+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Апрель 2020, 10:07

“АТАЙ, ӘСӘЙЕМДЕ АЙЫРМАҺАҢ, ӨЙГӘ ҠАЙТМАЙЫМ!..” Психологик ғибрәт. Өсөнсө бүлек.

Мансаф бөгөн йоҡоһо туйып, кәйефе күтәрелеп уянды. Сәбәбе лә бар: Ҡараталда, имеш, Фәниәһе менән бесән сабалар. Эй, күңелле, сәхрә инде, сәхрә... Сәскәле үләндәргә күмелеп, ятҡан ерҙән генә еләк сүпләп ят инде! Үҙҙәренең дә йәш, дәртле саҡтары, мөхәббәткә күмелеп ятыуҙары.

Мансаф бөгөн йоҡоһо туйып, кәйефе күтәрелеп уянды. Сәбәбе лә бар: Ҡараталда, имеш, Фәниәһе менән бесән сабалар. Эй, күңелле, сәхрә инде, сәхрә... Сәскәле үләндәргә күмелеп, ятҡан ерҙән генә еләк сүпләп ят инде! Үҙҙәренең дә йәш, дәртле саҡтары, мөхәббәткә күмелеп ятыуҙары.
Мансаф үткәндәренән үкенмәй. Аллаға шөкөр, бына тигән ҡыҙҙар үҫтерҙе, ҡыҙҙары менән атаһы ла, әсәһе лә ғорурлана. Ә улдары?..
Үкенескә генә булған шул, мәктәптә бер-ике йыл аҙапланғандан һуң, атай йортона ҡайтып ауҙы Мәргәне. Үҙенең өҫтөнән яҙған ялыуҙарға аңлатма яҙып йонсоған кешегә кем балаларын ышанып тапшырһын инде. Урынына көслөрәктәр, белемлерәктәр килде. Карьера, Өфөнө яулау һымаҡ хыялдар ҡыҫыр булып сыҡты. Айныҡ йөрөһәң, эшләйем тиһәң, ауылда ла табылып тора. Шунда икенсе ҡатыны менән дә арлы-бирле генә йәшәгән һымаҡ иттеләр. Бер килке силсәүиттә йөрөп аҙапланды. Аттай йорто киң, ашарға бар, урамда ла үҙе һымаҡтар табылып тора, бергәләшеп эсһендәрме, геүләшеп, һуғышһындармы, атай менән әсәйҙең үҙәгенә тамам үтте был малай. Һуңғы ваҡыт пенсионер атай менән әсәйҙең кеҫәһенә һалышты. Эсермәһәләр, аҙмы-күпме йөрөй, үҙен тыныс тота, күңеле килһә, берәй эшеңде лә эшләүе ихтимал.
Ә килендәренән, онотолоп (Хәйер, нисек онотолоп? Ундайҙар еңел генә хәтерҙән юйыла торған түгел) барған ерҙән, ара-тирә хәбәрҙәре генә ишетелеп ҡалды.
Ярай, ҡыҙҙары уңған: ҡайталар, ярҙам итәләр, әсәй менән атайға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәләр. Шуға кинәнеп, аҙмы-күпме күңел тыныслығы табып, йылдарҙы һүтәләр ине әле.
Бер эсеп алғанында, Мәргәне тауыш күтәрҙе, бер ҙә юҡҡа әсәһенә яҫҡынды:
– Һин! Һин, убырлы ҡарсыҡ, минең тормошомдо боҙҙоң, бисәмдән айырттың! Ғүмер баҡый атайҙың башын әйләндерҙең! Күҙемә күренмә! Һин беҙҙең менән йәшәргә тейеш түгел! – тип әйтмәгән һүҙ ҡалдырманы.
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Фәниәһе күҙ алдында шиңде – насар йоҡланы. Былай һаулығына зарланыуын зарланманы, бирешмәй ине әле.
Бер төн Мансаф төш күрҙе. Имеш, улар икеһе лә йәш, әлеге лә баяғы, бесән сабалар. Шишмә сылтырап аҡҡаны ишетелә. Һалҡынса күләгә. Шул ваҡыт ямғыр яуып ебәрҙе. Улар икәүләшеп, ир менән ҡатын, әле һөйөшөп тә туймаған саҡтары, ҡулдарын етәкләшеп, йүгереп, ямғыр аҫтына сыҡтылар. Бәй, ямғыр тигәндәре эҫе һыу ҙабаһа. Юҡ! Юҡ! Эҫе һыу ҙа түгел – ҡайнар күҙ йәштәре түгелме һуң?
Мансаф тертләп уянып китте. Уянһа, эргәһендә Фәниәһе илап ултыра.
– Ни булды, йомшағым, ап-ағым? – тип йәш сағындағы һымаҡ, ҡосаҡлап алды.
– Күрмәйһеңме ни? – тип һығыла-һығыла иланы Фәниәһе. – Йәшәрлек көсөм ҡалманы. Мин үлһәм, һине кем ҡарар икән? – тине үкһеп.
– Кит, бушты һөйләмә, ҡарсыҡ! – тине бабайы. – Улайтып һөйләйһе булма! Әгәр минән алда үлеп китһәң, һине мәңге ғәфү итмәм! Һин мине ҡарарға тейешһең! Минең өҫ-башымды кем йыуа? Һинән башҡа кешегә ышаныу юҡ. Ҡыҙҙарыңдың үҙ донъяһы. Ҡара уны, үлеп кенә ҡара!
– Ярай, – тине Фәниәһе. – Һин тип кенә йәшәйем. Һине ҡалдырғым килмәй.
– Әйт, йәшәйем, тип әйт, – тип ныҡышты Мансаф.
– Йәшәйем. Йәшәрбеҙ, – тине ҡарсыҡ ҡынаһы күҙ йәштәре аша.
Һүҙендә торманы Фәниәһе. Йәшәрлеге ҡалмағайны. Ярты йыллап сирләне, үлер алдынан ҡыҙҙарын йыйып алды. Нимә һөйләшкәндәрҙер, белмәй Мансаф, һәр хәлдә, ҡыҙҙары аталарын ситләтмәне. Бына, әле лә йылы тастан тороп, өҫ-башты алыштырып, тормошонан ҡәнәғәт булып ята. Әйләндереп, массаж яһайҙар, майҙарын һөртәләр – эй, ҡыҙҙары уңған да инде! Әлдә ошо ҡыҙҙары бар. Ә улы?..
Тышта һалҡын, ыжғыр ел тимер түбәне һәм ҡойманы һелкетә. Улы ҡайҙа йөрөй икән, Мәргәне? Берәй ҡойма төбөндә эсеп ятмаһа, ярар ине. Ауылдың рәте китте. Улы һымаҡтар күбәйҙе. Улар менән көрәшеп тә, уларҙы тәрбиәләп тә булмай. Икенсе заманалар килде шул...
Шулай ҙа, уйлаштырып ҡуя, теге ваҡыт Мәргән ул һүҙҙәрҙе ҡайҙан сығарып әйтте икән? Мансаф йыш ҡына ғәйепте үҙенән дә, ҡатынынан да эҙләп ҡараны. Ә бит улдары тип өҙөлөп торҙолар. Самокат һорағайны – самокат алып бирҙеләр, ун алтыһы тулғанда, инде мотоциклда елдерә ине, армиянан ҡайтыуына, иҫке булһа ла, “жигули” көтөп тора. Үҙе тырышып эшләне, улын һәр эшкә бер ҡатар йөрөтөргә тырышты – күрһен, өйрәнһен, кешеләр менән һөйләшергә белһен, тип үҙенсә һабаҡ бирергә тырышҡайны.
Ә ул нисек яуап бирҙе? Армиянан ҡайтып, сумаҙанын ырғытты ла: “Һеҙҙең мине яратмауығыҙ арҡаһында, ике йыл һалдат һурпаһы һемерҙем”, – тине. Аҙаҡ белде Мансаф, аптырағайны шул, ике йыл хеҙмәт итә, отпускыға ҡайтармайҙар, тип. Командиры менән һуғышҡан, нарядтан башы сыҡмаған, ике йыл хеҙмәт итеп, уҡырға инерлек характеристикаға ла лайыҡ булмаған икән... Шул малай... Нисек шул малай? Ул бит һинең улың! Һинең вариҫың! Нимә тине әле ул? “Атай, әсәйемде айырмаһаң, мин һеҙҙән баш тартам!” – тине бит әле. Йә, Хоҙай, нисек... Үҙе ҡурҡып, күндәм йылмайып ҡына әйтмәне, атай менән әсәйгә, уларҙың 70 йыллыҡ ғүмеренә, никахына хөкөм сығарҙы. Атай кеше быға лайыҡ инеме? Әсәйҙең ғүмерен шул һүҙҙәр ҡыҫҡартманымы? Уф!.. Үҙе ҡайҙа йөрөй икән? Иҫән генә булһа ярар ине.
"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: