Ай самаһы бергә йәшәгәс, Дилә эштән һорап, иртәрәк китте. Үҙе торған микрорайондағы поликлиникаға барып инде, бында күҙенә йәш ғаиләләргә ярҙам кабинеты салынды. Хужалыҡ иҫәбенә эшләй икән. Әллә ни ҡиммәт тә түгел. Кассаға барып, аҡсаһын түләне лә, бер минут та үтмәй, ҡабул иттеләр. Ингәс, таныштылар, донъя хәлдәрен белештеләр. Шунан һуң аҡ халатлы апай һорауҙар бирә башланы. Байтаҡ төпсөндө. Дилә барыһын да йәшермәй һөйләп бирҙе. Ҡайһы бер урындарында алдаштырып та ебәрергә тура килде. “Туйығыҙға ниндәй бүләктәр һәм нисә һум аҡса күсте?”– тигән һорауға тотлоҡто ла ҡуйҙы.
– Аңлашылды, – тип көлөмһөрәне табип. – Һеҙ алдаша белмәйһегеҙ. Аңлауымса, һеҙҙең ғаиләгеҙ ваҡытлыса. Граждандар никахы һәр осраҡта ярҙам итмәй. Уның өсөн етди нигеҙ, сәбәптәр кәрәк. Һеҙҙең ирегеҙ, әгәр уны һеҙҙең ирегеҙ, тип атап булһа, бик йәш һәм тәжрибәһеҙ күренһә лә, бөтәһен дә алдан планлаштырып, эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра. Шуға әлегә һеҙҙең статус бик аныҡ түгел. Йәш ирҙәр өйләнгәндә ниндәйҙер мөғжизә көтә. Һеҙҙең әлеге ирегеҙ етеш, бай ғаиләнән һымаҡ. Үпкәләмәгеҙ, һеҙ уның өсөн тәжрибә алыу, өйрәнеү майҙансығы ғына. Уға ҙур өмөттәр бағламағыҙ. Һуңынан ауыр булып ҡуйыуы бар. Сөнки һеҙҙең башҡа барыр урынығыҙ юҡ. Ирҙе арҡанлап тотоп булмай. Борон-борондан ғүмер баҡый ир-ат аусы булған. Уның өсөн ауланған ҡуян да, бүре лә, айыу ҙа, ҡатын да – табыш ҡына. Ул артабан табыш юллап китәсәк.
Дилә урам буйлап китеп бара, күҙҙәре йәшһеҙ генә илай, ә үҙенең ҡолағына: “Аусы артабан да табыш эҙләп китәсәк... Табыш эҙләп китәсәк... Китәсәк...” Тигән һүҙҙәр яңғырап тора. Һыуыҡ ине, йылынырға теләп, китап магазинына инде. О, күптән булғаны юҡ. Өр-яңы китаптар, журналдар өйөлөп ята.
Өйгә ҡайтты, ашарға бешерҙе. Бөгөн Азат ниңәлер һуңланы. Киске һигеҙ булды, шылтыратып ҡараны, телефоны яуап бирмәй. Сәғәт ундар тирәһендә телефоны яуап бирҙе, ләкин ире трубканы алманы. Борсолған Дилә өҙгөләнеп, Азаттың эшләгән урынына шылтыратты.
– Бында ашығыс йөк тейәп, ике “фура” килде, барлыҡ халыҡты йөк бушатырға ебәрҙеләр. Директор берәүгә лә ҡайтырға рөхсәт итмәне, – тип яуап бирҙеләр.
Ҡатын Азаттың битарафлығына аптыраны:
– Шуны үҙе шылтыратып әйтһә, булмаймы инде? Һуң, теге психолог та әйтте бит әле, нимә тине. Ул һеҙҙең менән ҡыҙыҡһынмай, – тине. Ярай, бушамай, тип әйттеләр бит, ашығыс йөк килгән, йөк бушаталар... Һиңә шул етмәгәнме ни?..
Төн уртаһында Дилә үҙенә кемдеңдер ҡағылғанын тойҙо.
– Ҡайттыңмы? – тип һикереп торҙо ул.
– Ҡайттым, – тине ир күңелһеҙ генә.
– Асыҡҡанһыңдыр, мин һине ашатайым, – тине Дилә.
– Ашат, мин асыҡтым, – тине Азат.
– Ә һин минән, ҡайҙа булдың, ниңә һуңланың? – тип һорамайһың? – тине ғаилә башлығы.
– Ни эшләп һорайым, һин бит эштә булдың... Эх, һин, күңелһеҙем һин минең, – тине ҡатын. Эштән арып ҡайтҡас, нимә тип әйтейем?
– Ә һин минең кәйефемде күтәр, – тине ир.
– Кил бында, күҙеңде йом, хәҙер күтәрәм.
Нимәлер ҡыштырҙаны, берәү, икәү, өсәү, тағы ҡыштырҙаны.
– Был нимә? – Азат түҙемһеҙләнде.
– Оһо! “Һәнәк”! “Һәнәк” бармы ни ул? Бәй, журнал сығамы ни ул?
– Ә быныһы миңә – “Башҡортостан ҡыҙы”.
– Быныһы беҙгә – “Ағиҙел” журналы.
– Нисек иртәрәк? “Аҡбуҙат” кемгә?
Дилә тест сығарып һалды. Унда ике һыҙат ялтлап тора ине.
Шул ваҡыт ир һикереп торҙо, ҡатынын күтәреп алды:
– Наконец-то! Ниһайәт, – тине ул ҡыуанып.
Күршеләрҙә кемдер уянды шикелле, стенаға һуғып алдылар.
– Сеү! – тине ҡатын, – күршеләрҙе уяттың.
– Уянһындар, мин көн һайын ҡысҡырмайым.
– Атай, атай! – тине ул. – Мин өйләнәм!
– Күптән ваҡыт, – тине атаһы. – Тик был хаҡта уятмайынса, иртән хәбәр итеп булмай инеме?
– Эйе, иртәгәне көтмәҫкә булдым, атай! Һеҙгә ике аҙна ваҡыт, туйға әҙерләнегеҙ!
– Ярай, – тине атаһы тыңлаусан ғына. – Ике аҙнала әллә нимәләр эшләп була...