуын әйт әле! Мансур Заһитович маҡтауға лайыҡ, мин был хаҡта директорға ла еткерермен әле...
– Юҡ, Иван Петрович, кәрәкмәй, – тип Мансур һикереп торҙо. – Мин, киреһенсә, хәҙер ундай урындарҙан ҡасасаҡмын. Ул ҡыҙҙы ҡотҡарыу миңә бик ҡиммәткә төштө. Бынан һуң, күрһәм дә, урап үтәсәкмен. Балаларыма шул хаҡта әйтәсәкмен, балаларымдың балаларына. “Әгәр урамда берәйһенә бәйләнһәләр, ҡыҫылмағыҙ, урам үтегеҙ”, – тип иҫкәртәсәкмен. Һеҙгә лә шундай кәңәш бирәм, – тине Мансур.
– Етте, етте, – тип туҡтатты уны начальник. – Сама белергә кәрәк. Берәү ярҙам иткән, имеш.
Кис Дилә эштән ҡайтып килгәндә кеҫә телефонына “смс”-ка килгәнен ишетеп ҡалды. Алып ҡараһа, “Ит, картуф, он әҙер”, – тип яҙылғайны. Ҡыҙ йылмайып ҡуйҙы, эх, хәҙер бара ла, тотона инде – бешеренә, йыйыштыра, эх, һин, Азат... күңелһеҙем һин минең... Ниндәй егет һин, күпме шулай йөрөрһөң икән? Дилә “смс”-ка йыйҙы: “Сәйеңде әҙерләй тор”...
Маршрутка туҡтаны, алда пробка икән. Уф, тиҙерәк барып етһен ине. Азат тағы ла көлөмһөрәп, йә моңһоу ғына йылмайып ултырырмы икән? “Ҡара әле, ҡыҙыҡай, һин ҡайһылай түҙемле”, – тип маҡтаны эстән генә Дилә үҙен. Хәҙер барып керәм дә, ҡосаҡлап алам да, үҙен бер үбәм. Ни эшләр икән?

----------
Алдағы өлөштәр:

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: