+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Апрель 2020, 11:26

“АТАЙ, ӘСӘЙЕМДЕ АЙЫРМАҺАҢ, ӨЙГӘ ҠАЙТМАЙЫМ!..” Психологик ғибрәт. Дүртенсе бүлек.

Мансаф ҡарт яҙмышына күнде. Мәңге ята алмаҫ, бер мәл ваҡыты етер әле. Әлегә ғүмер юлын барлай. Барыбер насар йәшәлмәне. Күңелле саҡтары күберәк, һағынып иҫкә алырлыҡ.Әсәйҙәре бәхилләшкәс, ҡыҙҙары Өфөгә саҡырҙы: “Әйҙә, атай, беҙ нисек йәшәгәнде күреп ҡайтырһың”, – тигәйнеләр, ике аҙна урынына, айҙан артыҡ ҡунаҡ булды ла ҡуйҙы. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектакле булғайны, шуны ҡаранылар. Тамашала Мансафты Дәрүиш образы тетрәндерҙе. Ҡайһылай, йылан һымаҡ, шым ғына килеп кереп, ырыуҙың аҫтын-өҫкә әйләндереп, йәштәрҙе харап итте лә ҡуйҙы.

Мансаф ҡарт яҙмышына күнде. Мәңге ята алмаҫ, бер мәл ваҡыты етер әле. Әлегә ғүмер юлын барлай. Барыбер насар йәшәлмәне. Күңелле саҡтары күберәк, һағынып иҫкә алырлыҡ.
Әсәйҙәре бәхилләшкәс, ҡыҙҙары Өфөгә саҡырҙы: “Әйҙә, атай, беҙ нисек йәшәгәнде күреп ҡайтырһың”, – тигәйнеләр, ике аҙна урынына, айҙан артыҡ ҡунаҡ булды ла ҡуйҙы. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектакле булғайны, шуны ҡаранылар. Тамашала Мансафты Дәрүиш образы тетрәндерҙе. Ҡайһылай, йылан һымаҡ, шым ғына килеп кереп, ырыуҙың аҫтын-өҫкә әйләндереп, йәштәрҙе харап итте лә ҡуйҙы.
– Был бит беҙҙең көндән алынған!? Тип аптырап ҡайтҡайны... Тәнәфестә сыҡһа, күҙенә күренәме, тип тора – килене, таныштары күп ине, шикелле, һыр бирмәне, ҡыуанғандай булды, килеп күреште. Яңғыҙ икән. Ҡартайған, буянған, хәйер, буянып, үҙеңде лә, кешеләрҙе лә алдаштырып була, тәбиғәтте алдап булмай шул. Күмәк кеше араһында өйөрөлгәс, әллә ни һөйләшә лә алманылар. Ҡатын-ҡыҙар, ирҙәр...
– Мин дә һеҙҙе уйлап ҡуям, – тине килен булған кеше. – Мәргәнде лә иҫкә төшөрәм. Бигерәк кенә ирлек дәрәжәһе тигәне түбән ине. Беҙҙең ысын ирҙәр улай түгел бит ул.
...Ирлек дәрәжәһе?.. Шул хаҡта Мансафҡа, донъя күргән кешегә, һөйләп тормаһа инде. Мансаф ҡарт белмәйме һуң инде был һүҙҙәрҙең ир ҡосағы, ир наҙын ғүмерендә күрмәгән, һөйөүгә туймаған ҡатын-ҡыҙ ауыҙынан ғына сыҡҡанын.
– Әйтеп-әйтеп ҡараным инде, атайың һымаҡ бул, – тинем. Нимәгә өйрәнгәндер, гел әсәһенең һүҙен һөйләне. Беҙ бит – мосолман, беҙҙә ғаилә культы юғары, атай культын бер нәмә лә алыштыра алмай. Ә бит беҙҙең яңынан ҡушылырлыҡ мөмкинлегебеҙ ҙә бар ине.
Мансаф өндәшмәй. Ниңә өндәшмәй? Сөнки, әйтһә, ныҡ һеңдереп әйтәсәген белә. Ә был – театр, кеше күп. Килешмәй.
Ә теге, үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ, һөйләнә лә, һөйләнә. Әллә тиҙерәк әйтергә, әллә түгеп ҡалырға ашыға. Шул арала таныш-тонош ир-атҡа һырпалана, ғүмерҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына килешмәгәнде, һәр береһен ҡосаҡлап алған була, ҡулынан тота, сәсен һыйпай, яурынбашында күренмәгән саңды ҡаға.
Мансафтың күпте күргән, күпте кисергән күҙҙәренән бер нимә лә ситтә ҡалмай. Юҡ, был ябай ҡатын түгел. Бында ниндәйҙер ғибрәт бар. Әллә үҙенең нәфсеһен ҡандырамы? Йә, үҙен күрһәтергә итәме?
– Ә мин уға әйттем, атайың менән һөйләш, һинең атайың һәйбәт кеше, аҡыллы ир. Әсәйеңде ауыҙлыҡлаһын, йә, айырып ебәрһен. Эйе, шулай тинем: атайың әсәйеңде айырмаһа, беҙгә тормош булмаясаҡ...
Бына нисек! Асылда, ҡараһаң, Мансаф улының һүҙҙәрен үҙе уйлағандыр, үҙе хәл иткәндер, тип ҡурҡҡайны. Юҡ, икенсе кешенең ауыҙынан сыҡҡанды ғына еткергән икән. Барыбер яҡшы түгел, ай, яҡшы түгел... Быныһының, иҫке яраларҙы яңыртып, шуны ҡабатлап тороуын әйт.
Мансаф нимә әйтергә лә белмәне.
Әле ауылға ҡайтҡас та улы менән бер-ике тапҡыр һөйләшергә уҡталып ҡуйғайны, тегеһе йә айныманы, йә кәйефһеҙ сағы булды, үҙ иркендә, ҡасан теләй, ҡайта. Бер көн килеп әйттеләр: “Улың клуб эргәһендәге йырында ята...”. Шунда бөгәрләнеп кенә ултырған да ҡуйған, йәшәргә көсө етмәгән һымаҡ, ҡайтып етергә лә хәле ҡалмағандыр инде. Ике көн эсендә йыйыштырып, ерләп тә ҡуйҙылар.
Мансаф нимә әйтергә лә белмәне.
Мәргән менән килендең ҡыҙы, ейәнсәре була инде, кейәүгә сыҡҡайны, Мәргәндең бер апаһын туйға саҡырҙылар, ҡалғандарына саҡырыу эләкмәне. Йәнәһе, бер апаһы барып күрә лә, ҡалғандарына ҡайтып һөйләй була инде. Мансафҡа ла, берҙән-бер олатаһына, саҡырыу килде. “Ҙур ҡунаҡтар була, урын яғы самалы, шуға килеү мотлаҡ түгел, яҙма ҡотлауығыҙ ҙа еткән. Кеше араһында уңайһыҙ булмаһын, тип иҫәпләһәгеҙ, туйға саҡырҙылар, бара алманыҡ, тип әйтә алаһығыҙ”, – тип телдән өҫтәгән үҙенсә.
Мансаф ҡарт кәүҙәһе еңеләйеп, таҙарып ҡалғас, иҙрәп кенә йоҡлап алды. Эргәләге һыу тултырылған графинға күҙ һалғайны, ҡарашынан аңлап торған ҡыҙы стаканды ирененә терәне. Ай, рәхмәт яуғыры! Ҡарт ойорға теләп, тағы ла күҙҙәрен йомдо. Ярай, булғандыр инде. Етәр. Ул аҡрынлап, әлеге Ҡараталдағы сабынлығына килеп сыҡты. Бәй, бында һаман бесән сабалар, таныш берәү ҡояшҡа салғыһын ялпылдатып, һелтәй генә! Бына Мансафты күреп, эргәһенә килде, Фәниәһе бит! Мәргән дә бында. Һәнәк тотҡан әле. Тотһон әйҙә, бында ла эш күп икән. Мансаф тамам еңеләйеп, ҡулдарын һелтәп, алдан еп-еңел атлап барасы... Тәүҙә ҡатынын ҡосағына алды, эргәһенә тартынып торған малайын саҡырҙы.
Донъя түңәрәкләнде. Бында ҡайһылай рәхәт!
Аҙағы.
"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: