+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Апрель 2020, 00:43

ЭХ, ҺИН, КҮҢЕЛҺЕҘЕМ ҺИН МИНЕҢ! Хикәйә. Ун беренсе өлөш.

– Артабан нимә эшләйбеҙ? – тине ҡыҙ егеткә, ҡыйыуыраҡ бул, тигән һымаҡ. Егет ҡапыл уянған һымаҡ булды. – Әйҙә, беҙ никах уҡытайыҡ? – Никах уҡытайыҡ? Ниңә? Бик шәп тәҡдим! – тине ҡыҙ. –Ҡасан, тиһең? – Кәрәкһә, бөгөн, хәҙер үк. Егет машинаһын Туҡай урамына борҙо. – Хәҙер мәсеткә барабыҙ. Туҡай мәсетендә кеше таралмағайны әле. Егет йәшерәк мулла эргәһенә килеп, ҡолағына бышылданы ла, усына мең һум һондо һәм: “Абзый, беҙгә никах уҡы әле”, – тине.

– Артабан нимә эшләйбеҙ? – тине ҡыҙ егеткә, ҡыйыуыраҡ бул, тигән һымаҡ.
Егет ҡапыл уянған һымаҡ булды.
– Әйҙә, беҙ никах уҡытайыҡ?
– Никах уҡытайыҡ? Ниңә? Бик шәп тәҡдим! – тине ҡыҙ. –Ҡасан, тиһең?
– Кәрәкһә, бөгөн, хәҙер үк.
Егет машинаһын Туҡай урамына борҙо.
– Хәҙер мәсеткә барабыҙ.
Туҡай мәсетендә кеше таралмағайны әле. Егет йәшерәк мулла эргәһенә килеп, ҡолағына бышылданы ла, усына мең һум һондо һәм: “Абзый, беҙгә никах уҡы әле”, – тине.
– Бәрәкалла, бәрәкалла! Шулай ҡабаланмы? Ярай улай булғас, әйҙәгеҙ, анау мөйөшкә. Шулай бик ашығысмы?
– Киләсәк өсөн мөһим, – тине егет.
Ҡыҙ тыйнаҡ ҡына йылмайып ҡуйҙы.
Мулла шартына килтерҙе, рөхсәтен дә алды, икеһенең дә ихтыярын асыҡланы, шулай итеп, улар кейәү менән кәләш булды.
Икенсе көнөнә Азат Диләне кейем-һалымы тейәлгән ике сумаҙаны менән күсереп алып ҡайтты. Шулай итеп, тағы бер ғаилә барлыҡҡа килде.
– ЗАГС мәсьәләһенә нисек ҡарайһың? – тине егет. – Туй-маҙар үткәрәбеҙме?
Ҡыҙ тағы аптыратты:
– Әлләсе, – тине ул. – Никах уҡыттыҡ, ЗАГС, туй һинең өсөн мөһимме?
– Ярай, – тине егет тағы ла. – Мин атайым, әсәйем менән кәңәшләшермен. Ә һинең әсәйең беләме?
– Мин уға әйтеп торманым инде. Йә, борсола башлар.
Шулай итеп, бер ай ваҡыт үтеп тә китте. Азат шуға төшөндө – башлы-күҙле булыу, өйләнешеү генә кешене тамырынан үҙгәртә алмай икән. Бына никах уҡыттылар, ярай, өйләнештеләр, бергә йоҡлайҙар, икеһе лә ҡәнәғәт. Тик күңелгә нимәлер етмәгән һымаҡ.
Үҙгәреште Дилә лә һиҙҙе.
Һүҙ фатирҙан башланды. Ул аҡса сығарҙы ла:
– Азат миңә фатир өсөн күпме түләргә кәрәк? – тип һораны.
– Нисек түләргә? – тине егет бер ни аңламай.
Ҡыҙ аңлатып бирҙе. Ул яллаған фатирҙың бер өлөшөн түләргә теләй икән. Егеткә фатирҙың үҙенеке икәнлеген әйтеүҙән башҡа юл ҡалманы.
– Ә һин миңә быға тиклем, “яллайым”, тип әйткәйнең, – тине ҡыҙ. – Һин мине тағы ла ғәжәпкә ҡалдырҙың...
– Яллайыммы, ялламайыммы – айырмаһын күрмәйем. Шуны ғына әйтәм – фатир беҙҙеке.
– Юҡ, беҙҙеке түгел, – тине ҡыҙ. – Ул һинеке һәм мин үҙемдең күпме түләргә тейеш икәнлегемде белергә теләйем.
– Һин ниңә аптыранаһың? Фатир бар, беҙ бергә йәшәйбеҙ, мин – түләйем...
– Ярай, әлегә шулай булһын, – тип тынысланды ҡыҙ. – Һинең кәйефең юҡ һымаҡ һиҙәм.
– Ниңәлер күңелһеҙ, – тине егет.
– Әйҙә, улайһа, музейға барайыҡ.
– Музейға? Һин тағы планетарийға саҡыр!
– Ә театр мәсьәләһе, филармония нисек?
– Күңелем күтәрелер, тип көтмәйем, – тине Азат.
Азат аптыранды. Икеһе лә эштән ҡайта ла, ашайҙар ҙа, смартфонға текәлеп тик ултыралар. Эш, ғаилә тураһында һөйләшеү юҡ! Ошо ла булған тормош! Был үҙгәреште Дилә нисек аңларға ла белмәне.
– Миңә һинең менән йәшәү оҡшай, – тине ул уңайһыҙланып ҡына. –Тормошом һәйбәт. Мине көткән кешем бар, уның өйө бар, эшем бар, эш хаҡы ҡәнәғәтләндерә. Иртән ҡыуанып эшкә барам, кис, ашҡынып, өйгә ҡайтам.
– Бәлки беҙгә берәй эт, йә бесәй алырға кәрәктер? – тине егет.
– Юҡ инде, – тине ҡыҙ. – Әсәйем дә, өләсәйем дә шулай, ти: эт-бесәй булған өйҙән фәрештәләр ҡаса. Шунан, минең бесәйгә лә, эткә лә аллергия. Күҙҙәрем йәшләнеп, сөскөрә башлайым. Ә һиңә тәүлектәр буйы сөскөрөп ултырған кәләш кәрәкме?
– Йә, ярай, берәй нәмә уйларбыҙ! – тине егет ҡәтғи итеп. – Ҡара әле, мин һинең эшеңде һорашҡаным юҡ. Һеҙҙә тикшереү бөттөмө әле?
– О, беҙҙә ҙур үҙгәрештәр! – тине Дилә ҡулдарын йәйеп. – Әйтергә онотҡанмын. Мин бит хәҙер өлкән инженер! Тикшереү бара, мине ул тикшереүҙәр ҡыҙыҡһындырмай, сөнки Сабиров менән Васиков, уларға эйәреп, Хаят апай – эштән китте. Уларҙың өҫтәлдәрендә ниндәйҙер препараттар тапҡандар. Мансур Васиковҡа һылтай, Васиков – Мансурға. Ҡыҫҡаһы, бүлешә алмай йонсойҙар.Тикшереү күрһәтер, мин ҡыҫылғаным да, ҡыҙыҡһынғаным да юҡ. Начальник миңә премия вәғәҙә итте. Беләһеңме, теге “крузак”тың минең арттан ни өсөн йөрөүе лә асыҡланды. Етәкселек, бер-бер хәл булмаһын, тип мине ҡурсаларға ҡушҡан икән. Ә былай минең эшем бик күңелле бара, технологик процесс һаҡлана, коллектив эшкә дәртләнеп йөрөй. Ә үҙеңдеке нисек бара?
– Мин һинең өсөн бик шатмын! Ә үҙем эшемдән ҡәнәғәт түгел, – тине Азат. – Атайҙың да бизнесы ҡыҙыҡһындырған һымаҡ. Бәлки запчас һатыу менән шөғөлләнеп ҡарармын. Эш хаҡына ғына ҡарап йәшәп булмай. Шуға, кәйефһеҙ булһам, үпкәләмә.
– Ә мин өйрәнеп бөттөм инде һиңә, – тине Дилә. – Ярай, беҙҙең бүлмәлә лә байрам булыр әле!

----------
Алдағы өлөштәр:

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: