+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Апрель 2020, 02:28

ЭХ, ҺИН, КҮҢЕЛҺЕҘЕМ ҺИН МИНЕҢ! Хикәйә. Унынсы өлөш.

...Ана килә уның мөхәббәте. Туҡта, туҡта, ҡара әле, теге “крузак” водителе төштө түгелме һуң? Бына ишеген асты, Диләне туҡтатты, водителе оятһыҙ икән, ҡулын бирҙе, етмәһә, ҡосаҡларға итә. Дилә молодец, ҡулы менән этеп, туҡтатты ла, Азат яғына төртөп күрһәтте. Теге водитель бер Диләгә, бер Азаттың “Королла”һына ҡарай. Азат сығып, күренергә ҡарар итте...

Дилә эшкә килгәс, уның менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлгә һәм кисәге сәй эсеүгә бик етди тотоноуҙарына төшөндө. Һәр мөйөштә, ишек төбө һайын, заводтың һаҡлау предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре уяу тора. Берәүгә лә ташлама юҡ. Бүлмәгә керәһең һәм рөхсәттән башҡа, бер ҡайҙа ла сыҡмайһың. Һәм һәр бүлмәлә ентекле тентеү башланды. Берәү ҙә һөйләшмәй, һорауҙар ҙа, яуап биреүселәр ҙә юҡ.
Иван Петрович барыһын да бүлмәһенә йыйып алды.
– Әгәр законға ҡаршы хилафлыҡ ҡылмаһағыҙ, һеҙҙең өсөн борсолорлоҡ бер нәмә лә юҡ.
– Ә беҙҙең Конституцион хоҡуғыбыҙ боҙолмаймы? – тине Мансур. Уның борсолоуы йөҙөнә сыҡҡайны. – Мин, мәҫәлән, заначкамды ошонда тотам.
Иван Петрович завод юрисына мөрәжәғәт итте:
– Аңлатығыҙ иптәшкә, – тине.
– Һеҙҙең аҡсағыҙ берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмай. Завод тулыһынса шәхси предприятие, шулай булғас, законлы рәүештә, Конституцияға таянып, беҙ предприятиеның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, шәхси һаҡ предприятиеһына бирелгән вәкәләттәр сигендә, бәләкәй генә эксперимент үткәрәбеҙ. Әгәр ғәйебегеҙ юҡ икән, борсолмағыҙ!
Васиков һағайҙы, эргәлә ултырғандарға нимәлер тип өндәште.
Эш сәғәте бөтөргә бер сәғәт самаһы ҡалғас, Диләгә Азат шылтыратты. Үҙ-ара хәл-әхүәл белешкәндән һуң, Азат баҙнатһыҙ ғына итеп:
– Әле мин һеҙҙең завод эргәһендә, бер сәғәттән эшең бөтә, шикелле, мин һине алып ҡайта алам, – тине.
– Оһо! Ҡайһылай шәп! – тип ҡыуанды ҡыҙ. – Юғиһә, маршруткала йөрөп, миктәтте.
5-тән һуң заводтың парковкаһы эргәһендә осрашырға һөйләштеләр. Азат һөйләшкән урынға килеп ултырырға иткәйне, тормозға саҡ баҫып өлгөрҙө, алдына ғына кисәге “крузак” килеп туҡтаны. “Был тағы нимә аңдып йөрөй?” – тип һөйләнде ул, “крузак”тың водителен күререгә тырышып. Алдан да, эргәнән дә тонировкалы, етмәһә, һандары ла текә генә, өс ете бит әле! Бына хәҙер һинең “Королла”ң ошо “һарай” (текә машиналарға халыҡ таҡҡан ҡушамат) менән ярышасаҡ инде.
Ана килә уның мөхәббәте. Туҡта, туҡта, ҡара әле, теге “крузак” водителе төштө түгелме һуң? Бына ишеген асты, Диләне туҡтатты, водителе оятһыҙ икән, ҡулын бирҙе, етмәһә, ҡосаҡларға итә. Дилә молодец, ҡулы менән этеп, туҡтатты ла, Азат яғына төртөп күрһәтте. Теге водитель бер Диләгә, бер Азаттың “Королла”һына ҡарай. Азат сығып, күренергә ҡарар итте. Машинанан сыҡты, ишеген асып, Диләне көтә. Ул килеп етеүгә, ҡайҙан ҡыйыулығы етте:
– Һаумы, матурым, хәйерле кис, мин һине һағынып та өлгөрҙөм, – тип сикәһенән үбеп алды. Үҙенең сикәһен ҡуйҙы, күҙ ҡырыйы менән “крузак” яғына күҙ ташланы, водитель әле һаман асҡан ауыҙын да, машинаһының ишеген дә яба алмай тора ине әле. “Королла” ҡала яғына ҡуҙғалды.
– Бәхет бер килһә, килә бит, – тип һөйләнде Дилә. – Кисә лә, бөгөн дә – еңел машинала ҡайтып барам.
– Ә был ниндәй “крузак” ул? – тип аптыранған булды Азат.
– Кисә эш буйынса завод идаралығына саҡырғайнылар, сыҡҡанда ошо водитель килеп, әйҙә, ҡалаға бараһығыҙмы? – тип ултыртып алды. Оҡшатты, күрәһең, бөгөн дә көтөп тора. Юҡ инде, мин әйтәм, ана минең кейәүем көтөп тора, – тим.
– Кейәүең? Һин мине кейәүем, тип әйттеңме?
– Эйе, башҡа сарам ҡалманы, ебәрмәй ҙә, ҡуймай ҙа бит. Әллә кейәүем, тигәнгә үпкәләнеңме?
– Юҡ, киреһенсә, кейәү булыуы миңә оҡшар һымаҡ. – Азат ҡыйыуланып китте. – Әллә бөгөн хәл итеп ҡуяйыҡмы?
Дилә өндәшмәне, нимә әйтергә лә белмәне. Ул, әлбиттә, көтә, өмөтләнә, хатта пландар ҡора, ләкин арлы-бирле һүҙҙәр ишеткеһе түгел, ниндәйҙер ҙурыраҡ, юғарыраҡ хис-тойғолар кисергеһе килә. Күреп тора, Азат ышаныслы, таянырлыҡ егеткә оҡшаған. Тик ғаилә ҡороу өсөн ул ғына етәме?
– Беҙ һинең менән уралтабыҙ ҙа, суралтабыҙ, – тине Дилә, һөйләшеүҙе көлкөгә борорға тырышып. – Анау офоҡ һымаҡ. – ҡыҙ тәҙрә аша Ағиҙел аръяғында һуҙылған зәңгәр офоҡҡа төртөп күрһәтте. – Беҙ яҡынайған һайын, ул йырағыраҡ күсә һәм тылсымлыраҡ була бара. Танышыуыбыҙға алты йыл, бергә уҡыныҡ, хәҙер аралашабыҙ, ошо ваҡыт эсендә мин берәүгә лә боролоп та ҡараманым. Миңә бер генә егет оҡшаны. Мин уны ғына көттөм. Үҙемсә уйлай торғайным: минең был йылдарым әрәмгә үтмәне. Мин уны көтөп, дөрөҫ эшләнем, мин уға кәрәклегемә төшөндөм. Кем, тип һорайһыңмы?
– Ул кеше мин булырға теләр инем, – тине Азат, тауышы хатта ҡалтыранып китте.
– Һин, әлбиттә, башҡа кем булһын? Тик әле булһа аңламайым, әллә һин мине көтәһең, әллә һынайһың?
– Мин һиңә шул һүҙҙәрҙе әйтергә теләгәйнем, – тине Азат.
– Үҙеңде лә, мине лә алдама, – тине Дилә. Ышандырырға ла тырышма. Беҙ һинең менән йәш-елкенсәк түгел хәҙер. Мөнәсәбәттәр ҙә бөтөнләй икенсе төрлө ҡорола. Беләһеңме, Азат, университетта уҡыған саҡта уҡ мин һине, “миңә өйләнһә, ярар ине”, тип теләй торғайным. Бына шулай. Ҡалғанын үҙең аңла. Мин әйтер һүҙемде әйтеп бөттөм.
Азат артҡы ултырғыстан ҙур сәскә гөләмәһе сығарып, ҡыҙға тотторҙо. Шунда уҡ ҡыҙҙың кәйефе күтәрелде, Азат өндәшмәй генә ике ҡуллап уң ҡулын тотто, никах балдағын кейҙерҙе һәм: “Миңә кейәүгә сыҡ, Дилә”, – тине.
– Һин ризамы? – тип һораны тулҡынланып.
– Әлбиттә, риза!
– Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде? – тине Азат. – Ғәҙәттә, ҡыҙ менән егет ошо һүҙҙәрҙән һуң оҙаҡ итеп үбешә...

----------
Алдағы өлөштәр:

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: