“АТАЙ, ӘСӘЙЕМДЕ АЙЫРМАҺАҢ, ӨЙГӘ ҠАЙТМАЙЫМ!..”
...Мансаф ята. Байтаҡтан бирле инде. Хатта иҫәбен үҙе лә онотто. Хәҙер үҙенең ни өсөн ятҡанын да белмәй. Күптән үлер ине, әгәр бер ҡыҙы тәжрибәле табип булмаһа. Ҡайһы ваҡыт Мансафтың аңы асылып:
– Ҡыҙым, юҡҡа яфаланаһың, мин арыным, бәхилләшәйек, минең үлгем килә, – тип әйтергә теләй, ләкин ҡорошҡаҡ тотҡандай, ҡатҡан ирендәре, һелкенер-һелкенмәҫ теле, тешһеҙ ҡалған урттары өн сығарыуҙан башҡаға эшкинмәй. Ярай, матур ашаталар, аҙна һайын йыуындырып, кейендереп торалар.
Мунса эләгеүен, эләкмәй. Табип ҡыҙы белә, атаһына мунса ярамай. Шуға ике-өс ҡыҙҙары һәр шәмбе күмәкләшеп йыйылалар ҙа, аталарын ҙур тасҡа ултыртып, хатта күңелле итеп, өмәгә йыйылғандармы ни, йыуындыралар. Тәүҙәрәк уңайһыҙлана ине, нисек инде, үҙ ҡыҙҙарың алдында бар байлығыңды сығарып һалып, йылы һыулы таста ултырмаҡ кәрәк! Өйрәнде, күнде туғыҙынсы тиҫтәне күптән ваҡлаған ветеран. Ветеран, тип үҙен маҡтағас, иҫенә төштө: быйыл юбилей бит әле. Моғайын, килерҙәр, күстәнәс тотторорҙар, миҙал тағырҙар. Ауылда хәҙер кем бар икән тиңдәштәренән? Аҡбайҙың урамдары буйлап үтеп, ҡорҙаштарын барлап ҡарай, юҡ, береһе лә юҡ, күптән үлеп бөттөләр, шикелле.
Һуғыштан еңеү менән 1945 йылдың авгусында ҡайтҡайны. Төҙөк һәм бай, ләкин емерелгән Германия ауылдарынан һәм ҡаларынан ҡайтҡас, үҙебеҙҙәге фәҡирлекте күреп, сәстәре үрә торғайны. Хәҙер тормош рәтләнде лә ул. Өйҙәр тимер башлы, ҡоймалар ҙа тимерҙән. Күпме теләһәң, шул хәтле мал аҫыра, ат ҡара... Ҡартайтылды.
Ауылда ҡыҙҙар күп ине. Ир затының наҡыҫ сағы, тол ҡатындар, ҡыҙҙар үҙҙәре эҙләп килә. Мансафҡа күренергә теләп, әллә ҡайҙан урап килеп, уның өйө эргәһенән үтәләр. Мансаф береһен дә иш итмәне, Фәниәне һайлап алды. Ул һуғыш йылдарында курс үткәйне, ауылдаштарын трахомдан дауалау менән шөғөлләнде. Мансафҡа бер-бер артлы алты ҡыҙ табып бирҙе.
– Етәр, әсәһе, минең ҡыҙҙарым егеттәргә алыштырғыһыҙ, – тип шаяртып һөйләнә торғайны Мансаф.
– Мин мах бирмәм, һиңә малай табып бирәм. Атаһы, мин һиңә ғүмер буйы рәхмәтле булдым. Нисәмә ҡыҙ араһынан һин бит мине һайлап алдың. Урам буйлап икәүләшеп бер үтеүебеҙ ни тора ине! – ти.
Фәниәһе был көндәрҙе күрә алманы, иртә ҡартайҙы, хәйер, ҡартайманы, ҡартайттылар.
Ошо урында улы иҫкә төштө – Мәргән. Эх, улым, улҡайым... Әллә беҙ һине артыҡ иркәләнек, әллә һин баш бирмәнең. Әллә беҙ һине ныҡ ҡурсаланыҡ, бәлки шулайҙыр.
Ауылда һыйырҙы сират менән көтәләр. Апайҙары егеттәр һымаҡ әрһеҙ кейенеп, ҙур көтөүҙе ҡамап, көнө буйы һыйыр көтә. Мәргән йоҡлай әле, Мәргән ял итә. Апайҙары бар саҡта, ниңә ул һыйыр ҡойроғо бороп йөрөһөн? Малай кеше башҡа эштәр өсөн тәғәйенләнгән. Бесән сабалар. Бер юлы алты салғы ялтлай Ҡаратал сабынлығында. Мәргән апайҙарына һыу алып бара. Ҡайһылай күңелле бында! Еләк түшәлеп ята, еләк ашап туйһаң, йоҡлап алырға мөмкин. Күләгәлә, ышыҡта, бергәләп сәй эсеү ҙә йәтеш икән. Апайҙары Мәргәнде ярата. Мәргән шулай үҫте. Әсәй – фельдшер, атай – бригадир, ферма мөдире, хисапсы. Хөрмәтле атай-әсәйҙең балалары ла хөрмәтле. Уҡыуы үҙенә күрә, уртаса, һәр хәлдә, тәртип боҙоп, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Мансаф Фәниәһе менән ҡыуанышып ултырғанын хәтерләй. Уҡып бөтһөн, бәлки институтҡа барыр, бәлки техникумға үтер... Береһе лә эләкмәне, үтмәне. Армияға алып киттеләр. Армия тигәндәре апайҙарҙың йылы ҡосағы түгел шул. Байтаҡ миктәлеп, ябығып, атай менән әсәйгә үпкәләп ҡайтты әрменән. Нимәгә үпкәләгән? Баяғы, уҡырға индерә алмағандары өсөн инде. Армиянан ҡайтҡан, тип әҙерлек курсына индерҙеләр. Күпме аҡса түгелде, һанай китһәң, күпме бурысҡа батылды. Шунда ҡулына, хәлен аңлағас та, көрәк тоттораһы булған, йә һәнәк, ә ул уҡырға ынтылды. Йәнәһе, апайҙары уҡыған, ул кемдән кәм. Ә үҙе, малай, атаһына оҡшап, оҙон буйлы, баһадир кәүҙәле, бөҙрә сәсле. Улын эйәртеп, үҙе барғайны институтҡа. Коридор буйлап үткән саҡта ҡыҙҙар боролоп-боролоп ҡарайҙар, уйынлы-ысынлы һүҙ ҡушалар. Көс-хәл менән уҡырға индереп ҡайтты Мансаф ул ғынаһын. Шунда үҙе өсөн бер асыш яһаны: был малай уҡый алмаясаҡ. Апаларына, әсәй менән атайҙың ҡурсалауына өйрәнгән егет бында асҡа үләсәк. Ул уҡып бөтһөн өсөн, бер генә юл бар – өйләндерергә! Тиҙ арала өйләндерергә кәрәк! Өгөтләргә тура килмәне Мәргәне, армиянан уҡ ҡыҙҙар ҡосағына сарсап ҡайтҡан егет, ике лә уйламай, ризалашты. Мансаф менән Фәниәнең ҡыҙҙарының береһе мединститутта уҡый ине, шуныһы йышланы Мәргәндең институтына, ҡыҙҙар менән танышты, араларына керҙе, дуҫлашты, ул арала булмай, Мәргәнгә мөкиббән ҡыҙы ла табылды. Өс йәшкә өлкән, тиҙәр. Булһа ни, мөхәббәт йәшкә ҡарамай. Уртаҡ түшәк бөтәһен дә тигеҙләй...
Мансафтың күҙҙәре йәшләнде. Ниңә, ни өсөн, ни сәбәпле әйтте был һүҙҙәрҙе уның улы? Ниңә аяманы, нисек оялманы, нисек теле барҙы? Нимә тине әле ул? Ҡолағында әле лә яңғырап торған һымаҡ: “Атай, әсәйемде айыр, айырмаһаң, өйгә ҡайтмайым”... Шулай тине. Ни өсөн улай тине?..